1932 йылғы йәйге Олимпия уйындары

X йәйге Олимпия уйындары (ингл. 1932 Summer Olympics), рәсми атамаһы — Х Олимпиада уйындары (ингл. Games of the X Olympiad), 1932 йылдың 30 июленән 14 авгусына тиклем АҠШ-тың Лос-Анджелес ҡалаһында үтә.

Уйындар Бөйөк көрсөк шарттарында үткәнлектән, күп илдәр һәм спортсылар Лос-Анджелесҡа барыу өсөн аҡса таба алмай. 1928 йылда Амстердамда үткән йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыусыларҙың яртыһынан күберәге 1932 йылда ярышта ҡатнашмай. АҠШ президенты Герберт Гувер килмәй, ул — үҙ илендә үткән Олимпиадала ҡатнашмаған беренсе хөкүмәт башлығы (Олимпиаданы АҠШ вице-президенты Чарльз Кертис аса).

Олимпиаданың Ойоштороу комитеты финанс иҫәбе алып бармай. Әммә һөҙөмтәләр тураһындағы отчетта уйындарҙың 1000 000 АҠШ доллары килем биреүе күрһәтелә.

Файл:1932S medal b.jpg
X йәйге Олимпия уйындары миҙалы

Олимпия объекттары

Ир-егеттәр өсөн олимпия ауылы Болдуин-Хиллзда төҙөлә. Чапман паркында ҡатын-ҡыҙ спортсылар урынлаштырыла. Лос-Анджелеста талаптарына яуап биргән стадион булмағанлыҡтан, ярыштар Колизей мемориалында үтә. Уйындар хөрмәтенә Лос-Анджелестың унынсы урамы Олимпия бульвары тип үҙгәртелә.

Ярыштар

Миҙалдар иҫәбе

 Урын   Ил  Алтын Көмөш Бронза Барлығы
1 АҠШ 1932 йылғы йәйге Олимпия уйындарында АҠШ 41 32 30 103
2 Италия 1932 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Италия 12 12 12 36
3 Франция 1932 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Франция 10 5 4 19
4 Швеция 1932 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Швеция 9 5 9 23
5 Япония 1932 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Япония 7 7 4 18
6 Венгрия 1932 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Венгрия 6 4 5 15
7 Финляндия 1932 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Финляндия 5 8 12 25
8 Бөйөк Британия 1932 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Бөйөк Британия 4 7 5 16
9 Германия 1932 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Германия 3 12 5 20
10 Австралия 1932 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Австралия 3 1 1 5

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар