Мәхмүдов Рөстәм Рәшит улы

Рөстәм Рәшит улы Мәхмүдов (рус. Махмудов Рустем Рашидович; 1962 йылдың 23 июле, Стәрлебаш, Башҡорт АССР-ы) — комсомол, именлек һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1987 йылдан — ВЛКСМ-дың Балтас район комитетының беренсе секретары; 1989—2013 йылдарҙа СССР Дәүләт именлеге комитеты һәм Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте органдарының хәрби хеҙмәткәре, подполковник (1998). Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2002).

Биографияһы

Рөстәм Рәшит улы Мәхмүдов 1962 йылдың 23 июлендә Башҡорт АССР-ының Стәрлебаш районы Стәрлебаш ауылында тыуған[2].

Ғаилә башлығының эше буйынса Ейәнсура районына яңы вазифаға күсерелеүе сәбәпле Мәхмүдовтар 1963 йылдан Иҫәнғол ауылында йәшәй.

Бындағы 2-се урта мәктәпте 1979 йылда тамамлағас, Рөстәм Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә. Юғары белем алғандан һуң үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген 1984 йылда БДУ-ның райком хоҡуҡтары булған ВЛКСМ комитеты секретары урынбаҫары булып башлай[2].

1986 йылдан ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, 1987 йылдан — ВЛКСМ-дың Балтас район комитетының беренсе секретары[2].

1989—2013 йылдарҙа СССР Дәүләт именлеге комитеты һәм Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте органдарының хәрби хеҙмәткәре, подполковник (1998)[2].

2014—2018 йылдарҙа Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте кадрҙар сәйәсәте һәм муниципаль хеҙмәт идаралығының бүлек начальнигы[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2002)[2]
  • ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт грамотаһы (1987)[2]
  • Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Почёт грамотаһы (2011)[2]
  • Өфө ҡалаһы ҡала округы советының Почёт грамотаһы (2018)[3]
  • Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең «Хәрби хеҙмәттә айырма өсөн» 1-се (2009), 2-се (2004) һәм 3-сө (2000) дәрәжә миҙалдары[2]
  • «Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығына 95 йыл» юбилей миҙалы (2013)[2]

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 МАХМУДОВ Рустем Рашидович. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 август 2026.
  3. Почётная грамота Совета городского округа город Уфа Республики Башкортостан (07.05.2018).

Һылтанмалар