Сван Гунде
Андерс Гунде Сван (швед. Anders Gunde Svan, 12 ғинуар 1962 йыл, Ерна, Коппарберг) — швед саңғысыһы, 4 тапҡыр олимпия чемпионы, 7 тапҡыр донъя чемпионы, дөйөм зачетта 5 тапҡыр Донъя кубогын яулаусы.
Биографияһы
2018 йылға тиклем Гунде Сван Олимпия уйындары тарихында саңғы уҙышы буйынса иң йәш чемпион була. 1984 йылдың 13 февралендә Сараевола Олимпиадала 15 километрға йүгереү көнөндә Сванға 22 йәш, 1 ай һәм 1 көн була. 2018 йылдың февралендә уның һөҙөмтәһен спринтта еңгән норвег Йоханнес Клебо (21 йәш, 3 ай һәм 22 көн) үтә.
Гунде Сван саңғысы карьераһын көтмәгәндә тамамлай. 1991 йылда 29 йәшендә ралликросс менән профессиональ шөғөлләнә башлай. Швеция чемпионы һәм Европа чемпионатының бронза призеры була. 1996 йылда раллиҙан китә.
Гунде Сван рекламала төшә, «Форт Бойяр» телеуйынының швед версияһын алып бара.
Ҡаҙаныштары
— 4 тапҡыр олимпия чемпионы (1984 — 15 км уҙышта һәм 4 × 10 км эстафетала, 1988 — 50 км уҙышта һәм эстафетала)
— 2 тапҡыр олимпия призеры (1984 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында 50 км уҙышта (көмөш) һәм 30 км уҙышта (бронза)
— 7 тапҡыр донъя чемпионы
— 5 тапҡыр Донъя кубогын яулаусы
— саңғы ярыштарында беренсе булып коньки техникаһын ҡуллана[1].
Гунде Свандың Донъя кубогындағы һөҙөмтәләре
| Миҙгел | Урын | Мәрәйҙәр |
|---|---|---|
| 1981/82 | 57 | 8 |
| 1982/83 | 2 | 116 |
| 1983/84 | 1 | 145 |
| 1984/85 | 1 | 152 |
| 1985/86 | 1 | 145 |
| 1986/87 | 3 | 83 |
| 1987/88 | 1 | 109 |
| 1988/89 | 1 | 170 |
| 1989/90 | 2 | 144 |
| 1990/1991 | 8 | 65 |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Миллиард шагов до Сочи 2014 йылдың 24 ғинуар көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Гунде Сван — статистика на сайте FIS (инг.)
- Гунде Сван на сайте МОК (инг.)