Смирнов Владимир Михайлович (саңғысы)
Смирно́в Влади́мир Миха́йлович (рус. Смирнов Владимир Михайлович, 7 март 1964 йыл, Щучинск, Целинный өлкәһе) — совет һәм Ҡаҙағстан саңғысыһы, 1994 йылғы олимпия чемпионы, дүрт тапҡыр донъя чемпионы, Олимпия уйындарының 4 тапҡыр көмөш һәм ике тапҡыр бронза призеры, күп тапҡыр СССР чемпионы. Халыҡ-ара олимпия комитетының элекке ағзаһы.
Ике тапҡыр ҙур Гәлсәр глобусҡа эйә (1990/1991,1993/1994 йылдар миҙгеле). XX быуаттың 80-се йылдарының икенсе яртыһында һәм 90-сы йылдарында — донъяла иң көслө саңғысыларҙың береһе.
1980 йылдан 1992 йылға тиклем СССР һәм БДБ йыйылма командалары составында, 1992 йылдан 1999 йылға тиклем Ҡаҙағстан флагы аҫтында сығыш яһай.
СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1988). Ҡаҙағстандың атҡаҙанған спорт мастеры.
Биографияһы
Владимир Михайлович Смирнов 1964 йылда Ҡаҙаҡ ССР-ының Күксәтау өлкәһе Щучинск ҡалаһында тыуған. Саңғы спорты менән мәктәп йәшендә шөғөлләнә башлай. Беренсе тренеры физкультура уҡытыусыһы Владимир Браташов була. Һуңынан Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған тренеры Александр Унгефукта шөғөлләнә.
1979 йылда 15 йәшендә үҫмерҙәр араһында СССР беренселегендә икенсе һәм дүртенсе урындарҙы биләй һәм беренсе тапҡыр саңғы ярыштары буйынса СССР үҫмерҙәр йыйылма командаһы составына индерелә. 1981 йылдан юниорҙар араһында донъя чемпионаттарында сығыш яһай башлай, эстафета ярыштарында команда составында еңеү яулай.
Ете донъя чемпионатында ҡатнаша, дүрт тапҡыр алтын миҙал яулай(1987, 1989, 1993, 1995), шулай уҡ 4 көмөш һәм 3 бронза миҙал. Ике тапҡыр донъя Кубогын яулай: 1991/92 һәм 1993/94. Бер нисә тапҡыр Советтар Союзы чемпионы була. 1996 йылда Азия журналистары Конгресы тарафынан йылдың иң яҡшы спортсыһы тип таныла.
Шулай уҡ Олимпия уйындарында дүрт тапҡыр ҡатнаша:
— XV Ҡышҡы Олимпия уйындары, Калгари, 1988, 30 км: көмөш миҙал, 15 км: бронза миҙал, 4×10 км эстафета ярышы: көмөш миҙал
— XVI Ҡышҡы Олимпия уйындары, Албервилл, 1992
— XVII Ҡышҡы Олимпия уйындары, Лиллехаммер, 1994: классик стилдә 50 км (алтын миҙал), классик стилдә 10 км (көмөш миҙал), 15 км эҙәрлекләү ярышы (көмөш миҙал)
— XVIII Ҡышҡы Олимпия уйындары, Нагано, 1998: 15 км (бронза миҙал)
1980 йылдан 1992 йылға тиклем СССР йыйылма командаһы составында Ҡаҙағстан исеменән сығыш яһай. Советтар Союзы тарҡалғандан һуң, сит илдә йәшәй һәм бөтә яуаплы ярыштарҙа ла Ҡаҙағстан флагы аҫтында сығыш яһай (1992—1998). 1994 йылда Ҡаҙағстан Республикаһы исеменән сығыш яһап, олимпия чемпионы була.
Ҙур спорттағы сығыштарын 1999 йылда тамамлай. 1999 йылдың декабрендә Лозаннала үткән Халыҡ-ара Олимпия комитетының сираттан тыш 110-сы сессияһында уның тулы хоҡуҡлы ағзаһы итеп һайлана[1].
Наганола Олимпиадала В. Смирнов Халыҡ-ара олимпия комитеты комиссияһына[2], ә 2000 йылда Халыҡ-ара олимпия комитеты башҡарма комитеты ағзаһы итеп һайлана[3].
2002—2010 йылдарҙа Ҡаҙағстан биатлон федерацияһы президенты була[4].
