Лазутина Лариса Евгеньевна
Лари́са Евге́ньевна Лазу́тина (Пти́цына) (1 июнь 1965 йыл, Кондопога, СССР) — совет һәм Рәсәй саңғысыһы, биш тапҡыр олимпия чемпионы, күп тапҡыр донъя чемпионы. Ике тапҡыр Донъя кубогын яулаусы. Рәсәй Федерацияһы Геройы (1998). СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1987), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (1994). 2003 йылдан — сәйәси эшмәкәр.
Биографияһы
1972 йылда 1-се Кондопога урта мәктәбенә уҡырға бара. Мәктәпте тамамлағас, Хабаровск физик культура институтын тренер-уҡытыусы һөнәре буйынса тамамлай. Шулай уҡ Карел дәүләт педагогия институтының физик тәрбиә факультетында уҡый.
Саңғы спорты менән 11 йәшенән шөғөлләнә башлай (тәүге тренеры — Л. В. Мельникова, Л. В. Яковлева, Ю. А. Яковлев). Студент йылдарында тәүге етди уңыштарға өлгәшә. 1984 йылда саңғы ярыштары буйынса СССР йыйылма командаһы составына инә. Тренеры — Николай Лопухов[1].
1983/1984 йылдар миҙгелендә өлкәндәрҙең донъя Кубогында дебют яһай. 1984 йылдың 24 мартында Мурманскиҙағы этапта 10 км классикаға уҙышта 15-се урынды ала, үҙенең тәүге кубок мәрәйҙәрен яулай. Донъя Кубогы йомғаҡтары буйынса 49-сы урынды биләй.
1984/1985 йылдар миҙгелендә юниорҙар араһында донъя чемпионы була. Команда менән бергә 3х5 км эстафетала алтын яулай.
Донъя чемпионатында тәүге тапҡыр Германияның Оберстдорф ҡалаһында ҡатнаша һәм эстафетала чемпион була. Был чемпионатта ирекле стилдә 20 км дистанцияла бронза миҙал яулай. 1987 йылда саңғысы Геннадий Лазутинға кейәүгә сыға һәм Лазутина фамилияһы аҫтында сығыш яһай башлай.
1988/1989 йылдар миҙгелендә Донъя кубогы йомғаҡтары буйынса 5-се урынды биләй. Финляндияның Лахти ҡалаһында үткән донъя чемпионатында ирекле стиль менән 30 километрға уҙышта Елена Вяльбенан ғына ҡалышып, көмөш миҙал яулай.
1989/1990 йылдарҙағы донъя Кубогында Лазутина Ҙур Гәлсәр глобус яулай. Донъя Кубогында беренсе шәхси ярышта еңеү яулай. 1989 йылдың 15 декабрендә Канаданың Тандер-Бей ҡалаһында классик стилдә 15 км дистанцияға уҙышта еңеү яулай. Миҙгел барышында шәхси ярыштарҙа тағы ла алты тапҡыр пьедесталға күтәрелә (бер тапҡыр икенсе һәм биш тапҡыр өсөнсө була).
1990/1991 йылдар миҙгелендә ҡыҙы Алиса тыуыу сәбәпле, ярыштарҙа ҡатнашмай.
1991/1992 йылдар миҙгелендә Альбервиллдә үткән олимпия уйындарында ҡатнаша. Эстафетала олимпия чемпионы була (3 этапта ирекле стилдә старт ала). Донъя Кубогының йомғаҡлау классификацияһында 11-се урынды биләй.
1992/1993 йылғы Донъя кубогын дүртенсе урында тамамлай. Швецияның Фалун ҡалаһында үткән донъя чемпионатында ике тапҡыр чемпион була (эстафета составында һәм 5 километрға классика ярышында еңеү яулай) һәм 10 километрға коньки ысулы менән эҙәрлекләү ярышында көмөш миҙал яулай, финишта ғына уны һәм Любовь Егорованы Италия саңғысыһы Стефания Бельмондо уҙып китә.
Норвегияның Лиллехаммер ҡалаһында үткән Олимпиадала ҡатнаша, унда карьераһында икенсе тапҡыр эстафетала алтын миҙал яулай (2 этапта классик стилдә старт ала). Ике йыл элек Альбервилдағы кеүек үк, был Олимпиадала Любовь Егорова ла өс алтын миҙал яулай.
Лариса Евгеньевна Лазутина 1996/97 йылдар миҙгеленән һуң спорт карьераһын тамамлауы тураһында рәсми рәүештә иғлан итә. Әммә миҙгел башында Рәсәй саңғы ярыштары Федерацияһы етәкселәре спортсыны ярышты дауам итергә күндерә ала. Уның яңы бағыусыһы барлыҡҡа килә (Роснефть-Сахалинморнефтегаз), һәм Лазутина үҙ аллы әҙерләнә башлай[2][3].
1997/98 йылдар миҙгелендә икенсе Ҙур Гәлсәр глобус яулай, дистанция дисциплиналарында Кесе Гәлсәр глобус яулай, ә спринтта норвег Бенте Мартинсендан ҡала икенсе була. Донъя кубогы этаптарында алты тапҡыр беренсе була (ике тапҡыр эстафетала) һәм тағы ла биш тапҡыр пьедесталда тора. Наганола үткән Олимпия уйындарында бөтә биш ярышта ла миҙалдар яулай: өс олимпия алтыны — 5 км классикаға уҙышта һәм 10 км коньки ысулы менән эҙәрлекләү уҙышында, шулай уҡ 4х5 км эстафетаһында (ирекле стилдә 4-се этапта старт ала), 15 километрға классика буйынса көмөш һәм 30 километрға ирекле стиль менән йүгереүҙә бронза миҙалдар.
Лазутинаның Донъя кубогында шәхси ярыштарҙа 21 тапҡыр еңә һәм 62 подиумға күтәрелә, шулай уҡ планетаның иң көслө саңғысыһы статусы бирелә. Ул күп тапҡыр донъя һәм олимпия уйындары чемпионы.
Дисквалификация
Лариса Лазутина Солт-Лейк-Ситиҙағы Олимпия уйындарына ныҡлы әҙерләнә. Тәүге ярыштарҙа ике көмөш миҙал яулай. Әммә марафонда алтын миҙал яулағандан һуң, эритропоэтин ҡулланыуҙа ғәйепләнә. Халыҡ-ара олимпия комитеты Лазутинаның алтын миҙалын тартып ала. Ул Халыҡ-ара спорт арбитраж суды ҡарары менән уйындарҙан ике йылға ситләтелә[4] (шулай уҡ был уйындарҙың Рәсәйҙән икенсе чемпион Ольга Данилова ла). 2003 йылдың 29 июнендә Прагала үткән Халыҡ-ара олимпия комитеты ултырышында Лазутинаны дисквалификациялау һәм 2001 йылдың декабренән һуң халыҡ-ара ярыштарҙағы бөтә спорт һөҙөмтәләрен юҡҡа сығарыу тураһында ҡарар ҡабул ителә.
Артабанғы эшмәкәрлеге
2002 йылда Рәсәй армияһы майоры исеме бирелә.
2003—2007 һәм 2007—2011 йылдарҙа Мәскәү өлкә Думаһы депутаты итеп һайлана һәм мәғариф, мәҙәниәт, спорт, йәштәр эштәре һәм туризм мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе булып эшләй.
Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы физик культура һәм спорт буйынса Совет ағзаһы була.
2016 йылда ҡабаттан Мәскәү өлкә Думаһы депутаты итеп ҡабаттан һайлана. Мәскәү өлкә Думаһы рәйесенең беренсе урынбаҫары.
1989/90 миҙгелендә донъя Кубогы
Дөйөм иҫәп
| Урын | Спортсы | Мәрәйҙәр |
|---|---|---|
| 1 | 146 | |
| 2 | 137 | |
| 3 | 136 | |
| 4 | 134 | |
| 5 | 126 |
1997/98 миҙгелендә донъя Кубогы
|
Дөйөм иҫәп
|
Дистанция
|
Спринт
|
Донъя Кубогындағы һөҙөмтәләре
| Миҙгел | Генераль иҫәп | Дистанция төрҙәре | Спринт | |||
|---|---|---|---|---|---|---|
| Мәрәйҙәр | Урын | Мәрәйҙәр | Урын | Мәрәйҙәр | Урын | |
| 1983/84 | 6 | 49. | - | - | - | - |
| 1984/85 | - | - | - | - | - | - |
| 1985/86 | 12 | 25. | - | - | - | - |
| 1986/87 | 46 | 13. | - | - | - | - |
| 1987/88 | - | - | - | - | - | - |
| 1988/89 | 89 | 5. | - | - | - | - |
| 1989/90 | 146 | 1. | - | - | - | - |
| 1990/91 | - | - | - | - | - | - |
| 1991/92 | 45 | 11. | - | - | - | - |
| 1992/93 | 519 | 4. | - | - | - | - |
| 1993/94 | 458 | 5. | - | - | - | - |
| 1994/95 | 785 | 3. | - | - | - | - |
| 1995/96 | 732 | 3. | - | - | - | - |
| 1996/97 | 366 | 8. | 136 | 6. | 130 | 10. |
| 1997/98 | 773 | 1. | 293 | 1. | 480 | 2. |
| 1998/99 | 648 | 5. | 343 | 3. | 305 | 6. |
| 1999/2000 | 1008 | 3. | 360 553 |
1. 3.(уртаса дистанцияла) |
95 | 15. |
| 2000/01 | 893 | 3. | - | - | 103 | 15. |
| 2001/02 | 44 | 54. | - | - | - | - |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәй Федерацияһы Геройы (27 февраль 1998)[5]
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (5 ноябрь 2020 йыл)[6]
- Почет ордены (3 февраль 2015)[7]
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены (22 апрель 1994)[8]
- Карелия Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1995)
- Карелия Республикаһының почетлы гражданы (1999)[9]
- III дәрәжә «Мәскәү өлкәһе алдындағы хеҙмәттәре өсөн» билдәһе (2008 йылдың 15 декабре)[10]
- «Сампо» ордены (28 октябрь 2019, Карелия Республикаһы)[11]
- Одинцово ҡалаһының почётлы гражданы (1999). Одинцово ҡалаһының Почетлы граждандар аллеяһында бюст ҡуйылған.
Ғаиләһе
Ире — Геннадий Лазутин (1966), 1994 йылғы Олимпия уйындарында саңғы ярыштарында сығыш яһай. Балалары: ҡыҙы — Алиса (1991 йәки 1992)[12], улы — Даниил (2003) СКА хоккей клубы (Санкт-Петербург) һөжүмсеһе[13].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Николай Лопухов: прямая линия с читателями журнала «Лыжный спорт». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2017. Архивировано 15 сентябрь 2017 года.
- ↑ Лариса Лазутина: у меня появился новый мощный спонсор. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 май 2017. Архивировано 16 сентябрь 2017 года.
- ↑ «РОСНЕФТЬ» помогает Лазутиной. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 май 2017. Архивировано 15 июнь 2017 года.
- ↑ Дух против буквы. Как главная русофобка мирового спорта сокрушила МОК и стала олимпийской чемпионкой. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ғинуар 2020. Архивировано 7 апрель 2022 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 27 февраля 1998 года № 206 «О награждении государственными наградами Российской Федерации спортсменов, тренеров, работников физической культуры и спорта по итогам XVIII зимних Олимпийских игр 1998 года»(недоступная ссылка)
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 05.11.2020 № 675 ∙ Официальное опубликование правовых актов ∙ Официальный интернет-портал правовой информации. publication.pravo.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 ноябрь 2020. Архивировано 7 апрель 2022 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 03.02.2015 № 48 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 февраль 2015. Архивировано 4 февраль 2015 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 22 апреля 1994 года № 808 «О награждении государственными наградами Российской Федерации спортсменов, тренеров, работников физической культуры и спорта Российской Федерации по итогам XVII зимних Олимпийских игр 1994 года». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 апрель 2013. Архивировано из оригинала 4 сентябрь 2014 года.
- ↑ Лучшим людям Карелии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2010. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года.
- ↑ Постановление губернатора Московской области от 15 декабря 2008 года № 170-ПГ «О награждении наградами Московской области». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 декабрь 2018. Архивировано 7 апрель 2022 года.
- ↑ Указ Главы Республики Карелия от 28.10.2019 № 66 «О награждении государственными наградами Республики Карелия» Архивная копия от 4 май 2021 на Wayback Machine (Тикшерелеү көнө: 30 октябрь 2019)
- ↑ Туманов С. Лариса Лазутина: «Не судачьте о том, что у меня все в прошлом» // Спортивная панорама. — 1998. — 16 апрель (№ 58). — С. 3.
- ↑ Кто из россиян будет на драфте НХЛ—2021. За ними уже следят в Америке. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 октябрь 2020. Архивировано 14 октябрь 2020 года.
Әҙәбиәт
- Карелия: энциклопедия: в 3 т. / гл. ред. А. Ф. Титов. Т. 2: К — П. — Петрозаводск: ИД «ПетроПресс», 2009. С. 134—464 с.: ил., карт. ISBN 978-5-8430-0125-4 (т. 2)
- Симонов А. А., Чудинова С. В. Женщины — Герои Советского Союза и России. — Москва: Фонд «Русские Витязи», Музей техники Вадима Задорожного, 2017. — С. 300—301. — 352 с. — ISBN 9785990960701.