Филологтар көнө
Филологтар көнө (рус. День филолога) — ғүмерен филологияға бағышлаған кешеләрҙең һөнәри байрамы. Рәсәйҙә уны 24 майҙағы Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көнөнөң иртәгәһенә — 25 майҙа билдәләйҙәр.
Байрам лингвистарҙы, әҙәбиәт белгестәрен, дөйөм, махсус урта һәм юғары белем биреү өлкәләрендә эшләгән тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларын, китапханасыларҙы, тәржемәсе-филологтарҙы һәм филология белеме булғандарҙың барыһын да берләштерә.
Филология (φιλολογία — боронғо грек теленән алынған; рус. любовь к слову, любословие — тәржемәлә «һүҙгә һөйөү», «һүҙҙе яратыу» мәғәнәләрен бирә) — яҙма текстарҙы тикшереү һәм уларҙы стилистика, тел һәм йөкмәткеһе йәһәтенән анализлау нигеҙендә теге йәки был йәмғиәттең тарихын һәм рухи мәҙәниәт асылдарын өйрәнеүсе дисциплиналар (лингвистика, әҙәбиәт ғилеме, текстология (рус.)баш. һ.б.) төркөмө.
Байрам шулай уҡ ҡайһы бер башҡа илдәрҙең календарына ла индерелгән. Филологтар көнө Белоруссияла ла билдәләнә. Башҡа илдәрҙә 8 сентябрҙә ЮНЕСКО тарафынан булдырылған Халыҡ-ара грамоталылыҡ көнө байрам ителә[1].
Филология тарихы
Филология фән булараҡ XVII быуатта Европала формалаша. Уның нигеҙен тикшеренеү предметтары тел, тарих, мәҙәниәт һәм философия булған боронғораҡ фән тәшкил итә. Беҙҙең эраға тиклем III быуатта уҡ Грецияла һәм Боронғо Һиндостанда текстарға тәүге комментарийҙар (рус.)баш. яҙылған була[2].
Рәсәйҙә рус теле фәненә XVIII быуатта М. В. Ломоносов нигеҙ һала. «Филология» һүҙе уның хеҙмәттәрендә, шулай уҡ В. К. Тредиаковскийҙың тикшеренеүҙәрендә осрай:
…көн уртаһы ҡояшынан да асығыраҡ, бөтөн филология… үҙе элоквенциянан башҡа бер нәмә лә түгел», [ул] идара итә, арттыра, нығыта… бар ерҙә балҡый һәм бөтә фәндәр һәм белемдәрҙе берләштерә, сөнки улар барыһы ла элоквенция аша ғына һөйләй[3].
«Һүҙ фәндәре»нең «филология» тип аталыуы XIX быуат уртаһында ғына тип киң тарала башлай. Тәүҙә Санкт-Петербург дәүләт университетының факультеты тарих-филология факультеты тип атала башлай (1850 йылға тиклем ул — тарих һәм һүҙ фәндәре факультеты була), артабан, 1853 йылда, К. П. Зеленецкий «Дөйөм филологияға инеш» тигән хеҙмәтен яҙа. «Филология» терминының таралыуы 1860 йылдан Воронежда А. А. Хованский мөхәррирлегендә сыҡҡан тәүге махсус фәнни журнал «Филологические записки» менән бәйле[2].
Ваҡыт үтеү менән филологияның фән булараҡ аңлатмаһы үҙгәрә бара. Филологияны халыҡтың мәҙәниәтен, әҙәбиәтен, тарихын һәм телен өйрәнеүсе фәндәр йыйылмаһы тип аңлай башлайҙар.
Байрам тарихы
Тәүге тапҡыр Филологтар көнөн совет осоронда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында 1989 йылдың 25 майында уҡытыусыларҙың һәм студенттарҙың башланғысы менән билдәләйҙәр. Был ваҡиға тиҙҙән академик даирәләрҙә популяр булып киткән йоланың башланғысы була[1].
