Ғатауллина Лира Даян ҡыҙы

Лира Даян ҡыҙы Ғатауллина (рус. Лира Даяновна Гатауллина1926 йылдың 25 майы, Иҫке Таулар, Бәләбәй кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР2003 йылдың 26 ғинуары, Өфө) — педиатр-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәтсе. 1958—1985 йылдарҙа ВЛКСМ-дың 15 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1967 йылдан госпиталь педиатрияһы, 1970—1981 йылдарҙа — балалар ауырыуҙары кафедраһы мөдире. РСФСР-ҙың 7‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Медицина фәндәре докторы (1967), профессор (1968). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1972). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1968). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1981).

Биографияһы

Ғатауллина Лира Даян ҡыҙы 1926 йылдың 25 майында Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы) Иҫке Таҙлар ауылында тыуған[1].

1949 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай.

1958 йылда «Определение активности ревматического процесса во внеприступной фазе у детей» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы, яҡлай ә 1965 йылда — «Распространение, клиника и дифференцированная оценка активности ревматического процесса у детей г. Уфы Башкирской АССР» темаһына докторлыҡ диссертацияһы.

1968—1981йылдарҙа балалар ауырыуы, педиатрия госпиталендә кафедра мөдире, ә 1981—1986 йылдар — Башҡорт дәүләт медицина институтының балалар ауырыуҙары кафедраһы профессоры. Уның етәкселегендә кафедра Өфөнөң[2] 6-сы дауаханаһында кардиоревиатология үҙәге ойоштора.

1971—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Педиаторҙар йәмғиәте рәйесе.

Өфө[3] ҡалаһында профессор Ғатауллина Л. Д. башланғысы менән ике махсуслаштырылған кардиоревматология бүлеге асыла.

1967 йылда Башҡорт АССР-ы Өфө Киров һайлау округынан РСФСР-ҙың 7-се саҡырылыш Юғары Советына депутат итеп һайлана. Уның тырышлығы менән 1972 йылда Өфөлә Республика балалар клиник дауаханаһы ойошторола.

«Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау мәсьәләләре» журналы мөхәррирҙәр ҡоро ағзаһы була, ә 1972 йылда уның мөхәрирлеге менән педиатрия буйынса беренсе фәнни йыйынтыҡ баҫтырыла. «Педиатрияның актуаль мәсьәләре» исемле йыйынтыҡта Республиканың иң яҡшы балалар учреждениеләрендә эшләүсе ғилми хеҙмәткәрҙәрҙең, тәжрибәле табиптарҙың эш алымдары йомғаҡланған[4].

1970 йылдың 30 мартынан 1987 йылдың 26 февраленә тиклем Бөтә Союз «Белем» ойошмаһының Башҡортостан республика бүлексәһе президиумы ағзаһы.

Ғалим 2003 йылдың 26 ғинуарында Өфөлә вафат була[1].

Фәнни эшмәкәрлеге

Төп фәнни эштәре ревматизмды диагностикалауға, дауалауға һәм профилактикалауға, төрлө социаль мөхиттә йәшәүсе балаларҙың һаулыҡ торошон өйрәнеүгә йүнәлтелгән, төрлө ауырыуҙар ваҡытында балаларҙың йөрәкҡан тамырҙары системаһын өйрәнгән. Профессор БАССР уҡыусылары араһында ревматизмдың таралыуын һәм клиник үҙенсәлектәрен билдәләгән, һәм шулай уҡ, патологик процесс әүҙемлеген иҫәпкә алып, ревматизмды дауалау алымдарын эшләй. Ҡойо- һәм бальнеотератияның был ауырыуҙы дауалауҙа файҙаланыу мөмкинлеген күрһәтә, республика балалары өсөн физик үҫеш стандарттарын эшләй. Ошо эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә Республикала балалар ревматизмы ике тапҡырға кәмей.

Ғатауллина Л. Д. 70-тән күберәк фәнни эш авторы.

Баҫмалары

  • Определение активности ревматического процесса у детей во внеприступной фазе: автореф. дис. канд. мед. наук / Л. Д. Гатауллина; АМН СССР, Ин-т педиатрии. — М., 1958.
  • Клиника и лечение ревматизма у детей. Уфа, 1961.
  • Распространение, клиника и дифференцированная оценка активности ревматического процесса у детей г. Уфы Башкирской АССР: автореф. дис. д-ра мед. наук / Л. Д. Гатауллина; АМН СССР, Ин-т педиатрии. — М., 1965.
  • Молодым родителям: Воспитание и уход за ребенком первого года жизни. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1985.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Ғатауллина Лира Даян ҡыҙы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 май 2026. (баш.)
  2. История кафедры детских болезней БГМУ 2020 йылдың 7 июнь көнөндә архивланған.
  3. БашГМУ 2017 йылдың 13 август көнөндә архивланған.
  4. Кафедра госпитальной педиатрии БГМУ 2013 йылдың 4 октябрь көнөндә архивланған.