2004—2005 йылдарҙа Халыҡ-ара биатлонсылар союзының спорт директоры ассистенты булып эшләй[4].
2006—2010 йылдарҙа. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ конгресы Смирновты спорт буйынса вице-президент итеп һайлай[4].
2007 йылда Ҡаҙағстандың саңғы спорты төрҙәре ассоциацияһының беренсе вице-президенты итеп һайлана[4].
Марит Кристенсен[5] һәм А. Арих, П. Е. Исаксен, Л. Нельдинг, Т. Аян менән бергә китаптар яҙа[6].
Донъя Кубогында еңеүҙәре
|
1990/91
|
1993/94
|
Сығыштар тарихы
Сараеволағы XIV Олимпия уйындарынан һуң совет саңғы спорты оҙайлы көрсөк кисерә. Ул Олимпиадаға тиклем ҡулланылған һәм совет тренерҙар штабы иғтибар биреп еткермәгән саңғыла конькиҙа ысулы менән йөрөүҙең көслө үҫеше менән бәйле була. Конькиҙа йөрөүҙе ҡулланған скандинав уҙышсылары 1985—1987 йылдарҙа донъя чемпионаттарында һәм кубоктарында юғары урындарҙы биләй. Швед Гунде Сван бөтөнләй еңелмәҫлек тип һанала. Смирнов Донъя кубогы этабында Сванды уҙып китә алған беренсе саңғысы була, ә 1988 йылда Калгариҙағы Олимпия уйындарында ул инде фавориттарҙың береһе һанала. Әммә ул Калгариҙа олимпия чемпионы була алмай, ләкин ике көмөш һәм бер бронза миҙал яулай.
Гунде Сван менән ярышыу 1989 йылда Финляндияның Лахти ҡалаһында үткән донъя чемпионатында дауам итә, Унда Смирнов 30 км-ға уҙышта чемпион була.
Советтар Союзы тарҡалғандан һуң, 1992 йылдан 1998 йылға тиклем, Швецияла йәшәй һәм күнекмәләр үткәрә, швед клубы өсөн сығыш яһай. Бөтә халыҡ-ара ярыштарҙа Ҡаҙағстан флагы аҫтында ҡатнаша.
1998 йылда Наганола үткән Олимпиадала 15 километрға эҙәрлекләү ярышында бронза миҙал яулай, шунан карьераһын тамамлауы тураһында иғлан итә. 1999 йылда Смирнов Азия уйындарында ҡатнаша, унда өс ярышта ике алтын һәм бер көмөш миҙал яулай.
Шәхси тормошо
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1988 йыл) һәм Ҡаҙағстандың «Данк» ордены (1995 йылдың 4 июле)[4].
«Ҡаҙағстан Республикаһының бойондороҡһоҙлоғона 20 йыл» миҙалы[4].
Норвегияның иң юғары саңғы наградаһы — Хольменколлен миҙалы менән бүләкләнгән[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Журнал «Лыжный спорт». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2015. Архивировано 20 июнь 2015 года.
- ↑ Владимир СМИРНОВ: После спорта жизнь только начинается. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июнь 2015. Архивировано 20 июнь 2015 года.
- ↑ Последний медалист
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 Профиль спортсмена на сайте Национальной информационной сети «Спортивная Россия». newteenager.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июнь 2015. Архивировано 17 июнь 2015 года.
- ↑ [av Marit Christensen (forfatter) og Vladimir Smirnov (forfatter) Smirre (норв.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июнь 2015. Архивировано 17 июнь 2015 года. av Marit Christensen (forfatter) og Vladimir Smirnov (forfatter) Smirre (норв.)]
- ↑ «Владимир Смирнов — человек-победитель». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июнь 2015. Архивировано 17 июнь 2015 года.
- ↑ «Акмолинская правда», № 47, 26 апреля 2003 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2015. Архивировано 20 июнь 2015 года.
- ↑ Досье Sport.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июнь 2015. Архивировано 20 июнь 2015 года.
Библиография
- Smirre / Marit Christensen, Vladimir Smirnov. — Aschehoug & Co, 1994. — 119 p. — ISBN 9788203260414
- Владимир Смирнов-человек-победитель / авторский коллектив Арих Андрей, Исаксен Пер Ерик, Нельдинг Ларс, Төлеген Аян. — Астана: Ақарман-медиа, 2012.- 278 с.
Һылтанмалар
- Прямая линия с читателями журнала «Лыжный спорт»