Авдонин Дмитрий Николаевич

Авдонин Дмитрий Николаевич (1985 йылдың 23 майы, Мәсәғүт) — хәрби хеҙмәткәр, гвардия капитаны. 7-се гвардия тау десант-штурм дивизияһы парашют-десант батальонының парашют-десант ротаһы командиры[1]. 2022 йылдан Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы[2]. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2025)[3][4].

Биографияһы

Дмитрий Николаевич Авдонин Башҡорт АССР-ының Дыуан районы Мәсәғүт ауылында тыуған[4].

Рязань гвардия һауа-десант юғары команда училищеһын тамамлаған[5].

Хеҙмәт итеү өсөн Көньяҡ хәрби округына ебәрелә[5].

Разведка ротаһы составында Дағстанда, Чечняла махсус операцияларҙа ҡатнаша[1].

2022 йылдан — Украина|лағы махсус хәрби операцияла[3]. Разведка ротаһының идара итеү взводы, десант-штурм ротаһының десант-штурм взводы менән командалыҡ итә, парашют-десант батальонының парашют-десант ротаһы командиры урынбаҫары вазифаһын биләй[6].

2024 йылда штурмлау төркөмө составында 43 тәүлек буйына баҫып алынған биләмәне тотоп тора, яралана[1].

2025 йылдың 22 февралендә «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшыралып, «Рәсәй Федерацияһы Геройы» тигән маҡтаулы исем бирелә[2].

undefined

Батырлығы

2024 йылдың мартында гвардия капитаны Дмитрий Авдонин етәкселегендәге төркөм Украина ҡораллы формированиелары ағзаларынан азат ителгән районға ротация өсөн юллана[3]. Бурысты үтәү барышында подразделение ҡаршы яҡтың уты аҫтында ҡала[2]. Дошман шулай уҡ хәрбиҙәрҙең терәк пунктына һөжүм итергә маташа. Диверсанттар төркөмөнөң һөжүмен кире ҡағыу өсөн офицер йәшеренгән урынынан сыға һәм бер үҙе Украина Ҡораллы көстәренең биш һалдатын юҡ итә[1]. Штурмлау уңышһыҙлыҡҡа осрағандан һуң украин формированиелары терәк пункты урынлашҡан тирәне дистанцион миналауға тотона. Боезарядтарҙы зарарһыҙландырыу операцияһы барышында гвардия капитаны мина-лепестокҡа баҫып яралана. Шуға ҡарамаҫтан, ул төркөм менән етәкселек итеүен дауам итә, ҡул аҫтындағылар менән баҫып алынған биләмәне 43 тәүлек дауамында тотоп тора, был ваҡыт арауығында төркөмдөң шәхси составы юғалтыуҙар кисермәй[5]

undefined

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Рәсәй Федерацияһы Геройы (2025)[4]
• Жуков миҙалы[7]

Ғаиләһе

• Өйләнгән, ҡатыны менән дүрт бала тәрбиәләй[6].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Евкуров вручил медаль Героя России десантнику Авдонину (22.02.2025). 22 февраль 2025 тикшерелгән.
  2. 1 2 3 Путин присвоил звание Героя России уроженцу Башкирии Дмитрию Авдонину (22.02.2025). 22 февраль 2025 тикшерелгән.
  3. 1 2 3 Евкуров вручил Звезду Героя бойцу, чья группа 43 дня удерживала рубеж обороны (22.02.2025). 22 февраль 2025 тикшерелгән.
  4. 1 2 3 Владимир Путин присвоил военнослужащему из Башкирии звание Героя России. ИА «Башинформ», 22 февраля 2025 года (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 22 февраль 2025)
  5. 1 2 3 Новоиспеченный Герой России Дмитрий Авдонин рассказал, почему стал военным. 23 февраль 2025 тикшерелгән.
  6. 1 2 Уроженец Башкирии Дмитрий Авдонин удостоен звания Героя России (22.02.2025). 23 февраль 2025 тикшерелгән.
  7. Путин присвоил уроженцу Башкирии звание Героя России — кто он. Сетевое издание «Уфа1.ру», 22 февраля 2025 года (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 22 февраль 2025)