Күлбаев Мөхәмәт Сафа улы

Күлбаев Мөхәмәт Сафа улы (25 май 1900 йыл — 23 декабрь 1976 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.

Биографияһы

Күлбаев Мөхәмәт Сафа улы 1900 йылдың 25 майында Орск өйәҙе Ырымбур губернаһы Ғәлиәкбәр ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы) тыуған. 12 йәштән эшләй башлай.

1942 йылдың 17 ғинуарында Бөрйән район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына[1].

Төрлө вазифала «Ҡыҙыл Байраҡ» промартелендә, шулай уҡ Белорет металлургия заводында[2] эшләй.

1976 йылдың 23 декабрендә Ғәлиәкбәр ауылында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1949 йыл)

Сығанаҡтар