2010 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындары

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
XXI ҡышҡы Олимпия уйындары
Эмблема зимних Олимпийских игр 2010
Эмблема зимних Олимпийских игр 2010
Ойоштороусы ҡала Канада флагы Ванкувер, Канада
Ҡатнашыусы илдәр 82
Спортсылар һаны 2574
Уйнатылған миҙалдар 15 спорта төрөндә 86 миҙал тупланмаһы
Асыу тантанаһы 5 ғинуар 2010 йыл
Аса Генерал-губернатор Микаэль Жан
Ябыу тантанаһы 28 февраль 2010 йыл
Олимпия уты Уэйн Гретцки, Нэнси Грин, Катриона Лемэй-Доан, Стив Нэш, Рик Хансен
Олимпия анты Хейли Виккенхейзер (шайбалы хоккей)
Стадион Би-Си Плэйс
Сайт olympic.org/vanco… (инг.)​ (фр.)
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

2010 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындары (рәсми атамаһы — XXI ҡышҡы Олимпия уйындары, ингл. XXI Olympic Winter Games, франц. XXIes Jeux olympiques d'hiver) — 2010 йылдың 5 ғинуарынан 28 февраленә тиклем Ванкуверҙа (Канада) үткән халыҡ-ара спорт сараһы.

Олимпиада баш ҡалаһын һайлау

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2002 йылда Солт-Лейк-Ситиҙа үткән уйындарындағы коррупция ғауғаһы арҡаһында Квебек еңелгән һайлауҙар өсөн[1] 8 миллион Канада доллары компенсация түләүҙе талап итеп, судҡа биргәс, тауыш биреү ҡағиҙәләре һиҙелерлек үҙгәрә, мәҫәлән, тикшереү өсөн кандидат ҡалаларға йөрөүсе халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаларына аҡсалата бүләк биреү тыйыла.

Ванкуверға ОЛимпиада үткәреү хоҡуғы 2003 йылдың 2 июлендә Прагала (Чехия) үткән Халыҡ-ара олимпия комитетының 115-се ултырышында бирелә. Һөҙөмтәләрҙе Жаком Рогге иғлан итә — был уның Халыҡ-ара олимпия комитеты президенты вазифаһында тәүге рәсми белдереүе[2].

2010 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарының баш ҡалаһын һайлау буйынса тауыш биреү һөҙөмтәләре
Ҡала Ил 1-се раунд 2-се раунд
Ванкувер, Британ Колумбияһы Канада Канада 40 56
Пхёнчхан Корея Республикаһы Корея Республикаһы 51 53
Зальцбург Австрия Австрия 16 -

Быға тиклем Ванкувер 1976 һәм 1980 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарын үткәреү өсөн ике тапҡыр көс һынаша.

Эмблема[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Статуя, уның буйынса эмблема эшләнә

Эмблема 2005 йылдың 23 апрелендә тәҡдим ителә. Унда Иланаак исемле инукшук (ru:Инуксук) һыны һүрәтләнгән, был инуктитут теленән тәржемә иткәндә «дуҫ» тигәнде аңлата. Эмблема Ванкуверҙа Англия ҡултығы буйында торған статуянан алынған.

Талисмандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Файл:Mascots 2010WO.jpg
Һулдан уңға: Суми, Куатчи, Мига
Уйындарҙың талисмандары
  • Мига (Miga) — уйҙырма диңгеҙ айыуы, яртылаш косатка, яртылаш аҡ барибал.
  • Кватчи (Quatchi) — Канада урмандарынан йщшәгән һәм хоккейсы булырға хыялланған бигфут.
  • Суми (Sumi) — «хайуандар рухы». Канаданың Тымыҡ океан яры фаунаһының күп кенә вәкилдәрен берләштерә. Паралимпия уйындары талисман.
  • Мукмук (Mukmuk) — Ванкувер һыуыры, уйындарҙың рәсми булмаған талисманы.

Девиз[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уйындарҙың девизы 2008 йылдың 25 сентябрендә иғлан ителә. Канада гимнынан юлдар (йырҙың инглиз тексынан «Ялҡынлы йөрәктәр» (ингл. With glowing hearts) алына.

