Клебо Йоханнес Хёсфлот
Йоха́ннес Хёсфлот Клебо[2] (норв. Johannes Høsflot Klæbo; 22 октябрь 1996 йыл, Осло) — норвег саңғысыһы, биш тапҡыр олимпия чемпионы, 15 тапҡыр донъя чемпионы, дүрт тапҡыр донъя Кубогын яулаусы(2017/18, 2018/19, 2021/2022, 2022/2023), күп көнлөк Тур де Ски ярышында өс тапҡыр еңеүсе (2018/2019, 2021/2022 һәм 2022/2023).
Саңғы спорты тарихында Донъя кубогы этаптарында еңеүҙәр һаны буйынса ир-егеттәр араһында рекорд ҡуя (60). Юниорҙар араһында өс тапҡыр донъя чемпионы. Универсал, спринтер ярыштарында ла, дистанцион ярыштарҙа ла уңышлы сығыш яһай, спринтҡа өҫтөнлөк бирә.
Биографияһы
2014/15 йылдар миҙгелендә Клебо беренсе тапҡыр Алма-Атала юниорҙар араһында донъя чемпионатында ҡатнаша, унда классик спринтта һәм эстафетала ике бронза миҙал яулай.
Киләһе йылда Румынияның Рышнов ҡалаһында юниорҙар араһында донъя чемпионатында Клебо өс тапҡыр чемпион була (спринтта, 10 км дистанцияла һәм эстафетала). Шул уҡ миҙгелдә 2016 йылдың 3 февралендә Норвегияның Драммен ҡалаһында Донъя кубогы этабында классик спринтта тәүгә сығыш яһай.
2018 йылда Пхенчханда үткән Олимпия уйындарында 21 йәшлек Елебо программаның 4 төрөндә сығыш яһай. 11 февралдә скиатлонда Йоханнес, чемпиондан 43,4 секундҡа ҡалып, 10-сы була (беренсе өс урынды норвегтар биләй). 13 февралдә Йоханнес шәхси спринт финалында классик стилдә 2017 йылғы донъя чемпионы Федерико Пеллегриноны һәм рәсәйле Александр Большуновты уҙа[3]. Клебо 1984 йылда швед Гунде Сванды уҙып, саңғы ярыштарында тарихта иң йәш олимпия чемпионы була. 18 февралдә эстафетала, 21 февралдәа олимпия алтынын яулай. (Пхёнчханда өс алтын).
Клебо 2017/2018 йылдар миҙгеле йомғаҡтары буйынса донъя Кубогының 14 этабында еңеү яулай һәм карьераһында тәүге тапҡыр донъя Кубогының дөйөм зачетында еңә. 2019 йылда Зефельдта үткән донъя чемпионатында Олимпия уйындарындағы кеүек үк дисциплиналарҙа өс алтын миҙал яулай.
2021 ыылда Оберстдорфта үткән донъя чемпионатында Александр Большунов менән бәрелешкән өсөн FIS тарафынан дисквалификациялана һәм марафонда (дөйөм старттан 50 км-ға уҙышта) еңеүҙән мәхрүм ителә[4]. Жюри трассалағы инцидент аңлы рәүештә эшләнгән тип иҫәпләй, шул уҡ ваҡытта эксперттарҙың фекерҙәре икегә бүленә: бер өлөшө жюри менән килешә, ә бер өлөшө был осраҡлы хәл тип раҫлай[5][6][7]. Әммә апелляция Клебоның үҙенең үтенесе буйынса кире алына — ул «суд процестарына түгел, ә ярыштарға иғтибар итергә» теләүен белдерә[8]. 2021 йылдың 12 мартында FIS марафон һөҙөмтәләрен раҫлай: донъя чемпионы — Эмиль Иверсен, Александр Большунов — көмөш, ә Симен Хегстад Крюгер — чемпионаттың бронза миҙалын ала[9].
2025 йылғы донъя чемпионатында Клебо донъя беренселектәрендә еңеүҙәр һаны буйынса абсолют рекорд ҡуя[10].
