Легков Александр Геннадьевич

Алекса́ндр Генна́дьевич Легко́в[1] (7 май 1983 йыл, Красноармейск, Мәскәү өлкәһе) — Рәсәй саңғысыһы. Марафонда (50 км) олимпия чемпионы һәм 2014 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарында эстафетала көмөш призер. 2007 йылда эстафетала донъя вице-чемпионы, 2013 йылда донъя чемпионатында эстафетала бронза призер, Турин һәм Ванкуверҙағы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. 2013 йылда күп көнлөк Тур де Ски саңғы уҙышында еңеүсе. 2012/2013 йылдар миҙгелендә Донъя кубогының дистанцион зачётында Кесе гәлсәр глобусҡа эйә була[2]. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры.

Биографияһы

Александр Геннадьевич Легков 1983 йылда Красноармейск ҡалаһында спортсылар ғаиләһендә тыуған. Әсәһе Легкова Ирина Николаевна — мәктәптә физкультура уҡытыусыһы. Атаһы Геннадий Викторович Легков — отставкалағы майор, футбол һәм туплы хоккей менән шөғөлләнә. Өлкән ағаһы Виктор Легков — биатлонсы[3].

Бала сағында Вячеслав Михайлович Смехов етәкселегендә хоккей менән шөғөлләнә. Ҡаланың «Вихрь» балалар командаһының һөжүмсеһе һәм капитаны була. 12 йәшендә «Алтын шайба» клубы призына Мәскәү өлкәһе беренселегендә иң яҡшы уйынсы тип таныла[3][4]. Хоккей менән етди шөғөлләнеү өсөн Мәскәүгә яҡын урынлашҡан клубҡа күсергә кәрәк. Әммә Мәскәүгә барыр өсөн аҡса ла, ваҡыт та булмай һәм Легковтың хоккей карьераһы тамамлана.

Бер ни тиклем ваҡыт спорт менән бөтөнләй шөғөлләнмәй. Атаһының кәңәше буйынса биатлонды һайлай. Легков Владимир Васильевич Кренёв төркөмөндә саңғы менән шөғөлләнә башлай[5].

Рәсәй юниорҙар йыйылма командаһына эләккәндән һуң Легковтың тренеры — Юрий Бородавко[6]. Уның етәкселегендә 2001 йылдан шөғөлләнә[3].

2009 йылда Югра дәүләт университетын «Экономика һәм төҙөлөш предприятиеһында идара итеү» һөнәре буйынса тамамлай. 2010/11 йылдар миҙгеленә элек Швейцария саңғысылары менән эшләгән немец белгесе Изабель Кнауте етәкселегендә әҙерләнә[7][8]. 2011/12—2013/14 йылдар сезонында уның тренеры — Рето Бургермайстер[9][10].

2014 йылда Сорғот дәүләт университетын «Физик культура» йүнәлеше буйынса тамамлай. 2016 йылдың 27 мартында Берҙәм Рәсәй партияһына инә һәм партияның Мәскәү өлкә думаһына һайлауҙар буйынса алдан тауыш биреүҙә ҡатнашырға теләүе тураһында белдерә[11]. 2016 йылдың майында «Берҙәм Рәсәй» праймеризында еңеп сыға[12]. 2016 йылдың 18 сентябрендә 21-се Сергиево-Посад һайлау округы буйынса Мәскәү өлкә Думаһы депутаты итеп һайлана. Йәштәр эштәре һәм спорт комитеты ағзаһы[12].

2018 йылдың 6 апрелендә халыҡ-ара карьераһының тамамланыуы тураһында иғлан итә[13].

2018 йылдан — VI саҡырылыш Мәскәү өлкә думаһы депутаты, Йәштәр һәм спорт эштәре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары. «Берҙәм Рәсәй» фракцияһына инә.

Спорт һөҙөмтәләре

Донъя чемпионаттары һәм Олимпия уйындары

[14][15]

