Фалун

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Фалун
швед. Falun
Falun från Radiohuset.jpg
Герб
Герб
60°36′16″ с. ш. 15°37′47″ в. д.HGЯO
Ил Швеция Швеция
Лен Даларна
Тарихы һәм географияһы
Ҡала  1641
Майҙаны 12,2 км²
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 110 ± 1
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00, летом UTC+2:00
Халҡы
Халҡы 55 344 кеше (2022)
Тығыҙлығы 4536,3 кеше/км²
Рәсми тел швед теле
Һанлы идентификаторҙар
Телефон коды +46 23

falun.se
Показать/скрыть карты
Фалун (Швеция)
Фалун
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Фа́лун (швед. Falun) — Швециялағы ҡала, Даларна ленының (административ берәмек) административ үҙәге. Фалунда 2015 йылда 37 291 кеше йәшәй. Халыҡ һаны буйынса Швецияла 28-се урында тора.

2001 йылда ҡала һәм элекке баҡыр шахтаһы ЮНЕСКО тарафынан Бөтә донъя мираҫы тип иғлан ителә.

Ҡала баҡыр руднигы янында барлыҡҡа килә һәм уның үҫеше күп быуаттар буйы тулыһы менән баҡыр сығарыуға бәйле була. Уны шахтала табыу XI быуатта башланған, тигән фараз бар, әммә баҡыр мәғдәне VIII быуатта уҡ сығарыла башлаған тип дәлилләргә күп нигеҙ бар.

Фалун баҡыр руднигы оҙаҡ йылдар Швецияның иҡтисадының нигеҙен тәшкил иткән һәм Европаның алдынғы державаһына әүерелергә мөмкинлек бирә. Ул Стокгольмдан һуң ҙурлығы буйынса Швецияның икенсе ҡалаһы була. Был ваҡытта баҡыр сығарыу донъя кимәленең 2/3 өлөшөн тәшкил итә.

1687 йылда рудникта ҙур ишелеү була, һәм шул ваҡыттан алып Фалунда баҡыр сығарыу яйлап кәмей бара. Руда запасы бөтөү сәбәпле, 1992 йылда рудник ябыла.

1641 йылда буласаҡ королева Кристина Фалунға ҡала статусын бирә. Фалюон (швед. Faluån) йылғаһы ике өлөшкә бүлгән. Беренсеһендә рудник һәм мәғдән эшкәртеү урындары яҡын булғанлыҡтан, экологик хәл насар була, тупраҡтың бысраныуы арҡаһында үҫемлектәр үҫмәй, һәм ҡаланың был өлөшөндә тик ярлы шахтерҙар ғына йәшәй.

XVIII—XIX быуаттарҙа ҡала халҡы даими үҫә, быға 1859 йылда тимер юл барлыҡҡа килеүе булышлыҡ итә.

Ҡала Швецияның үҙәк өлөшөндә, Стокгольмдан төньяҡ-көнбайышҡа табан 230 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Майҙаны — 12,2 км².

Фалюон (швед. Faluån) йылғаһы ҡаланы икегә бүлә. Төньяҡтан Варпан (швед. Varpan), көньяҡ-көнсығыштан Рунн (швед. Runn) һәм көньяҡ-көнбайыштан Веллан (швед. Vällan) күлдәре менән уратып алынған. Эстанфош (швед. Östanfors) күле ҡала эсендә урынлашҡан.

Ҡала аша E16 Евле — Осло маршруты үтә.

Сәнәғәтен урман (Стора Энсо заводы), ҡағыҙ, машиналар эшләү (Деллнер муфталары), электротехника (Эриксон Кэйблс заводы), медицина (Седерут заводы), химия сәнәғәттәре билдәләй.

Ҡала саңғы спорты төрҙәре үҙәге булып тора. «Лугнет» спорт комплексында 1954, 1974, 1993 һәм 2015 йылдарҙа саңғы спорты төрҙәре буйынса донъя чемпионаттары үткәрелә.

Муниципалитет спорт ҡоролмаларына ҙур аҡса бүлә һәм Фалунды спорт ҡалаһы итеп күрһәтергә ынтыла.

«Лугнет» спорт комплексында ябыҡ йөҙөү бассейны, саңғы трассалары, саңғыла һикереү өсөн трамплиндар, шыуыу һәм кёрлинг өсөн япмалы һырғалаҡтар, хоккей майҙансығы, япмалы теннис корттары, еңел атлетика стадионы, тренажёр залы, ҙур ябыҡ спорт залы, кемпинг, спорт мәктәбе урынлашҡан.

Коммуна территорияһында шулай уҡ спорт һәм ял итеү урындары, шул иҫәптән өс тау саңғыһы курорты бар.