Прокуроров Алексей Алексеевич
Алексе́й Алексе́евич Прокуро́ров (25 март 1964, Мишино, Владимир өлкәһе — 10 октябрь 2008, Владимир) — совет һәм Рәсәй саңғысыһы, 1988 йылда олимпия чемпионы һәм 1997 йылда донъя чемпионы. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1988), Владимир ҡалаһының почетлы гражданы.
Биографияһы
Эшсе ғаиләһендә тыуған, ата-әсәһе Муром приборҙар эшләү заводында эшләгән.
12 йәшендә, табиптарҙың иҫкәртеүҙәренә ҡарамаҫтан (йөрәк сире), саңғы секцияһына килә. Беренсе тренеры — Виктор Муратов, һуңыраҡ Василий Рочев, Владимир Малашенков һәм Олег Канточкиндарҙа шөғөлләнә.
1982 йылда СССР юниорҙар йыйылма командаһы составына индерелә.
Спорт карьераһы
1985 йылда Универсиадала 4×10 километрлыҡ эстафетала алтын, 30 километрҙа көмөш һәм 15 километрҙа бронза миҙалдар яулай.
1986 йылдан саңғы спорты буйынса СССР йыйылма командаһына инә. Биш Олимпиадала ҡатнаша: 1988, 1992, 1994, 1998 һәм 2002. Калгариҙағы Олимпиадала 30 км-ҙа алтын һәм 4×10 км эстафетала көмөш миҙал яулай. 1998 йылғы Наганолағы һәм 2002 йылда Солт-Лейк-Ситиҙағы Олимпия уйындарында Рәсәй флагын йөрөтөүсе була.
1997 йылда 30 км дистанцияла донъя чемпионы. Тренерҙары — В. П. Рочев, В. Малашенков һәм О. Канточкин. Спорт карьераһын 2002 йылда Норвегияның Лиллехаммер ҡалаһында үткән донъя чемпионатында 39 йәшендә тамамлай[2].
Тренер эшмәкәрлеге
Владимир дәүләт педагогия институтын тамамлай.
2006 йылдың апрелендә саңғы ярыштары буйынса Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһының баш тренеры итеп тәғәйенләнә.
Үлеме
2008 йылдың 10 октябрендә 45-се йәшендә юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә вафат була. Прокуроров Улыбышево ҡала зыяратының Дан аллеяһында ерләнә[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Почёт ордены (Рәсәй) (1995 йылдың 28 декабре) — дәүләт алдындағы ҡаҙаныштары, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн[4]
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1988)
- СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1988, саңғы ярыштары)
- «Физик культураны һәм спортты үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» Почет билдәһе
- Владимир ҡалаһының почетлы гражданы (2002 йылдың 30 майы) — физик культура һәм спортты үҫтереүҙәге ҙур ҡаҙаныштары, юғары спорт һөҙөмтәләре өсөн[5]
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Alexei Prokurorov // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ Великие олимпийские моменты. Лыжные гонки. Прокуроров-1988. Olympics.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 октябрь 2021. Архивировано 5 февраль 2022 года.
- ↑ Похороны Алексея Прокуророва пройдут во Владимире // Взгляд. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2008. Архивировано 13 октябрь 2008 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 28 декабря 1995 года № 1325 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»(недоступная ссылка)
- ↑ Прокуроров Алексей Алексеевич. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2015. Архивировано 19 март 2015 года.