Байышева Зилә Вәғиз ҡыҙы
Биографияһы
Зилә Вәғиз ҡыҙы Байышева 1961 йылдың 25 майында Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.
1983 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң Өфөләге 26‑сы урта мәктәптә уҡыта. 1988 йылдан — Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында, 2005 йылдан — Ырымбур университетының Өфө филиалында, 2009 йылдан — Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтында эшләй.
Фәнни эшмәкәрлеге
Байышева Зилә Вәғиз ҡыҙының фәнни тикшеренеүҙәре XIX быуаттың 2‑се яртыһында рус суд телмәре оҫталығына, юридик риториканы уҡытыу методикаһына арналған. 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт, шулай уҡ юғары уҡыу йорттары өсөн рус теле һәм юриспруденцияла телмәр мәҙәниәте буйынса дәреслек авторы. Филология фәндәре докторы (2008)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1999)
Фәнни хеҙмәттәре
- Язык и стиль обвинительных речей А. Ф. Кони. Өфө, 2006;
- Частотные словари судебных выступлений А. Ф. Кони. Өфө, 2009.
Һылтанмалар
- Байышева Зилә Вәғиз ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.