Ғибәҙуллин Зәкәриә Рәвғәт улы

Зәкәриә Рәвғәт улы Ғибәҙуллин (рус. Закария Равгатович Гибадуллин; 1958 йылдың 16 июле, Ҡарталы (ҡала), Силәбе өлкәһе) — совет һәм Рәсәй тау инженеры, ғалим, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре. 2012 йылдан «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 5—7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2013 йылдан). Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған шахтеры. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры[1].

Биографияһы

Ғибәҙуллин Зәкәриә Рәвғәт улы 1958 йылдың 16 июлендә Силәбе өлкәһенең Ҡарталы ҡалаһында тыуған[2].

Урта белем алғандан һуң, 1983 йылда Магнитогорск тау-металлургия институтын «тау инженеры» һөнәре буйынса тамамлай[1].

Хеҙмәт эшмәкәрлеген шул уҡ йылда Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Межозерный руднигы Молодежный карьерында (рус.)баш. участка мастеры булып башлай. 1989 йылға тиклем шунда уҡ буровой-шартлатыу участкаһында мастер, шартлатыу участкаһы начальнигы, карьерҙың баш инженеры булып эшләй[3].

Һуңынан 1995 йылға тиклем Межозерный руднигының производство-техник бүлеге начальнигы, «Үҙйылға» руднигының (рус.)баш. производство бүлеге начальнигы була.

1995—1998 йылдарҙа — «Үҙйылға» руднигының шартлатыу эштәре буйынса баш инженер урынбаҫары, 2000 йылға тиклем — комбинат идаралығының производство-техник бүлеге начальнигы.

2000—2005 йылдарҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының баш инженеры була, шул йылдарҙа Халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институтында икенсе юғары белем ала (2001). 2005—2006 йылдарҙа — комбинат генераль директорының производство буйынса урынбаҫары.

2006 йылдан — Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы директоры, 2012 йылдан — комбинаттың генераль директоры[3].

2012 йылда, «техник фәндәр кандидаты» ғилми дәрәжәһенә дәғәүә итеп, «Баҡыр-колчедан ятҡылыҡтарының карьер аҫты запастарын ер аҫты эшкәртеүҙә мәғдән массаһын ташыуҙың технологик схемаларын нигеҙләү» тигән темаға диссертация яҡлай[4].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Башҡортостан Республикаһының 5—7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[2]. 2023 йылдан — парламенттың Дәүләт ҡоролошо һәм урындағы үҙидара буйынса комитет ағзаһы[5].

Ғаиләһе

Өс бала атаһы: ике улы, бер ҡыҙы бар[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Халыҡтар дуҫлығы ордены;
  • Силәбе өлкәһе губернаторының Почёт грамотаһы;
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған шахтеры;
  • Рәсәй Федерацияһы Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының Почёт грамотаһы;
  • Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Почёт грамотаһы;
  • Башҡортостан Республикаһындағы Дәүләт хеҙмәт инспекцияһының Почёт грамотаһы;
  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы;
  • Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Федерация Советы Рәйесенең Рәхмәте;
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған шахтеры (2017)[6];
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы;
  • Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәте;
  • Сибай ҡалаһы ҡала округының Почёт грамотаһы;
  • III, I дәрәжә «Урал тау-металлургия компанияһы-холдингы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» почётлы отличие билдәһе;
  • Урал тау-металлургия компанияһының II дәрәжә «Хеҙмәт һәм намыҫ өсөн» ордены миҙалы;
  • Урал тау-металлургия компанияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре;
  • Күп һанлы Рәхмәт хаттары һәм Почёт грамоталары[2][1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Лица Партии Гибадуллин Закария Равгатович. Партия «Единая Россия». Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2026. (рус.)
  2. 1 2 3 4 Депутаты Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан Гибадуллин Закария Равгатович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2026. (рус.)
  3. 1 2 Главная страница > Предприятие > Руководство > генеральный директор. Гибадуллин Закария Равгатович. ОАО «Учалинский ГОК». Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2026. (рус.)
  4. Обоснование технологических схем транспортирования рудной массы при подземной разработке подкарьерных запасов медно-колчеданных месторождений. Тема диссертации и автореферата по ВАК РФ 25.00.22, кандидат технических наук Гибадуллин, Закария авгатович. Научная электронная библиотека диссертаций и авторефератов dissercat.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2026. (рус.)
  5. Комитет по государственному строительству и местному самоуправлению. Гибадуллин Закария Равгатович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2026. (рус.)
  6. Гибадуллин Закарий Равгатович. Почётное звание «Заслуженный шахтёр Российской Федерации». Сайт «Награды России». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2026. (рус.)

Тема буйынса өҫтәмә