Ҡарталы (ҡала)

Кәртәле (рус. Карталы) — Рәсәй Федерацияһының Силәбе өлкәһендә урынлашҡан ҡала, Кәртәле районындың административ үҙәге. Эре транспорт үҙәге, ҙур ауыл хужалығы районы үҙәге.

Географияһы

Ҡала Силәбенән — 316 км, Магнитогорскиҙан — 169 км, Троицкиҙан — 190 км, Ҡостанайҙан — 376 км һәм Мәскәүҙән 1850 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Тарихы

Кәртәле ҡасабаһына 1914—1915 йылдарҙа Троицк-Орск тимер юлы төҙөлгәндә Полта́вский ҡасабаһы урынында нигеҙ һалына. 1944 йылдың 17 апреленән — ҡала, 1963 йылдан — өлкә буйһоноуындағы ҡала, район үҙәге.

1917 йыл Кәртәле тимер юлы станцияһы тыуған йыл тип һанала.

Граждандар һуғышы тамамланыу менән күмер сығарыу яңынан башлана. Урал заводтарына антрацит оҙатыла, яғыулыҡ көрсөгө кәмей.

1926 йылда башланған тимер юл һалыу ваҡытлыса туҡтап алып торғолап, 70-се йылдарға тиклем дауам итә. Хатта һуғыш ваҡытында ла Кәртәле станцияһын киңәйтә баралар.

1929 йылда Магнитогорскиға тиклем һалынған тимер юл бер йылдан Орск менән тоташа.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Кәртәле тимер юлсылары Магнитогорско металлургия комбинатының өҙөклөкһөҙ эшләүен тәьмин итә.

Һуғыштан һуң яңы предприятиелар асыла: К-700 тракторҙарын ремонтлау заводы, телеретранслятор, келәм фабрикаһы эшләй башлай. Шәхси йорттарға газ үткәрелә. 60-70-80-се йылдарҙа ҙур тиҙлек менән торлаҡ, юлдар төҙөлә, ҡала төҙөкләндерелә.

Билдәле шәхестәре

Ғибәҙуллин Зәкәриә Рәвғәт улы (1958), инженер-ғалим, шахтёр, йәмәғәтсе. 2012 йылдан Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры, 2019 йылдан — директоры. Башҡортостан Республикаһының 5-се (2013—2018) һәм 6-сы (2018—2023) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Техник фәндәр кандидаты. Рәсәйҙең (2017) һәм Башҡортостандың атҡаҙанған шахтёры. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры.

Климаты

Климаты уртаса һыуыҡ, уртаса йыллыҡ температураһы 1,9 °C. Иң йылы ай — июль, уртаса температураһы 19,8 °C. Ғинуар иң һыуыҡ ай — уртаса температураһы-17.2 °C.

Халҡы

Халҡы иҫәбе
1939[2]1959[3]1967[2]1970[4]1979[5]1989[6]1992[2]1996[2]1998[2]
13 70033 91740 00042 80138 90537 13236 90030 40030 500
2000[2]2001[2]2002[7]2003[2]2005[2]2006[2]2007[2]2008[2]2009[8]
30 40030 30029 90829 90026 90029 40028 90028 80028 651
2010[9]2011[10]2012[11]2013[12]2014[13]2015[14]2016[15]
29 13129 09528 87528 76328 75728 70328 697
10 000
20 000
30 000
40 000
50 000
1979
2000
2006
2011
2016

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2020) мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылдың 1 октябренә ҡарата халыҡ һаны буйынса ҡала урында[16] (Рәсәй Федерацияһы ҡалаларының 1118 ҡалаһы араһында[17]).

Иҡтисады

Ҡала иҡтисады ЮУЖД узелына нигеҙләнә. Тимер юлы хужалыҡтары күп.

Ҡалала икмәк продукцияһы етештереүсе элеватор бар. Еңел сәнәғәт, сауҙа предприятиелары, «Строительный камень» ЯСЙ-һы ҡырсынташ заводы, «Михеевский ГОК» ЯАЙ-ы. Файҙалы ҡаҙылдыҡтар эшкәртеү компанияларына лицензиялар бирелә.

Транспорт

Кәртәле — эре тимер юл узелы. Силәбе, Магнитогорск, Орск һәм Астана менән тимер юл бәйләнеше бар, граждандарҙы сит илдәргә сығарыу пункты эшләй.

Даими автобус хәрәкәте яйға һалынған.Силәбе, Магнитогорск, Троицк ҡалаларына рейстар ойошторолған.

Ҡала аша «Бохара-Урал» газ үткәргесе үтә.

Радио

  • 66,65 УКВ — «Радио России»
  • 68,21 УКВ — «Маяк (радиостанция)|Маяк»
  • 91,10 FM — «Радио Дача»
  • 102,4 FM — «Интерволна»
  • 104,0 FM — «Маяк (радиостанция)|Маяк»
  • 100,4 FM — «Радио-Континенталь»

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 ОКТМО (урыҫ)
  2. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 Народная энциклопедия «Мой город». Карталы
  3. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  4. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  5. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  6. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения. Архивировано 22 август 2011 года.
  7. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  8. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  9. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  10. Численность постоянного населения Челябинской области в разрезе муниципальных образований на 1 января 2012 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 апрель 2014. Архивировано 12 апрель 2014 года.
  11. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  12. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  13. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  14. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  15. Численность постоянного населения по городским округам и муниципальным районам Челябинской области на 1 января 2005-2016 гг. (численность населения 2004-2010 гг. пересчитана от итогов ВПН-2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2016. Архивировано 8 апрель 2016 года.
  16. с учётом городов Крыма
  17. Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более (XLSX).

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар