Девятьяров Михаил Талгатович

Михаил Талгатович Девятьяров (25 февраль 1959 йыл, Чусовой, Пермь өлкәһе, РСФСР, СССР) — совет һәм Рәсәй саңғысыһы, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1988). Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2010)[1].

1988 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында 15 км дистанцияла Олимпия чемпионы һәм 4×10 км эстафетала Олимпия уйындарының көмөш призеры була.

Девятьяров 1981 йылғы ҡышҡы Универсиадала 15 км дистанцияла бронза, шулай уҡ 1987 йылда Оберстдорфтағы донъя чемпионатында 2 миҙал яулай (4×10 км эстафетала көмөш һәм 15 км-ҙа бронза) яулай.

1987 йылда 15 км, 50 км һәм 4×10 км эстафетала, 1986 йылда 4×10 километрлыҡ эстафетала СССР чемпионы.

2016 йылдың майынан — саңғы спорты буйынса Көньяҡ Корея йыйылма командаһы тренеры.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә