Амосова Зинаида Степановна
Зинаи́да Степа́новна Амо́сова (Ши́шкина; 12 ғинуар 1950, Крупское ауылы, Талас районы, Джамбул өлкәһе, Ҡаҙаҡ ССР-ы) — совет саңғысыһы, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1976), 1976 йылда Олимпия уйындары чемпионы, 1978 йылда ике тапҡыр донъя чемпионы, туғыҙ тапҡыр СССР чемпионы, СССР халыҡтарының ҡышҡы Спартакиадаһы чемпионы (1974, 1982), Каменск-Уральский өсөн сығыш яһай.
Биографияһы
Зинаида Степановна Шишкина 1950 йылдың 12 ғинуарында Ҡаҙағстан ССР-ының Джамбул өлкәһе Талас районы Крупское ауылында 11 балалы ғаиләлә тыуған. Ғаилә тиҙҙән Свердловск өлкәһенең Каменск районы Златоворова ауылына күсеп килә. Һигеҙ йыл мәктәпте тамамлағас, Каменск-Уральский ҡалаһының 64-се һөнәрселек училищеһына уҡырға инә, унда саңғы, еңел атлетика, бишбәйге менән шөғөлләнә, Каменск-Уральский командаһы составында сығыш яһай. Новосибирск физкультура колледжын тамамлай, тренер Иван Николаевич Ильин етәкселегендә шөғөлләнә. 1968 йылдың октябренән Новосибирск өлкә советының «Хеҙмәт резервтары» ВДСО-һында инструктор булып эшләй[1]. Ҡораллы көстәрҙең спорт йәмғиәте (Новосибирск) өсөн сығыш яһай. Новосибирскиҙа Каменск-Урал биатлонсыһы, халыҡ-ара класлы спорт мастеры, илдең йыйылма командаһына кандидат Владимир Амосовҡа кейәүгә сыға[2].
1972 йылдан — СССР йыйылма командаһы ағзаһы, 1974 йылда ил чемпионатында еңгәндән һуң йыйылма команданың төп составына ҡабул ителә. Ә 1976 йылда СССР йыйылма командаһы составында Инсбруктағы ҡышҡы олимпия уйындарында ҡатнаша. 1977 Йылда финляндияның Лахти ҡалаһында рәсми ярыштарҙа 20 километр йүгереүсе беренсе спортсы була. 1978 йылда Финляндияның Лахти ҡалаһында үткән донъя чемпионатында ике алтын миҙал яулай.
1984 йылда спорт карьераһын тамамлай, 1985—1994 йылдарҙа Свердловск юғары спорт мәктәбендә тренер булып эшләй. 1994 йылда хаҡлы ялға сыға, Свердловск өлкәһе саңғы спорты федерацияһының вице-президенты була[1].
Ҡаҙаныштары
- 4х5 км эстафетала 1976 йылғы ҡышҡы олимпия уйындары чемпионы.
- Ике тапҡыр донъя чемпионы: 10 км (1978), 20 км (1978).
- Туғыҙ тапҡыр СССР чемпионы: 5 км (1982), 20 км (1976, 1982), 30 км (1982), 4х5 км эстафетала (1974, 1976, 1979, 1981, 1984).
- СССР халыҡтарының 1974 һәм 1982 йылдарҙағы ҡышҡы спартакиадалары еңеүсеһе
Шәхси тормошо
Ире — Владимир Амосов, биатлон буйынса эстафетала СССР чемпионы.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Зинаида Степановна Амосова. — Спорт на Урале.
- ↑ Смирнова Г. 60 лет Зинаиде Амосовой!. — журнал «Лыжный спорт», 12.01.2010. — № 46.