Завьялова Ольга Викторовна
Ольга Викторовна Завьялова (Корнеева) (24 август 1972 йыл, Бегуницы ауылы, Ленинград өлкәһе) — Рәсәй саңғысыһы, ике тапҡыр донъя чемпионы.
Спорт карьераһы
Ольга Завьялованың иң юғары ҡаҙаныштары — 2003 һәм 2007 йылдарҙағы донъя чемпионаттарында 30 км дистанцияла һәм дуатлонда еңеү. Шулай уҡ уның активында ошо уҡ донъя чемпионаттарында яуланған 1 көмөш һәм 3 бронза миҙалдар бар.
Ольга Завьялова өс Олимпия уйынында ҡатнаша (2002, 2006, 2010), иң яҡшы һөҙөмтәһе — 2006 йылда Туринда дуатлонда 7-се урын.
Донъя Кубогы этаптарында Ольга Завьялованың 2004/2005 йылдар миҙгелендә бер еңеүе һәм 14 подиумы бар.
Ғаиләһе
Андрей Завьяловта кейәүҙә. Ике ҡыҙы — Анна һәм Александра һәм улы Иван (2012 йылдың 31 июлендә тыуған)[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ У Ольги Завьяловой родился сын! Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 август 2012. Архивировано 13 октябрь 2012 года.
Һылтанмалар
- Ольга Завьялова — статистика на сайте FIS (инг.)
- Ольга Завьялова — Sports-Reference.com (инг.) сайтында олимпия статистикаһы
- Профиль на сайте зимних Олимпийских игр 2010 (инг.) (фр.)
- Прямая линия читателей журнала «Лыжный спорт» с Ольгой Завьяловой