Вяльбе Елена Валерьевна

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Лыжник
Елена Вяльбе
Elena Vaelbe by Ivan Isaev from Russian Ski Magazine (crop).jpg
Шәхси мәғлүмәт
Енесе ҡатын-ҡыҙ
Тулы исеме Елена Валерьевна Вяльбе
Гражданлығы
Тыуған көнө 20 апрель 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (56 йәш)
Тыуған урыны
Карьера
Клуб Труд (Магадан)
ЦСКА (Мәскәү)
Тренер Виктор Ткаченко
Александр Грушин
Йыйылмала 1987−1998
Статус сығыш яһамай
Карьераһын туҡтата 1998
Миҙалдар
Олимпия уйындары
Алтын Альбервилль 1992 эстафета 4×5 км
Бронза Альбервилль 1992 5 км классика
Бронза Альбервилль 1992 эҙәрлекләү 10 км
Бронза Альбервилль 1992 15 км классика
Бронза Альбервилль 1992 30 км
Алтын Лиллехаммер 1994 эстафета 4×5 км
Алтын Нагано 1998 эстафета 4×5 км
Донъя чемпионаттары
Алтын Лахти 1989 10 км
Алтын Лахти 1989 30 км
Көмөш Лахти 1989 эстафета 4×5 км
Алтын Валь-ди-Фьемме 1991 эстафета 4×5 км
Алтын Валь-ди-Фьемме 1991 10 км
Алтын Валь-ди-Фьемме 1991 15 км классика
Көмөш Валь-ди-Фьемме 1991 30 км
Алтын Фалун 1993 15 км классика
Алтын Фалун 1993 эстафета 4×5 км
Алтын Тандер-Бей 1995 30 км
Алтын Тандер-Бей 1995 эстафета 4×5 км
Көмөш Тандер-Бей 1995 15 км классика
Алтын Тронхейм 1997 5 км классика
Алтын Тронхейм 1997 преследование 10 км
Алтын Тронхейм 1997 15 км
Алтын Тронхейм 1997 30 км классика
Алтын Тронхейм 1997 эстафета 4×5 км
Дәүләт һәм ведомство наградалары
II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
Почёт ордены — 2018 Халыҡтар Дуҫлығы ордены
I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы
Медаль За отличие в воинской службе 2 степени
Ҡалып:Орден «За заслуги перед Хакасией» Ҡалып:Орден Дуслык Ҡалып:Почётный знак «За заслуги в развитии физической культуры и спорта»
Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры
Знак ЗМС России (до 2007).jpg

Хата: рәсем дөрөҫ түгел йәки юҡ

Знак мсмк СССР.jpg Изображение нагрудного знака мастера спорта СССР
Һөҙөмтәләр
Олимпия уйындары 7 (Gold medal icon.svg × 3 + Silver medal icon.svg × 0 + Bronze medal icon.svg × 4)
Донъя чемпионаты 17 (Gold medal icon.svg × 14 + Silver medal icon.svg × 3 + Bronze medal icon.svg × 0)
Донъя Кубогы
Донъя Кубогында дебюты 28 февраль 1987 йыл, Лахти
Донъя Кубогында еңеүҙәр 45

Еле́на Вале́рьевна Вя́льбе (Труби́цына 20 апрель 1968, Магадан, Магадан өлкәһе, РСФСР, СССР) — совет һәм Рәсәй саңғысыһы, йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәр, педагогия фәндәре кандидаты[1], атҡаҙанған тренер, атҡаҙанған спорт мастеры[2].

Рәсәй саңғы ярыштары федерацияһы президенты (2010 йылдан), Рәсәй саңғы спорты төрҙәре ассоциацияһы етәксеһе (2020)[3].

2024 йылғы һайлауҙарҙа Рәсәй Федерацияһы президентына кандидат Владимир Путиндың ышаныслы вәкиле[4].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Елена Трубицина 1968 йылдың 20 апрелендә Магадан ҡалаһында тыуған. 1991 йылда Плеханов исемендәге Мәскәү халыҡ хужалығы институтын (Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты) тамамлай[2][1].

2002 йылда Рәсәй Президенты Дәүләт идаралығы академияһында (Рәсәй Президенты Халыҡ хужалығы һәм дәүләт идаралығы академияһы, Мәскәү) ҡайтанан әҙерлек үтә[1].

2008 йылда Рәсәй дәүләт социаль университетында (Мәскәү) «Ярыштар системаһы һәм юғары квалификациялы саңғысы-уҙышсыларҙы төп стартҡа әҙерлек этабы структураһы» темаһына диссертация яҡлай[5].

