Британ Колумбияһы

Британ Колумбияһы (ингл. British Columbia [ˌbrɪtɨʃ kəˈlʌmbiə], франц. Colombie-Britannique) — Канаданың провинцияларының береһе. Конфедерацияға 1871 йылда, алтынсы булып ингән. Провинцияның рәсми ораны: лат. Splendor Sine Occasu.

Баш ҡалаһы — Виктория. Провинцияның иң эре ҡалаһы — Ванкувер. Провинцияла 4 419 974 кеше йәшәй. Премьер-министры — Кристи Кларк (Либерал фирҡәһенән).

Провинцияның иҡтисади үҫеше тәбиғи ресурстар, урман һәм ауыл хужалығына нигеҙләнгән.

Исемдең килеп сығышы

Провинцияның исеме Колумбия йылғаһының тап ошо ерҙә аға башлауы менән бәйле. Ул Бөйөк Британия Батшабикәһе Викторияның фарманы менән 1858 йылда бирелгән[9]. Британ тигән сифат АҠШ-тағы Колумбиянан айырттырыу маҡсатында өҫтәлгән.

Галерея

Категориялар