Беляев Евгений Прокопьевич
Евге́ний Проко́пьевич Беля́ев (20 март 1954, Сосновка, Киров өлкәһе — 17 март 2003) — совет саңғысыһы, 1980 йылда эстафетала Олимпия чемпионы. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1978).
Лесгафт дәүләт физик культура һәм физик тәрбиә институтын тамамлай, тренер-педагог. «Труд» өсөн, 1981 йылдан — «Динамо» (Ленинград) өсөн сығыш яһай.
Карьераһы тамамланғас, тренер булып эшләй, һуңынан «Балтика» һыра ҡайнатыу компанияһында эшләй.
49 йәше тулыр алдынан вафат була һәм Токсово зыяратында ерләнә.
Спорт ҡаҙаныштары
- 4х10 километрлыҡ эстафетала 1980 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындары чемпионы
- 15 километрға йүгереүҙә 1976 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарының көмөш призеры
- 1976 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарының бронза призеры 4х10 км эстафетала
- 1978 йылғы донъя чемпионатының көмөш призеры
- 15 һәм 50 км дистанцияла СССР чемпионы (1978, 1981)
- СССР чемпионы 4х10 км эстафетала (1983)
Наградалары
Иҫкәрмәләр
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 9 апреля 1980 года № 1859—Х «О награждении орденами и медалями СССР спортсменов, тренеров, работников физической культуры и спорта по итогам XIII зимних Олимпийских игр» // «Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик». — № 16 (2038) от 16 апреля 1980 года. — Ст.292.
Һылтанмалар
- Евгений Беляев — Sports-Reference.com (инг.) сайтында олимпия статистикаһы
Ҡалып:CrossCountry-skiing-bio-stub
[[Файл:|32px|Алтын миҙал]] | Был тамамланмаған мәҡәлә Олимпия уйындары тураһында. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |