Йохауг Тереза
Тереза Йохауг (норв. Therese Johaug; 25 июнь 1988 йыл, Далсбюгда, Хедмарк) — Норвегия саңғысыһы, 2010 һәм 2022 йылдарҙа дүрт тапҡыр олимпия чемпионы, 14 тапҡыр донъя чемпионы, дөйөм иҫәптә донъя Кубогын өс тапҡыр яулаусы. Дистанцион төрҙәрҙә махсуслаша. 2019 йылда еңел атлетика буйынса 10 000 метрға[4] йүгереүҙә Норвегия чемпионы. Модельер, спорт кейеме дизайнеры.
Саңғы ярыштары буйынса донъя чемпионатында шәхси ярыштарҙа 10 алтын миҙал, донъя кубогында шәхси ярыштарҙа 81 еңеү яулай ((тарихта Марит Бьёргендан һуң икенсе күрһәткес).
Спорттың саңғы төрҙәре буйынса донъя чемпионаттары тарихында наградаларҙың дөйөм һаны буйынса (19) һәм шәхси дисциплиналарҙа наградалар һаны буйынса (14) икенсе урынды биләй, ике күрһәткес буйынса ла Марит Бьёргендан ғына ҡалыша. Хәҙерге заман дистанцион уҙыштарының һәр береһендә, шулай уҡ донъя чемпионаттарында эстафетала Тереза кәм тигәндә өс тапҡыр еңеү яулай.
Тур де Ски күп көнлөк ярышының йомғаҡлау этабы сиктәрендә үткәрелгән 9 километрға Альпе Чермис тауына уҙышта донъяла берҙән-бер 8 тапҡыр еңеүсе (дистанцияны үтеү ваҡыты буйынса).
2012 йылда Норвегияның Олимпия комитетының махсус наградаһына[5] лайыҡ була, ул Ослола 30 километрлыҡ марафонда еңеү яулаған өсөн ҡатын-ҡыҙҙарға бер тапҡыр бирелә; 2013 йылда саңғы спорты өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн "Холменколлен миҙалы"на лайыҡ була[6].
Ғаиләһе
Ата-әсәһе[7]: әсәһе — Гру һәм атаһы — Турвальд. Тереза — ғаиләлә дүрт баланың икенсеһе. Уның ағаһы Йоаким, шулай уҡ ҡартатаһы хөрмәтенә аталған ҡустыһы Карстейн (1992 йылда тыуған) һәм һеңлеһе Вероника бар.
2022 йылда Тереза Йохауг табип-анестезиолог Нильс Якоб Хофф менән йәрәшә[8][9].
2023 йылдың 18 майында уларҙың ҡыҙы тыуа[10].
Спорт карьераһы
Тереза тәүҙә спорт гимнастикаһы менән шөғөлләнә[11], әммә бер аҙҙан саңғы ярыштарына күсә. Үҫмер сағында уның кумирҙары билдәле норвег саңғысылары Марит Бьёрген һәм Бенте Скари була, уларға тиңләшергә тырыша.
Тәүге йылдары
Йохауг 2007 йылға тиклем икенсе эшелон ярыштарында сығыш яһай, унда тотороҡло һөҙөмтә күрһәтә (10-сы урындан түбән төшмәй), шуға ла Норвегияның төп йыйылма командаһы составында донъя Кубогына саҡырыу ала.
2006/07 миҙгеле
Йохаугтың донъя Кубогында тәүге сығышы 2007 йылдың 27 ғинуарында Эстонияның Отепя ҡалаһында классик стилдә 10 километрға уҙышта була, унда ул 8-се урынды биләй. 2007 йылда Японияның Саппоро ҡалаһында үткән донъя чемпионатында 30 километрлыҡ классик марафонда ун һигеҙ йәшлек Йохауг, фин саңғысыһы Вирпи Куйтунендан һәм команда буйынса дуҫы Кристин Стёрмер Стейранан ғына ҡалышып, ышаныслы рәүештә бронза миҙал яулай.
2007/08 миҙгеле
Йохаугтың һөҙөмтәләре тиҙ арала юғарыға күтәрелә. Норвегияның Бейтостолен ҡалаһында 2007/08 йылдар Донъя кубогының икенсе этабын асыу эстафетаһына эләгеп, Йохауг үҙенең беренсе еңеүен Астрид Якобсен, Вибеке Скофтерюд һәм Марит Бьёрген менән бергә яулай. Ошондай уҡ еңеү ике аҙнанан һуң Швейцарияның Давосында була.
Был миҙгелдә Йохауг күп көнлөк «Тур де Ски» ярышында ҡатнаша һәм конкуренция шарттарында үҙе өсөн юғары 14-се урынды биләй.
2008/09 миҙгеле
2008/09 йылғы донъя Кубогы миҙгеле Йохауг өсөн эстафетала еңеү, шулай уҡ 15 километрлыҡ скиатлонда һәм эксперименталь составта эстафетала Кристин Мерер Стемланд, Бэтти-Энн Нильсен, Кристин Стермер Стейра менән бергә ике өсөнсө урын яулауҙан башлана.
Миҙгел һөҙөмтәләренең йомғаҡлау таблицаһында — 829 мәрәй менән 8-се урында.
2009/10 миҙгеле һәм Ванкуверҙа ҡышҡы Олимпия уйындары
Йохауг миҙгелде уртаса һөҙөмтәләр менән башлай, әммә тренерҙар уға ышанып, Ванкуверҙағы Олимпия уйындарына һайлап алына, унда өс ярышта ҡатнаша. 21 йәшлек саңғысы Норвегия эстафета командаһы составында олимпия чемпионы була.
Миҙгел аҙағы ла Тереза өсөн яҡшы тамамлана: Лахтиҙа эстафетала беренсе урын һәм Фалунда 10 километрлыҡ пасьютта өсөнсө урын. Миҙгел һөҙөмтәләре йомғаҡлау таблицаһында саңғысы 372 мәрәй менән 17-се урында тора.
«Тау батшабикәһе»
Тау батшаһы һәм Тау батшабикәһе рәсми булмаған титулын Италияның Альпе де Чермис тауы башына (9 километр) ярышта иң яҡшы ваҡыт күрһәткән саңғысы ала. Тереза Йохауг донъяла дистанцияны үтеү ваҡыты буйынса һигеҙ тапҡыр еңеүсе берҙән-бер кеше. 2015 йылда трасса рекорды ҡуя: 32:16.4 минут.
| Йыл | Ҡатнашыусы | Ил | Ваҡыт |
|---|---|---|---|
| 2007 | Катержина Нойманова | 34:24.5 | |
| 2008 | Валентина Шевченко | 34:06.2 | |
| 2009 | Тереза Йохауг | 35:07.7 | |
| 2010 | Кристин Стейра | 35:49.8 | |
| 2011 | Тереза Йохауг | 33:14.4 | |
| 2012 | Тереза Йохауг | 34:17.7 | |
| 2013 | Тереза Йохауг | 34:12.4 | |
| 2014 | Тереза Йохауг | 34:19.8 | |
| 2015 | Тереза Йохауг | 32:16.4 | |
| 2016 | Тереза Йохауг | 33:14.8 | |
| 2019 | Тереза Йохауг | 34:21.6 |
Допинг
2016 йылдың 13 октябрендә Йохаугтың клостебол (clostebol) анаболик стероиды (Бөтә донъя допингҡа ҡаршы агентлығы (WADA) тарафынан тыйылған) ҡулланыуға тикшерелеүе ыңғай һөҙөмтә биргәнлеге иғлан ителә. Шул уҡ көндө матбуғат конференцияһында Йохауг был матдәнең организмға 4 сентябрҙән 15 сентябргә тиклемге осорҙа «Трофодермин» (Trofodermin) ирен майын ҡулланғанда эләгеүен әйтә[12].. 2016 йылдың 16 сентябрендә ыңғай тест алына. Йохауг һүҙҙәренсә, уға мазьды доктор Фредерик С. Бендиксен матбуғат конференцияһында мазда тыйылған матдә барлығын күрмәүен раҫлай[13]. Бендиксен үҙ вазифаһынан китә[14][15].
Лозанналағы спорт арбитраж суды Йохаугтың дисквалификация срогын 18 айға тиклем оҙайтыу тураһында ҡарар ҡабул итә һәм ул 2018 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашмай[16].
Модель һәм кейем дизайнеры карьераһы
Норвегияның иң популяр ҡатын-ҡыҙы
Ҡайһы бер норвег киң мәғлүмәт саралары мәғлүмәттәре буйынса[19] Йохауг Норвегияла Марит Бьёрген менән бер рәттән иң популяр саңғысы һәм ҡатын-ҡыҙ. Ҡайһы бер баҫмаларҙа уның данлыҡлы саңғысы Петтер Нортугтан да популяр булыуы тураһында мәғлүмәт бирелә.
Спорт ҡаҙаныштары
Олимпия уйындаы
| Олимпия уйындары | Спринт | Команда спринты |
10 км айырым старт |
7,5+7,5 км скиатлон |
30 км масс-старт |
Эстафета |
|---|---|---|---|---|---|---|
| — | — | — | 6 | 7 | 1 | |
| — | — | 3 | 4 | 2 | 5 | |
| — | — | 1 | 1 | 1 | 5 |
Чемпионаты мира по лыжным видам спорта
18 медалей (13 золотых, 2 серебряные, 3 бронзовые)
| донъя чемпионаттары | Спринт | Команда спринты |
10 км айырым старт |
7,5+7,5 км скиатлон |
30 км масс-старт |
Эстафета |
|---|---|---|---|---|---|---|
| — | — | — | — | 3 | — | |
| — | — | 10 | 6 | 4 | 4 | |
| — | — | 4 | 3 | 1 | 1 | |
| — | — | 1 | 2 | 3 | 1 | |
| — | — | 27 | 1 | 1 | 1 | |
| — | — | 1 | 1 | 1 | 2 | |
| — | — | 1 | 1 | 1 | 1 | |
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 FIS database (ингл.)
- ↑ 1 2 Store norske leksikon (норв.) — 1978. — ISSN 2464-1480
- ↑ ЙОХАУГ // Большая российская энциклопедия (урыҫ) — М.: Большая российская энциклопедия, 2004.
- ↑ World Athletics Database
- ↑ Йохауг получила специальную награда Олимпийского комитета Норвегии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 сентябрь 2013. Архивировано 22 февраль 2022 года.
- ↑ Триумф Йохауг в Холменколлене-2013. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 сентябрь 2013. Архивировано 20 март 2013 года.
- ↑ О семье Терезы Йохауг (норв.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 сентябрь 2013. Архивировано 18 февраль 2014 года.
- ↑ Анастасия Плетнёва. История любви лыжницы и гребца. Лыжница Тереза Йохауг выходит замуж за гребца Нильса Якоба Хоффа. Спорт-Экспресс (23 февраль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 октябрь 2022.
- ↑ Четырехкратная олимпийская чемпионка Тереза Йохауг вышла замуж. 1 ғинуар 2024 тикшерелгән.
- ↑ Тереза Йохауг родила ребенка. РИА Новости Спорт (20230518T1123). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 май 2023. Архивировано 18 май 2023 года.
- ↑ Информация о Терезе на официальном сайте. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 сентябрь 2013. Архивировано 7 сентябрь 2017 года.
- ↑ Пойманная на допинге лыжница Йохауг отказалась признать свою вину. 14 октябрь 2016 тикшерелгән.
- ↑ ЙОХАУГ ГРОЗЯТ ЧЕТЫРЕ ГОДА ДИСКВАЛИФИКАЦИИ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 декабрь 2016. Архивировано 3 декабрь 2016 года.
- ↑ Johaug har testet positivt på forbudt stoff (13 October 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 декабрь 2016. Архивировано 8 ноябрь 2020 года.
- ↑ Терезе Йохауг сдала положительный допинг-тест на клостебол. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 декабрь 2016. Архивировано 3 декабрь 2016 года.
- ↑ Йохауг дисквалифицирована на 18 месяцев и не поедет на Олимпиаду. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 декабрь 2021. Архивировано 24 декабрь 2021 года.
- ↑ Йохауг выпустит собственную линию одежды. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 сентябрь 2013. Архивировано 25 июнь 2013 года.
- ↑ Тереза Йохауг: «Моя семья пострадала от рака». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 сентябрь 2013. Архивировано 2 апрель 2015 года.
- ↑ Тереза Йохауг популярнее Нортуга. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 сентябрь 2013. Архивировано 11 ғинуар 2015 года.