Рекордтары
1. Саңғы ярыштары тарихында иң йәш олимпия чемпионы (ир-егеттәр араһында)[11]
2. Саңғы ярыштары тарихында иң йәш ҙур гәлсәр глобусҡа эйә булыусы
3. Саңғы ярыштары тарихында спринтер дисциплиналары зачетында Бәләкәй гәлсәр глобусҡа эйә булған иң йәш спортсы
4. Бер миҙгелдә спринтер дисциплиналарында еңеүҙәр һаны буйынса рекордсмен (8)
5. 2018 йылғы Олимпия уйындарының иң титуллы (Мартен Фуркад менән бер рәттән) еңеүсеһе (3 алтын миҙал)
6. Саңғы спорты тарихындаа Тур де Ски ярыштарында ҡатнашмай ғына Ҙур Гәлсәр глобусҡа өлгәшкән берҙән-бер саңғысы
7. Тур де Скиҙа иң йәш еңеүсе
8. Спринтер дисциплиналарында рәттән дүрт Кесе гәлсәр глобус яулаған тарихта беренсе һәм берҙән-бер саңғысы
9. Спринтта еңеүҙәр һаны буйынса рекордсмен (27)
10. Донъя чемпионаттарында спринтта өс тапҡыр еңеү яулаған тарихта беренсе һәм берҙән-бер саңғысы.
Һөҙөмтәләре
Олимпия уйындары
7 миҙал (5 алтын, 1 көмөш, 1 бронза)
| Олимпия уйындары | Спринт | Команда спринты |
15 км айырым старт |
15+15 км скиатлон |
50 км масс-старт |
Эстафета |
|---|---|---|---|---|---|---|
| 2018 Пхёнчхан | 1 | 1 | — | 10 | — | 1 |
| 2022 Пекин | 1 | 1 | 3 | 40 | DNF | 2 |
Саңғы спорты төрҙәре буйынса донъя чемпионаттары
17 миҙал (14 алтын, 2 көмөш, 1 бронза)
| Донъя чемпионаты | Спринт | Команда спринты |
Айырым старт |
Cкиатлон[12] | 50 км масс-старт |
Эстафета |
|---|---|---|---|---|---|---|
| 2017 Лахти | 3 | 4 | 15 | — | — | — |
| 2019 Зефельд | 1 | 1 | — | 30 | — | 1 |
| 2021 Оберстдорф | 1 | 1 | — | 4 | DSQ | 1 |
| 2023 Планица | 1 | 1 | 4 | 2 | 2 | 1 |
| 2025 Тронхейм | 1 | 1 | 1 | 1 | 1 | 1 |
Донъя кубогы
| Донъя кубогында сығыштары һөҙөмтәләре | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
|
Инд — арауыҡ менән старт | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Johannes Høsflot Klæbo // https://pantheon.world/profile/person/Johannes_Høsflot_Klæbo
- ↑ Также возможна передача имени и фамилии как Юханнес Хёсфлот Клебу
- ↑ Большунов взял бронзу в лыжном спринте Олимпиады, уступив второму месту 0,02 секунды (13 февраль 2018). 13 февраль 2018 тикшерелгән.
- ↑ Евгений НЕСЫН. Клебо лишили победы на ЧМ-2021 после сломанной палки Большунова: норвежец ушел со стадиона. kp.ru (7 март 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2021. Архивировано 7 март 2021 года.
- ↑ Михаил Чесалин. «Саша имел полное право». Что случилось на финише между Большуновым и Клебо. Видео. www.championat.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2021. Архивировано 7 март 2021 года.
- ↑ Харви объяснил, почему Большунов был прав в скандальном эпизоде с Клебо в марафоне на ЧМ. www.championat.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 май 2021. Архивировано 2 май 2021 года.
- ↑ Кершоу подробно разобрал действия Большунова в борьбе с Клебо на финише марафона на ЧМ. www.championat.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 май 2021. Архивировано 2 май 2021 года.
- ↑ Международная федерация утвердила результат лыжного марафона на чемпионате мира. ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 март 2021. Архивировано 7 декабрь 2021 года.
- ↑ FIS утвердила результат марафона на ЧМ-2021 и второе место Александра Большунова. Eurosport (12 март 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 март 2021. Архивировано 12 март 2021 года.
- ↑ Клэбо стал рекордсменом среди мужчин по количеству золотых медалей чемпионатов мира. На его счету 14 побед. 7 март 2025 тикшерелгән.
- ↑ Метлёва Я. Вероника Степанова стала самой молодой олимпийской чемпионкой в истории лыжных гонок. Чемпионат (12 февраль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2022. Архивировано 12 февраль 2022 года.
- ↑ 2025 йылға тиклем скиатлон дистанцияһы 15+15 км тәшкил итә, ә 2025 йылдан — 10+10 км
Ҡалып:Чемпионы мира по лыжным гонкам в индивидуальном спринте Ҡалып:Чемпионы мира по лыжным гонкам в командном спринте