Олимпия уты эстафетаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Олимпия утын тапшырыу

Олимпия уты эстафетаһы факелын әҙерләү менән «Бомбардье» аэрокосмос корпорацияһы шөғөлләнә. Уның инженерҙары махсус горелкала пропан һәм изобутан ҡатышмаһын ҡуллана, ул хатта үтә түбән температураларҙа ла сағыу ялҡын бирә. Көслө ел иҫкәндә йәки факел ергә ауғанда ла, уты һүнмәй[3].

Йола буйынса, 2009 йылдың 22 октябрендә Грецияның Олимпия ҡалаһында ҡояш нурҙары ярҙамында 2010 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындары уты ҡабыҙыла[4]. Тәүге факел йөрөтөүсе — йәйге эҫе һауа торошона ҡарамаҫтан, саңғы костюмын кейгән грек саңғысыһы Василиас Димитридас. 2009 йылдың 30 октябрендә утты Британ Колумбияһының баш ҡалаһы Викторияға алып киләләр. Эстафета тулыһынса Канада буйлап үтә.

Олимпия уты эстафетаһының маршруты һыу (1000 саҡрым), һауа (18 000 саҡрым) һәм ер (26 000 саҡрым) буйлап һалына һәм шул мәлдә Олимпия уйындары тарихында иң оҙоно була. Эстафета Би-Си Плэйс стадионында утты ҡабыҙыу тантанаһы менән тамамлана.

Миҙалдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Олимпиаданың алтын миҙалдары алтын менән ялатылған көмөштән эшләнгән. Уолл-стрит журналы мәғлүмәттәре буйынса, уларҙың баҙар хаҡы яҡынса 500 доллар, ә көмөш миҙалдарҙың хаҡы яҡынса яртыһын тәшкил итә[5].

Спорт төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Олимпия уйындары программаһына 15 дисциплинаға бүленгән ете спорт төрө буйынса ярыштар инә. Барлығы 86 миҙал тупланмаһы уйнатыла:

Бынан алдағы Уйындар менән сағыштырғанда 2 комплект награда өҫтәлә — ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында ски-кросс, ул фристайл буйынса ярыштарҙың бер өлөшө булып тора. Был ҡарар Кувейтта Халыҡ-ара олимпия комитетының башҡарма комитеты тарафынан 2006 йылдың 28 ноябрендә ҡабул ителә[6].

Календарь[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Асыу тантанаһы Квалификация ярыштары Финалдар Күргәҙмә сығыштар Ябыу тантанаһы
Февраль 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 Миҙалдар
Йм Шб Йш Дш Шш Шр Кс Йм Шб Йш Дш Шш СР Кс Йм Шб ВС
Тантаналар
Olympic rings.svg
Биатлон Biathlon pictogram.svg 1 1 2 2 2 1 1 10
Бобслей Bobsleigh pictogram.svg 1 1 1 3
Тау саңғыһы спорты Alpine skiing pictogram.svg 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 10
Кёрлинг Curling pictogram.svg 1 1 2
Конькиҙа йүгереү спорты Speed skating pictogram.svg 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 2 12
Саңғы ике бәйгеһе Nordic combined pictogram.svg 1 1 1 3
Саңғы ярыштары Cross country skiing pictogram.svg 2 2 1 1 2 1 1 1 1 12
Трамплиндан һикереү Ski jumping pictogram.svg 1 1 1 3
Сана спорты Luge pictogram.svg 1 1 1 3
Скелетон Skeleton pictogram.svg 2 2
Сноуборд Snowboarding pictogram.svg 1 1 1 1 1 1 6
Фигуралы шыуыу Figure skating pictogram.svg 1 1 1 1 4
Фристайл Freestyle skiing pictogram.svg 1 1 1 1 1 1 6
Хоккей Ice hockey pictogram.svg 1 1 2
Шорт-трек Short track speed skating pictogram.svg 1 1 2 1 3 8
Миҙалдар 6 6 5 5 7 6 4 6 6 4 4 6 5 7 7 2 86
Февраль 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 Миҙалдар

Ҡатнашыусы идәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ярыштарҙа 82 илдән спорт делегацияһы ҡатнаша.