Спорт карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Спорт менән 8 йәшендә Магадандың 2-се йәштәр спорт мәктәбендә шөғөлләнә башлай. Тәүге тренерҙары Геннадий Попков һәм Виктор Ткаченко була. 11 йәшендә Магадан өлкәһенең саңғы спорты буйынса йыйылма командаһы составына инә. 14 йәшендә СССР-ҙың спорт мастеры исемен ала.

1986 йылда АҠШ-тың Лейк-Плэсид ҡалаһында юниорҙар араһында донъя чемпионатында 17 йәшендә бөтә уҙыштарҙа ла (ике көмөш — эстафетала һәм 5 км классикала, 15 км ирекле стилдә бронза) наградалар яулай[5].

1986/87 йылдар миҙгелендә өлкәндәр араһында Донъя кубогында Финляндияның Лахти ҡалаһында тәүгә ҡатнаша.

Финляндияның Лахти ҡалаһында үткән донъя чемпионатында беренсе тапҡыр сығыш яһай, унда ике тапҡыр чемпион була. Команда менән эстафетала көмөш миҙал яулай (Сметанина, Шамшурина һәм Тихонова менән берлектә)[5].

Саңғы спорты төрҙәре буйынса донъя чемпионатында 1991 йылда өс алтын миҙал һәм бер көмөш миҙал яулай[5].

Елена Вяльбе 30 км дистанцияла, Альбервиль, 21 февраль 1992 йыл

Беренсе тапҡыр Олимпия уйындарында 1992 йылда (1992 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындары) ҡатнаша, унда эстафетала чемпион була (Сметанина, Лазутина һәм Егорова менән берлектә), шәхси уҙыштарҙа дүрт бронза миҙал яулай[1].

1997 йылдың 20 декабрендә Швейцарияның Давос ҡалаһында классик стилдә 15 километрға йүгереүҙә донъя кубогы этабында һуңғы һәм рекордлы 45-се еңеү яулай. Наганолағы Олимпия уйындарында сираттағы олимпия алтынын яулай һәм карьераһын тамамлай (30 йәшендә)[2][1].

Ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2001 йылдан алып Мәскәү өлкәһе губернаторының ойоштороу мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе булып тора. Хөкүмәттә балалар спортына булышлыҡ итеү һәм үҫтереү, спортта допинг ҡулланыуға ҡаршы көрәш, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау менән шөғөлләнә (2001)
  • Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһында төбәк бүлексәһенән «Берҙәм Рәсәй» партияһының сәйәси советы ағзаһы
  • 2017 йылдан — Хакас Республикаһы башлығы Виктор Зиминдың штаттан тыш кәңәшсеһе
  • 2024 йылғы һайлауҙарҙа президентлыҡҡа кандидат Владимир Путиндың ышаныслы вәкиле

[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

I дәрәжә Ватан алдындағы хеҙмәттәре
өсөн орден миҙалы менән бүләкләү.
Мәскәү, Кремль, 2014 йылдың 24 марты

Хәрби званиеһы — запастағы подполковник (2016). Магаданда саңғы ярыштары буйынса спорт мәктәбе 2002 йылдан алып Елена Вяльбе исемен йөрөтә.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Масленников И. Б., Смирнов Г. А. Лыжные гонки. — М.: Физкультура и спорт, 1999. — 2-е изд., испр. и доп. — С. 181—183.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Персона: Вяльбе, Елена Валерьевна. 6 февраль 2024 тикшерелгән.
  2. 2,0 2,1 2,2 Вяльбе, Елена Валерьевна. 6 февраль 2024 тикшерелгән.
  3. Елена Вяльбе стала главой Ассоциации лыжных видов спорта России. www.championat.com. Дата обращения: 4 февраль 2020. Архивировано 4 февраль 2020 года.
  4. 4,0 4,1 Доверенные лица. Putin2024.ru. Дата обращения: 5 февраль 2024.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Вяльбе Елена Валерьевна. Федерация Лыжных Гонок России. Дата обращения: 6 февраль 2024.
  6. Звание «Почётный гражданин города Магадана» присвоили лыжнице Елене Вяльбе 28 лет назад. Дата обращения: 30 август 2017. Архивировано 30 август 2017 года.
  7. Указ Президента РФ от 22 апреля 1994 г. № 808 «О награждении государственными наградами Российской Федерации спортсменов, тренеров, работников физической культуры и спорта Российской Федерации по итогам XVII зимних Олимпийских игр 1994 года». Дата обращения: 11 май 2019. Архивировано 11 май 2019 года.
  8. Указ Президента РФ от 16 апреля 1997 г. № 376 «О награждении орденом „За заслуги перед Отечеством“ III степени Вяльбе Е. В.» Дата обращения: 11 май 2019. Архивировано 11 май 2019 года.
  9. Указ Президента Российской Федерации от 29 июня 2018 года № 377 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Дата обращения: 11 май 2019. Архивировано 10 май 2019 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]