1992 йылдан Мәскәү дәүләт университетының филология факультеты Филологтар көнөн 25 майҙа түгел, ә ҡыштың беренсе йомаһында — филфактың 1941 йылдың декабрь башында эшләй башлауы иҫтәлегенә — билдәләй[4].
Байрам итеү
Был көндә университеттарҙа һәм мәҙәниәт учреждениеларында концерттар, түңәрәк өҫтәлдәр, викториналар (рус.)баш., рус теле һәм әҙәбиәте тураһында докладтар менән сығыштар үткәреү ҡабул ителгән[1].
Студенттар араһында шундай ырым-ышаныу бар: әгәр диплом яҡлау Филологтар көнөнә тура килһә, ул уңышлы үтәсәк[1].
Әһәмиәте
Байрамдың әһәмиәте — филологияның фән булараҡ мөһимлеген таныу, шулай уҡ ошо өлкәләге уҡытыусыларға, ғалимдарға һәм белгестәргә уларҙың хеҙмәте, тел мираҫын һәм мәҙәни мираҫты һаҡлауға һәм үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн рәхмәт белдереү. Был көн шулай уҡ тел һәм әҙәбиәт тураһындағы белемдәрҙе киң аудиторияла (рус.)баш. популярлаштырыуға булышлыҡ итә[5].
XX быуаттың иң күренекле филологы Д. С. Лихачёв филологияны образлы рәүештә «бөтә бәйләнештәрҙең бәйләнеше» тип атай һәм уның был ролен бигерәк мөһим тип һанай[6]:
Ул тарихи сығанаҡтарҙы өйрәнеүҙе лингвистика һәм әҙәбиәт белеме менән бәйләй. Текст тарихын өйрәнеүгә киң аспект бүлә. Әҫәр стилен өйрәнеү өлкәһендә әҙәбиәт белеме менән лингвистиканы тоташтыра. <…> Үҙенең асылы буйынса филология антиформалистик, сөнки ул, тарихи сығанаҡ булһынмы йәки художество ҡомартҡыһы булһынмы, тексттың мәғәнәһен дөрөҫ аңларға өйрәтә.
Мәҙәниәттә
- Рунетта «Филологическая дева» исемле берләшмә бар, унда филологтарға арналған интернет-мемдар баҫыла.
- Тел нормаларын үтәүҙә айырыуса әүәҫ булған филологтарҙы (шулай уҡ башҡаларҙы) граммар-наци тип атайҙар.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Когда отмечают День филолога в 2025 году. 31 май 2026 тикшерелгән. (рус.)
- ↑ 1 2 День филолога 2025: какого числа, история и традиции праздника. 31 май 2026 тикшерелгән.
- ↑ Тредиаковский В. К. 1745. — Цит. по ст.: Аннушкин В. И. «Филология — словесность — языкознание в классической русской традиции и современном научно-педагогическом процессе». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 май 2026. http://www.portal-slovo.ru/philology/44230.php?PRINT=Y%29 Архивировано 3 август 2014 года.
- ↑ День филолога собирает друзей. Филологический факультет МГУ имени М. В. Ломоносова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 май 2026.
- ↑ Андреева, 2015, с. 223, 226
- ↑ Хрулёв, 2019, с. 409
Әҙәбиәт
- Андреева С. М. Филология как источник национального сознания и национальной культуры // Вестник Белгородского государственного технологического университета им. В. Г. Шухова. — 2015. — № 1. — С. 223—226. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 май 2026);
- Хасанова О. О. Образ героя-филолога в современной прозе // Мир науки и мысли. The World of Science and Ideas. — 2023. — № 2. — С. 95—99. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 май 2026);
- Хрулёв В. И. Филология в нашей жизни // Вестник Башкирского университета. — 2019. — № 2. — С. 408—413. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 май 2026).
Һылтанмалар
- Список известных российских филологов // Esaulov.net.
- В честь праздника по чашечке эКспрессА: мемы в честь Дня филолога // 12 канал.