Гаврылюк Нина Васильевна

Нина Васильевна Гаврылюк (13 апрель 1965 йыл, Ленинград) — совет һәм Рәсәй саңғысыһы, өс тапҡыр олимпия чемпионы һәм 6 тапҡыр донъя чемпионы (бөтәһе лә эстафетала). СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1987).

Биографияһы

Нина Васильевна Гаврылюк 1965 йылдың 13 апрелендә Ленинградта тыуған.

1988 йылда Лесгафт исемендәге Ленинград дәүләт физик культура институтын тамамлай.

2000-се йылдар уртаһынан АҠШ-та йәшәй һәм эшләй.

Нина Гаврилюктың ире билдәле совет һәм рәсәй саңғысыһы Игорь Бадамшин була (1966—2014), ҡыҙы — Евгения (1990)[1].

Спорт карьераһы

Тренерҙары: Александр Дмитриев, Вадим Анучин[2]. Йыйылма командала сығыш яһауҙар осоронда Нина Гаврылюк билдәле Рәсәй тренерҙары Николай Лопухов һәм Александр Грушин етәкселегендә күнекмәләр ала.

Нина Васильевна Гаврылюк Донъя кубогында тәүге тапҡыр 1986 йылдың 10 декабрендә Австрияла сығыш яһай. Беренсе уҙыштарҙа уҡ ул тәүге кубок мәрәйҙәрен яулай (10 саҡрымға ирекле стиль менән йүгереүҙә 13-сө урын). 1994 йылдың 13 февралендә Лиллехаммерҙа (15 км ирекле стиль менән 15 км) бронза миҙал яулай. Донъя кубогында беренсе еңеүе 1994 йылдың 20 декабрендә Италияның Саппадаһында була (5 километрға ирекле стиль менән уҙышта).

Олимпия уйындарында эстафета составында дүрт тапҡыр 1988, 1994 һәм 1998 йылдарҙа өс тапҡыр олимпия чемпионы була. Шәхси уҙыштарҙа 1994 йылғы Олимпиадала 15 км арауыҡта бронза миҙал яулай. 2002 йылда Солт-Лейк-Ситиҙа үткән Олимпиадала ҡатнаша.

Донъя чемпионаттарында 1987—2001 йылдарҙа эстафетала 6 тапҡыр чемпион була. Шәхси ярыштарҙа 1995 һәм 1999 йылдарҙағы чемпионаттарҙа өс көмөш миҙал яулай. Дөйөм алғанда, Нина Гаврылюктың төрлө кимәлдәге 11 миҙалы бар.

Нина Гаврылюк — 1990-сы йылдарҙағы күренекле Ватан саңғысылары плеядаһынан, ул саҡта совет (аҙаҡ Рәсәй) ҡатын-ҡыҙҙар командаһы донъяла иң көслөһө була. Донъя кубогында саңғысы тотороҡло юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. Донъя саңғысылары араһында 90-сы йылдар буйына тиерлек иң яҡшы унау иҫәбенә инә. Гаврылюк өсөн иң уңышлылары: 1994/1995 йылдар миҙгелендә — дөйөм зачетта 2-се урын һәм 1998/1999 йылдар миҙгелендә — 3-сө урын. 1996/1997 йылдар миҙгелендә Нина Гаврылюк дистанцион дисциплиналар буйынса йомғаҡлау зачетында өсөнсө була. Саңғысының Донъя кубогында шәхси 5 еңеүе һәм 35 пьедестал бар. 1998/1999 йылдар миҙгелендә Нина Гаврылюк Донъя кубогы этаптары һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй командаһында беренсе һанлы спортсы була.

Милли йыйылма командала эстафеталарҙа ышаныслы сығыш яһай. Йыйылма лидеры Елена Вяльбе әйтеүенсә, эстафетала Нина һәр ваҡыт шәхси ярыштарҙағы күрһәткестәренән юғарыраҡ һөҙөмтәләр күрһәтә. Командала Гаврылюктың бер ҡасан да һынатмаясағын беләләр[3].

Күп тапҡыр СССР һәм Рәсәй чемпионы.

Донъя кубогында күрһәткестәре

Миҙгел Генераль зачет Дистанцион төрҙәр Спринт
Мәрәй Урын Мәрәй Урын Мәрәй Урын
1986/87 13 28. - - - -
1987/88 11 36. - - - -
1988/89 28 18. - - - -
1992/93 258 11. - - - -
1993/94 356 8. - - - -
1994/95 840 2. - - - -
1995/96 717 4. - - - -
1996/97 518 4. 205 3. 203 6.
1997/98 279 11. 87 14. 204 8.
1998/99 705 3. 215 6. 401 4.
1999/2000 857 5. 213
439
6.
7.(уртаса дистанциялар)
205 4.
2000/01 481 8. - - 125 11.
2001/02 330 13. - - 40 37.
2002/03 230 18. - - - -

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

  1. Нина Гаврылюк на сайте Коммерсант.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 апрель 2017. Архивировано 6 апрель 2017 года.
  2. Ушёл из жизни Вадим Павлович Анучин. www.skisport.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2017. Архивировано 26 август 2017 года.
  3. Интервью с Еленой Вяльбе. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 апрель 2017. Архивировано 10 апрель 2017 года.
  4. Указ Президента Российской Федерации от 22 апреля 1994 года № 807 «О награждении государственными наградами Российской Федерации спортсменов, тренеров, работников физической культуры и спорта Российской Федерации по итогам XVII зимних Олимпийских игр 1994 года» Архивная копия от 29 ноябрь 2014 на Wayback Machine
  5. Указ Президента Российской Федерации от 14 июня 1997 года № 598 «О награждении орденом „За заслуги перед Отечеством“ IV степени Гаврылюк Н. В.» Архивная копия от 29 ноябрь 2014 на Wayback Machine
  6. Распоряжение Президента Российской Федерации от 27 февраля 1998 года № 68-рп «О поощрении Вяльбе Е. В. и Гаврылюк Н. В.» Архивная копия от 29 ноябрь 2014 на Wayback Machine

Һылтанмалар

  • Гаврылюк Нина Васильевна // Большая олимпийская энциклопедия: В 2 т. / Автор-составитель В. Л. Штейнбах. — М.: Олимпия Пресс, 2006.
  • Нина Гаврылюк — Sports-Reference.com (инг.) сайтында олимпия статистикаһы
  • Нина Гаврылюк — статистика на сайте FIS (инг.)

Тема буйынса өҫтәмә