Йыл Үткәрелеү урыны Дисциплина Урын
2005 ЧМ Германия флагы Оберстдорф 15 км Св 48
2005 ЧМ Германия флагы Оберстдорф Спринт 1,2 км Кл 50
2006 ОИ Италия флагы Турин,Праджелато Скиатлон 30 км 37
2006 ОИ Италия флагы Турин,Праджелато Марафон 50 км Св 20
2007 ЧМ Япония флагы Саппоро Скиатлон 30 км 6
2007 ЧМ Япония флагы Саппоро 15 км Св 5
2007 ЧМ Япония флагы Саппоро Эстафета 4x10 км 2
2009 ЧМ Чехия Либерец Скиатлон 30 км 4
2009 ЧМ Чехия Либерец Марафон 50 км Св 18
2010 ОИ Канада флагы Ванкувер,Уистлер 15 Км Св 15
2010 ОИ Канада флагы Ванкувер,Уистлер Скиатлон 30 км 4
2010 ОИ Канада флагы Ванкувер,Уистлер Эстафета 4x10 км 8
2010 ОИ Канада флагы Ванкувер,Уистлер Марафон 50 км Кл 14
2011 ЧМ Норвегия флагы Хольменколлен Скиатлон 30 км 19
2011 ЧМ Норвегия флагы Хольменколлен 15 км Кл 20
2011 ЧМ Норвегия флагы Хольменколлен Эстафета 4х10 7
2013 ЧМ Италия флагы Валь-ди-Фьемме Скиатлон 30 км 6
2013 ЧМ Италия флагы Валь-ди-Фьемме 15 км Св 25
2013 ЧМ Италия флагы Валь-ди-Фьемме Эстафета 4х10 3
2013 ЧМ Италия флагы Валь-ди-Фьемме Марафон 50 км Кл 4
2014 ОИ Рәсәй флагы Сочи,Красная Поляна Скиатлон 30 км 11
2014 ОИ Рәсәй флагы Сочи,Красная Поляна Эстафета 4х10 км 2
2014 ОИ Рәсәй флагы Сочи,Красная Поляна Марафон 50 км Св 1

Донъя кубогында сығыш яһау статистикаһы

[15]

2013/2014 Flag of Finland.svg
Куусамо
Норвегия флагы
Лиллехамер
Флаг Швейцарии
Давос
Европа Берләшмәһенең флагы
Тур де Ски
Италия флагы
Доббиако
Flag of Finland.svg
Лахти
Норвегия флагы
Осло
Швеция флагы
Фалун
Һөҙөмтәләр
26 См 15 Кл Э 4x7,5 30 Св 102 См 15 Кл Спринт Св 15 Св 50 Кл Мст 35 См Мәрәй Урын
3 6 1 9 6 1 58 3 3 3 980 2
2012/2013 Швеция флагы
Елливаре
Flag of Finland.svg
Куусамо
Европа Берләшмәһенең флагы
Тур де Ски
Франция флагы
Ла-Клюз
Рәсәй флагы
Сочи
Флаг Швейцарии
Давос
Flag of Finland.svg
Лахти
Норвегия флагы
Осло
Швеция флагы
Фалун
Һөҙөмтәләр
15 Св Э 4x7,5 26 См 102 См 15 Кл Мст Э 4x7,5 30 Д 15 Св 15 Кл 50 Св Мст 35 См Мәрәй Урын
9 3 7 1 5 4 3 3 8 1 4 1381 2
2011/2012 Норвегия флагы
Sjusjøen
Flag of Finland.svg
Куусамо
Флаг Швейцарии
Давос
Флаг Словении
Рогла
Европа Берләшмәһенең флагы
Тур де Ски
Эстония флагы
Отепя
Рәсәй флагы
Рыбинск
Чехия
Нове-Место-на-Мораве
Польша
Шклярска-Поремба
Flag of Finland.svg
Лахти
Норвегия флагы
Осло
Швеция флагы
Фалун
Һөҙөмтәләр
15 Св Э 4x10 25 См 30 Св 15 Кл МС 110 См 15 Кл 15 Св Мст 30 Кл Мст Э 4x10 15 Кл 15 Кл + 15 Св 50 Св Мст 35 См Мәрәй Урын
11 5 7 12 5 5 13 4 9999 7 3 6 7 16 1000 5
2010/2011 Швеция флагы
Елливаре
Flag of Finland.svg
Куусамо
Флаг Швейцарии
Давос
Франция флагы
Ла-Клюз
Рәсәй флагы
Рыбинск
Норвегия флагы
Драммен
Flag of Finland.svg
Лахти
Швеция флагы
Фалун
Һөҙөмтәләр
15 Св Э 4x10 25 См 15 Кл 30 Св Мст Э 4x10 10 Кл + 10 Св Мст Э 4x10 15 Кл 10 Кл + 10 Св Мст 40 См Мәрәй Урын
6 2 1 2 3 2 7 1 11 33 13 796 5
2009/2010 Норвегия флагы
Бейтоштолен
Flag of Finland.svg
Куусамо
Флаг Швейцарии
Давос
Флаг Словении
Рогла
Канада флагы
Кэнмор
Һөҙөмтәләр
15 Св Э 4x10 15 Кл 15 Св 30 Кл Мст 15 Св С 1,7 Кл Мәрәй Урын
7 2 3 25 2 15 36 253 30
2008/2009 Швеция флагы
Елливаре
Flag of Finland.svg
Куусамо
Франция флагы
Ла-Клюз
Флаг Швейцарии
Давос
Европа Берләшмәһенең флагы
Тур де Ски
Рәсәй флагы
Рыбинск
Flag of Finland.svg
Лахти
Норвегия флагы
Трондхейм
Швеция флагы
Фалун
Һөҙөмтәләр
15 Св Э 4x10 15 Кл 30 Св Мст Э 4x10 15 Кл 102 15 Св Мст 15 Св 50 Кл Мст 40 Д Мәрәй Урын
22 5 6 3 10 33 33 4 1 12 3 562 11
2007/2008 Норвегия флагы
Бейтоштолен
Flag of Finland.svg
Куусамо
Флаг Швейцарии
Давос
Рәсәй флагы
Рыбинск
Европа Берләшмәһенең флагы
Тур де Ски
Канада флагы
Кэнмор
Эстония флагы
Отепя
Чехия
Либерец
Швеция флагы
Фалун
Flag of Finland.svg
Лахти
Италия флагы
Бормио
Һөҙөмтәләр
15 Св Э 4x10 15 Кл 15 Кл Э 4x10 30 Св Мст 102 См 30 Д 15 Св 15 Кл 11,4 Св 30 Д Э 4x10 15 Кл 3,3 Св 15 Д Мәрәй Урын
12 3 8 16 9 6 20 9 15 21 33 12 10 57 11 33 273 26
2006/2007 Швеция флагы
Елливаре
Flag of Finland.svg
Куусамо
Италия флагы
Когне
Франция флагы
Ла-Клюз
Европа Берләшмәһенең флагы
Тур де Ски
Рәсәй флагы
Рыбинск
Эстония флагы
Отепя
Флаг Швейцарии
Давос
Норвегия флагы
Осло
Швеция флагы
Фалун
Һөҙөмтәләр
15 Св Э 4x10 15 Кл 15 Кл 30 Св Мст Э 4x10 102 См 30 Св Мст 15 Кл 15 Св 15 Кл 30 Д Мәрәй Урын
7 2 12 22 2 1 2 1 24 54 DNS 26 580 2
2005/2006 Норвегия флагы
Бейтоштолен
Flag of Finland.svg
Куусамо
Чехия
Нове-Место
Швеция флагы
Фалун
Норвегия флагы
Осло
Һөҙөмтәләр
15 Кл Э 4x10 15 Кл 15 Св 15 Св 20 Д 50 Св Мәрәй Урын
20 4 65 29 23 18 24 41 95
2004/2005 Швеция флагы
Елливаре
Flag of Finland.svg
Куусамо
Италия флагы
Лаго Ди Тесеро
Австрия
Рамзау
Эстония флагы
Отепя
Чехия
Нове-Место
Германия флагы
Райт-им-Винкль
Flag of Finland.svg
Лахти
Норвегия флагы
Осло
Швеция флагы
Фалун
Һөҙөмтәләр
15 Кл 15 Св 15 Кл 30 Д Э 4x10 30 Св Мст 15 Кл 15 Св Спринт Св 15 Св 15 Св 50 Кл 30 Д Э 4х10 Мәрәй Урын
20 14 34 52 11 35 51 29 66 66 22 26 36 7 45 75
2003/2004 Италия флагы
Доббиако
Флаг Швейцарии
Давос
Австрия
Рамзау
Швеция флагы
Фалун
Эстония флагы
Отепя
Франция флагы
Ла-Клюз
Германия флагы
Оберстдорф
Швеция флагы
Умео
Норвегия флагы
Трондхейм
Норвегия флагы
Осло
Flag of Finland.svg
Лахти
Италия флагы
Праджелато
Һөҙөмтәләр
30 Св Мст Спринт 15 Кл Э 4x10 10 Св 30 Д 30 Кл Мст Э 4x10 15 Св Э 4x10 30 Д Спринт 15 Кл С 1.5 Св 50 Св С 1 Св 15 Кл С 1.3 Св 30 Св Мәрәй Урын
30 13 27 6 61 30 36 4 28 7 DNF 11 38 52 11 72 73 69 39 33 56

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) (24 февраль 2014 йыл) — физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне, 2014 йылда Сочи ҡалаһында XXII ҡышҡы Олимпия уйындарында юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн[16][17].
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты (5 март 2010 йыл) — физик культураны һәм спортты үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары, 2010 йылда Ванкуверҙағы XXI Олимпиада уйындарында юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн[18].
  • Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (17 февраль 2014 йыл)[19].

Спорт үҙәге

2014 йылдың октябрендә Мәскәү өлкәһенең Пересвет ҡалаһында Александр Легковтың спорт үҙәге асыла.[20].

2021 йылда Дмитрий Губерниев менән бергә Матч ТВ телеканалында саңғы спорты төрҙәре буйынса донъя чемпионатында комментатор булып сығыш яһай.

Шәхси тормошо

Ҡатыны — Татьяна. 2015 йылдың 2 июлендә улы Арсений тыуа[12][21].

Әгәр Легков саңғысы булмаһа, актёр булыр ине[22].

Рәсәй йыйылмаһында уны «Бесәй» ҡушаматы менән йөрөтәләр[23], норвегтар уны «Ҡыҙыл машина» тип йәрәтә[24].

Легков үҙенең фамилияһы тураһында түбәндәгеләрҙе хәбәр итә: «Дөрөҫөн әйткәндә, минең фамилиям Лёгков тип әйтелә. Мин үҫкән ҡалала әле лә уны шулай дөрөҫ әйтмәүҙәре ғәжәпләндерә»[22][3].

Иҫкәрмәләр

  1. Исторически фамилия записывалась через «ё» с ударением на первом слоге (Лёгков), но в паспорте Александра написана как Легков Карманов Р. Мой сын – Санька Лёгков… Советский спорт (8 декабрь 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2013. Архивировано 20 декабрь 2021 года.
  2. Кащ А. Александр Легков: наши смазчики – просто золото! Сборная России-2014 (17 март 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2013. Архивировано из оригинала 22 февраль 2014 года.
  3. 1 2 3 4 Карманов Р. Мой сын – Санька Лёгков... Советский спорт (8 декабрь 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2013. Архивировано 21 март 2013 года.
  4. Степанцева И. Александр Легков: Мне просто отключили свет! Московский Комсомолец (22 май 2007). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2013. Архивировано 21 март 2013 года.
  5. Легков Александр Геннадьевич. Центр спортивной подготовки сборных команд Югры. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2013. Архивировано 2 апрель 2015 года.
  6. Александр Легков: прямая линия с читателями журнала "Лыжный спорт", часть вторая (недоступная ссылка — история). Официальный сайт журнала «Лыжный спорт». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2013. Архивировано 21 март 2013 года.
  7. Круглов А., Служаков А. Александр Легков — об Олимпийском золоте и будущем. Интервью. Чемпионат (24 апрель 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 апрель 2014. Архивировано 24 апрель 2014 года.
  8. Спирин А. В Европе никто не работает так много, как русские лыжники (18 февраль 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2013. Архивировано 21 март 2013 года.
  9. Бутов С. Рето Бургмайстер: "Легков будет на пике к "Тур де Ски". Спорт-Экспресс (28 ноябрь 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2013. Архивировано 23 май 2012 года.
  10. Иванов В. Легков меняет тренера. Спорт-Экспресс (30 октябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 март 2015. Архивировано 24 сентябрь 2015 года.
  11. Легков вступил в «Единую Россию» и намерен участвовать в выборах Архивная копия от 9 апрель 2016 на Wayback Machine Публикация на сайте Openski от 27 марта 2016 года
  12. 1 2 3 Легков Александр Геннадьевич. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 ноябрь 2017. Архивировано 9 ноябрь 2017 года.
  13. Олимпийский чемпион Александр Легков объявил о завершении международной карьеры — Спорт — ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2018. Архивировано 8 апрель 2018 года.
  14. Александр Легков — Sports-Reference.com (инг.) сайтында олимпия статистикаһы
  15. 1 2 Biography: Alexander Legkov (ингл.) (недоступная ссылка — история). FIS. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2013. Архивировано 21 март 2013 года.
  16. Указ о награждении государственными наградами чемпионов и призёров XXII Олимпийских зимних игр 2014 года. Официальный сайт Президента России (24 февраль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2014. Архивировано 27 февраль 2014 года.
  17. Путин встретился с членами сборной России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 февраль 2014. Архивировано из оригинала 6 октябрь 2014 года.
  18. Распоряжение Президента Российской Федерации от 5 марта 2010 года № 135-рп «О поощрении». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 апрель 2011. Архивировано из оригинала 12 июнь 2012 года.
  19. Приказ «О присвоении почетного спортивного звания „Заслуженный мастер спорта России“». Официальный сайт Министерства спорта Российской Федерации (17 февраль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 февраль 2014. Архивировано 1 ноябрь 2017 года.
  20. Александр Легков открыл лыжный клуб в Пересвете. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2015. Архивировано 2 апрель 2015 года.
  21. У Александра Легкова и его супруги Татьяны родился сын. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ғинуар 2020. Архивировано 29 ғинуар 2020 года.
  22. 1 2 Время новостей: N°38, 05 марта 2007. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 ноябрь 2017. Архивировано 9 ноябрь 2017 года.
  23. Романов А. Беседа с чемпионом: Александр Легков. Eurosport.ru (3 ғинуар 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2013. Архивировано 10 февраль 2013 года.
  24. Романов А. Александр Легков: «Когда передал эстафету - потемнело в глазах». Eurosport.ru (25 февраль 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2013. Архивировано 10 февраль 2013 года.

Тема буйынса өҫтәмә