Тур де Ски
Тур де Ски (Tour de Ski, TdS) — Халыҡ-ара саңғы спорты федерацияһы үткәргән күп көнлөк саңғы ярышы. Декабрь аҙағында ғинуар башында үткәрелә, донъя Кубогының айырым өлөшө булып тора. Уның эсенә дөйөм старттарҙы, эҙәрлекләү ярыштарын һәм классик стилдә лә, ирекле стилдә лә йүгерелгән айырым стартлы ярыштар инә. Һуңғы этапта Италияның Валь-ди-Фьемме тауы башына ярыш үткәрелә.
Тарихы
Турҙы үткәреү идеяһы 2004 йылда Тур де Франс велоярышынан һуң барлыҡҡа килә. Уның авторҙары — өс тапҡыр олимпия чемпионы Вегард Ульванг һәм Халыҡ-ара саңғы спорты федерацияһының баш башҡарма директоры Юрг Каполь. Беренсе Тур 2006/07 йылдар миҙгелендә Чехия, Италия һәм Германия территорияһында уҙғарыла.
Ярыш тәртибе
7 йәки 8 этаптан тора:
- һәр этап бер көн дауам итә;
- һәр ярышсы, ваҡыты теркәлһен һәм тупланһын өсөн, этапты тамамларға тейеш.
Дөйөм алғанда, ҡатын-ҡыҙҙар − 62 км, ир-егеттәр 90 км тиклем үтә (2020 йылға ҡарата).
Еңеүселәр түбәндәге номинацияларҙа билдәләнә:
- генераль классификация — бөтә этаптарҙы үтеүҙең иң аҙ дөйөм ваҡыты буйынса;
- спринт ярыштары иҫәбе — йыйылған сприн мәрәйҙәре буйынса.
Еңеүселәр
Ирҙәр
Ҡатын-ҡыҙҙар
Донъя кубогында мәрәйҙәр
Тур йомғаҡтары буйынса иң яҡшы 30 спортсы донъя кубогы иҫәбенә икеләтә мәрәй ала, ә һәр этаптағы иң көслөләр ярты мәрәй ала. Бынан тыш, йыйған мәрәйҙәр донъя кубогының дистанцион һәм сприн ярыштар иҫәбенә инә.
| Урын | 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
| Турҙың дөйөм иҫәбе | 400 | 320 | 240 | 200 | 180 | 160 | 144 | 128 | 116 | 104 | 96 | 88 | 80 | 72 | 64 | 60 | 56 | 52 | 48 | 44 | 40 | 36 | 32 | 28 | 24 | 20 | 16 | 12 | 8 | 4 |
| Тур этабы | 50 | 46 | 43 | 40 | 37 | 34 | 32 | 30 | 28 | 26 | 24 | 22 | 20 | 18 | 16 | 15 | 14 | 13 | 12 | 11 | 10 | 9 | 8 | 7 | 6 | 5 | 4 | 3 | 2 | 1 |
Бонус мәрәйҙәре
| Урын | 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
| Спринт бонусы мәрәйҙәре | 60 | 56 | 52 | 48 | 44 | 42 | 40 | 38 | 36 | 34 | 32 | 30 | 18 | 17 | 16 | 15 | 14 | 13 | 12 | 11 | 10 | 9 | 8 | 7 | 6 | 5 | 4 | 3 | 2 | 1 |
| Урын | 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
| Премия мәрәйҙәре | 15 | 12 | 10 | 8 | 6 | 5 | 4 | 3 | 2 | 1 |
Дистанцион төрҙәрҙә призлы урындар өсөн бонус секундтары:
- Беренсе урын — 15 секунд
- Икенсе урын — 10 секунд
- Өсөнсө урын — 5 секунд
Рекордтар
| Нимә | Ирҙәр | Ҡатын-ҡыҙҙар |
|---|---|---|
| Дөйөм иҫәптә еңеүҙәр | ||
| Спринт иҫәбендә еңеүҙәр | ||
| Дөйөм иҫәптә призлы урындар | ||
| Миҙгелдәр | ||
| Этаптарҙа еңеүҙәр | ||
| Этаптарҙа рәттән еңеүҙәр | ||
| Этаптарҙа миҙгелдә еңеүҙәр |
Һылтанмалар
- Официальный сайт Тур де Ски (инг.) (нем.) (фр.)