Байтимеров Әбүбәкер Хөсәйен улы
Биографияһы
Әбүбәкер Хөсәйен улы Байтимеров 1941 йылдың 25 майында Башҡорт АССР-ының Балаҡатай районы Билән ауылында донъяға килгән.
Билән урта мәктәбен һәм 1968 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған, зоотехник белемле[2].
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1960 йылда «Билән» совхозында башлай.
1960—1963 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.
1968—1971 йылдарҙа «Билән» совхозында зоотехник, баш зоотехник булып эшләй.
1971—1972 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы фәнни-тикшеренү институтында тәжрибә-етештереү хужалығы баш зоотехнигы.
1972 йылда йәнә «Билән» совхозында баш зоотехник.
1974—1978 йылдарҙа совхоз директоры.
1978—1984 йылдарҙа — КПСС-тың Балаҡатай райкомында икенсе секретарь.
1984—1996 йылдарҙа-халыҡ депутаттарының Балаҡатай район Советы башҡарма комитеты рәйесе, район хакимиәте башлығы[3].
1996—2001 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрлығының Дәүләт ветеринария инспекцияһы башлығы.
Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996)[4]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 95
- ↑ Байтимиров Абубакир Хусаинович//Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 ISBN 5-8258-0204-5
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 27
- ↑ Байтимиров Абубакир Хусаинович 2020 йылдың 23 сентябрь көнөндә архивланған.
Сығанаҡтар
- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 95.
- Белокатайский район: история и современность / Историко-краеведческое издание. / Автор-составитель В. А. Ощепков. — Уфа : Издательство «Диалог», 2004. — 476 с. — ISBN 5-94524-028-1. (рус.)