2010 Winter Olympics Participants.svg

Гана, Кайман Утрауҙары, Колумбия, Пакистан, Перу, Сербия, Черногория ҡышҡы Олимпия уйындарында тәүгә сығыш яһай.

Миҙалдар иҫәбе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Ҡалын менән Үҙ категорияһында иң күп миҙалдар, ойоштороусы ил күрһәтелгән.

Olympic rings with transparent rims.svg Миҙалдарҙың дөйөм иҫәбе Бөтәһе
Урын Ил Алтын Көмөш Бронза
1 Канада 2010 ҡышҡы Олимпия уйындарында Канада 14 7 5 26
2 Германия 2010 ҡышҡы Олимпия уйындарында Германия 10 13 7 30
3 АҠШ 2010 ҡышҡы Олимпия уйындарында АҠШ 9 15 13 37
4 Норвегия 2010 ҡышҡы Олимпия уйындарында Норвегия 9 8 6 23
5 Көньяҡ Корея 2010 ҡышҡы Олимпия уйындарында Көньяҡ Корея 6 6 2 14
6 Швейцария 2010 ҡышҡы Олимпия уйындарында Швейцария 6 0 3 9
7 Ҡытай 2010 ҡышҡы Олимпия уйындарында Ҡытай 5 2 4 11
Швеция 2010 ҡышҡы Олимпия уйындарында Швеция 5 2 4 11
9 Австрия 2010 ҡышҡы Олимпия уйындарында Австрия 4 6 6 16
10 Нидерланд 2010 ҡышҡы Олимпия уйындарында Нидерланд 4 1 3 8
Бөтәһе 86 87 85 258

Көмөш һәм бронза миҙалдар һанының айырмаһы ир-егеттәрҙең биатлон буйынса шәхси уҙышында Норвегиянан Оле Эйнар Бьёрндален һәм Белоруссиянан Сергей Новиков тап бер үк ваҡытты күрһәтеүе менән бәйле һәм улар икеһе лә көмөш миҙал менән бүләкләнә, шул уҡ ваҡытта бер кемгә лә бронза миҙал бирелмәй[7].

Олимпия уты

Олимпия флагы тантаналы рәүештә Сочи мэры Анатолий Пахомовҡа тапшырыла. BC Place аренаһында олимпиадасылар делегацияһы парадта үтә, ир-егеттәр саңғы марафоны еңеүселәре бүләкләнә, ә Рәсәй спортсылары һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре киләһе ҡышҡы Олимпия уйындарының баш ҡалаһы Сочиға һәм Рәсәйгә арналған ҡыҫҡа программа тәҡдим итә.

  1. http://www.canoe.ca/SlamOlympicScandalArchive/mar23_ioc.html 2012 йылдың 1 август көнөндә архивланған. IOC rejects Quebec City request
  2. http://archives.cbc.ca/IDC-1-41-1373-8393/sports/olympic_bids/clip12 Архивная копия от 28 февраль 2007 на Wayback Machine The Games are coming back to Canada!
  3. Факел зимних Олимпийских игр в Ванкувере. Дата обращения: 20 февраль 2010. Архивировано 25 февраль 2010 года.
  4. В Греции зажжен огонь Олимпиады-2010. Статья на сайте lenta.ru. Дата обращения: 22 октябрь 2009. Архивировано 26 октябрь 2011 года.
  5. На Уолл-стрит подсчитали стоимость медалей. Чемпионат.ру (17 февраль 2010). Архивировано из оригинала 18 февраль 2010 года.-
  6. Обновления олимпийской программы. Дата обращения: 9 март 2009. Архивировано 15 сентябрь 2008 года.
  7. В мужском индивидуальной гонке пришлось дать два «серебра» | Новости | Ванкувер 2010. Зимняя Олимпиада. Новости ОИ. Дата обращения: 22 февраль 2010. Архивировано из оригинала 26 февраль 2010 года.