Шалыгин Виктор Васильевич
Шалыгин Виктор Васильевич (29 ноябрь 1954 йыл) — юрист, хәрби хеҙмәткәр, эске хеҙмәт генерал-лейтенанты. 1997—2015 йылдарҙа Хөкүм язаһын ғәмәлгә ашырыу буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2004), Халыҡтар дуҫлығы һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры.
Биографияһы
Виктор Васильевич Шалыгин 1954 йылдың 29 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Раевка ҡасабаһында[1] күп балалы ғаиләлә тыуған[2].
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1972 йылда Башҡорт АССР-ы Эске эштәр министрлығының 45-се һөнәри янғын һүндереү часында янғын һүндереүсе булып башлай[2].
1973—1976 йылдарҙа саҡырыу буйынса СССР Ҡораллы Көстәренең Хәрби-Диңгеҙ флотында хеҙмәт итә[2].
Запасҡа ҡайтарылғандан һуң, Башҡорт АССР-ы Эске эштәр министрлығының тәфтиш изоляторы контролёры була[3].
1977 йылдан СССР Эске Эске эштәр министрлығының Рязань юғары мәктәбендә уҡый, уны 1981 йылда «юриспруденция» һөнәре буйынса тамамлай һәм йүнәлтмә буйынса Урман холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт учреждениеларының Енисей идаралығы 1-се хоҡуҡ төҙәтеү колонияһына отряд начальнигы итеп эшкә ебәрелә[3].
Шул уҡ 1981 йылдан Башҡорт АССР-ы Эске эштәр министрлығының Холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт учреждениелары идаралығы 1-се тәфтиш изоляторының бәлиғ булмағандар менән тәрбиә эше буйынса инструкторы, артабан — начальниктың шәхси состав менән сәйәси-тәрбиә эше буйынса ярҙамсыһы, һуңынан —начальниктың хөкөм ителгәндәр менән сәйәси-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары була[2].
1986 йылдан — Башҡорт АССР-ы Эске эштәр министрлығы Холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт учреждениелары идаралығының Стәрлетамаҡтағы 3-сө тәфтиш изоляторы начальнигы[3].
1992 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығы Төҙәтеү эштәре һәм социаль реабилитация хеҙмәтенең Өфөләге 1-се тәфтиш изоляторы начальнигы[2].
1993 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығы Төҙәтеү эштәре һәм социаль реабилитация хеҙмәтенең начальник урынбаҫары —төҙәтеү-хеҙмәт учреждениелары бүлеге начальнигы[3].
1996 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының Хөкүм язаһын ғәмәлгә ашырыу идаралығы начальнигының именлек һәм оператив эш буйынса урынбаҫары[2].
1997 йылдан — Башҡортостан Республикаһы эске эштәр министры урынбаҫары — Хөкүм язаһын ғәмәлгә ашырыу идаралығы начальнигы[3].
1999 йылдан — Башҡортостан Республикаһы буйынса Юстиция министрлығының Хөкүм язаһын ғәмәлгә ашырыу баш идаралығы начальнигы[2].
2005—2015 йылдарҙа — Хөкүм язаһын ғәмәлгә ашырыу буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы начальнигы[4][5]
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
• Башҡортостан Республикаһы Генералдар һәм адмиралдар союзының идара ағзаһы[6].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Раевка ауылы.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 Шалыгин Виктор Васильевич – биография. Сетевое издание «Информационно аналитический портал «VIPERSON» (Виперсон). 10 октября 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 декабрь 2024)
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 Поздравляем Шалыгина Виктора Васильевича. СОЮЗ Генералов и Адмиралов Республики Башкортостан (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 декабрь 2024)
- ↑ Виктор Шалыгин назначен начальником Главного управления Федеральной службы исполнения наказаний по Республике Башкортостан. ИА «Башинформ», 5 августа 2005 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 декабрь 2024)
- ↑ Путин отправил в отставку начальника башкирского УФСИН Шалыгина. Информационное агентство «ФедералПресс». 14 деуабря 2015 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 декабрь 2024)
- ↑ Союз генералов и адмиралов Республики Башкортостан. Состав правления. Генерал-лейтенант внутренней службы Шалыгин Виктор Васильевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2025)
- ↑ 1 2 Служба не за страх, а за совесть. Газета «Уфимские Ведомости» — приложение к журналу «Уфа». 28 ноября 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 декабрь 2024)
Һылтанмалар
• Шалыгин Виктор Васильевич – биография. Сетевое издание «Информационно аналитический портал «VIPERSON» (Виперсон). 10 октября 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 декабрь 2024)
• Глава 8. Ими гордится МВД Башкортостана. МИНИСТЕРСТВО ВНУТРЕННИХ ДЕЛ ПО РЕСПУБЛИКЕ БАШКОРТОСТАН. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 декабрь 2024)
• Поздравляем Шалыгина Виктора Васильевича. СОЮЗ Генералов и Адмиралов Республики Башкортостан (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 декабрь 2024)
• Служба не за страх, а за совесть. Газета «Уфимские Ведомости» — приложение к журналу «Уфа». 28 ноября 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 декабрь 2024)