Югра дәүләт университеты
Югра дәүләт университеты (ЮДУ) — Рәсәйҙең Ханты-Мансийск ҡалаһында урынлашҡан университет. 2001 йылдың октябрендә асыла.
Тарихы
2001 йылда Ханты-Мансийскиҙа булған уҡыу йорттарының филиалдары: Төмән дәүләт ауыл хужалығы академияһы, Нижневартовск дәүләт педагогия институты, Себер автомобиль-юл академияһы, Төмән дәүләт ауыл хужалығы академияһы һәм Бөтә Рәсәй дәүләт һалым академияһыбазаһында ойошторола[4][5][6][7]. Югра дәүләт университеты төбәктә федераль ҡарамаҡтағы беренсе уҡыу юғары уҡыу йорто була[8].
2003 йылда университет өсөн яңы төп бина төҙөлә, ул Ханты-Мансийскиҙа ул ваҡытта иң бейеге була[9][10].
2007 йылда университет составына уның филиалдары булған дүрт урта белем биреүсе дәүләт мәғариф учреждениеһы индерелә[11].
Университет аяҡҡа баҫҡан осороҙа уҡытыу процесында төбәктә булған предприятиелар һәм ғилми-тикшеренеү институттарының мөмкинлектәренә баҫым яһала. Атап әйткәндә, элекке информатика һәм ғәмәли математика факультеты белем биреүҙе Югра мәғлүмәт технологиялары ғилми-ғәмәли институты базаһында алып бара[12].
2013 йылда Югра дәүләт университетыСочиҙа үткән Олимпиадаға волонтерҙар йәлеп итеү һәм әҙерләү үҙәгенә әүерелә[13].
Дөйөм мәғлүмәттәр
Юғары уҡыу йорто Чехов урамындағы бер-береһе менән тоташҡан биш корпуста урынлаша, уларҙың дүртеһе уҡыу корпусы, береһе — административ. Вуз составына шулай уҡ аудиториялары, бассейны һәм спорт залдары булған Спорт-һауыҡтырыу комплексы инә.
2018 йылда студенттар һанын яҡынса 3200 була, уларҙың 2600 самаһы көндөҙгө бүлектә уҡый. Юғары уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәренең дөйөм һаны — яҡынса 570 кеше.
Филиалдары
Университет составына түбәндәге урта-махсус уҡыу йорто базаһындағы дүрт филиал инә:
- Нефтеюганск индустриаль колледжы (Нефтеюганск, ХМАО-Югра);
- Сургут нефть техникумы (Сорғот, ХМАО-Югра);
- Нижневартовск нефть техникумы (Нижневартовск, ХМАО-Югра);
- Лянтор нефть техникумы (Лянтор, ХМАО-Югра).
Институттары
Университеты үҙ эсенә биш институтты һәм ике үҙәкте ала[14]:
- Себерҙе өйрәнеү гуманитар институты;
- Цифрлы иҡтисад институты;
- Юридик институт;
- Нефть һәм газ институты;
- Өҫтәмә белем биреү институты;
- «Тирә-яҡ мөхит һәм климаттың глобаль үҙгәреүе динамикаһы» (Нефть һәм газ институты составына инә) Фәнни-белем биреү үҙәге;
- Төньяҡ халыҡтары үҙәге.
Фәнни эшмәкәрлеге
2005 йылдан университетта түбәндәге ғилми структура подразделениелары ойошторола[15]:
- Тәбиғәтте файҙаланыу уҡыу-ғилми аналитика үҙәге;
- Инженер факультетының төҙөлөш конструкцияларын проектлау һәм ғилми тикшеренеү үҙәге;
- Һыу менән ҡулланыу проблемалары һәм экосистема күҙәтеүҙәре лабораторияһы;
- Югра халыҡтары телен, тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү институтының телдәрҙе өйрәнеү һәм һаҡлау лабораторияһы.
2005 йылдан «Вестник Югорского государственного университета» фәнни журналы сыға[16].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 GRID Release 2017-07-12 — 2017-07-12 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5203408.V1
- ↑ GRID Release 2017-05-22 — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
- ↑ Единый государственный реестр юридических лиц
- ↑ Распоряжение Правительства России № 1069-р о создании в Ханты-Мансийске ГОУ «Югорский государственный университет» от 20 августа 2001 года
- ↑ Приказ Министерства образования РФ № 3296 от 5 октября 2001 года
- ↑ Общая информация. www.ugrasu.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 май 2018.
- ↑ А. В. Ефремов. Югорский государственный университет., 2000–2005
- ↑ С. А. Гильманов, В. И. Загвязинский. Высшее образование в автономном округе., 2000–2005
- ↑ Ханты-Мансийск: Открылось новое здание Югорского государственного университета (11 июль 2003). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ғинуар 2019.
- ↑ Северная страница. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ғинуар 2019. 2019 йылдың 26 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ Распоряжение Правительства Российской Федерации от 7.09.2007 г. № 1186-р
- ↑ Югра: образование — высшее., 2007
- ↑ Год до Сочи. О волонтёрах и олимпийском огне. «Аргументы и Факты» (14 февраль 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 май 2018.
- ↑ Институты Югорского государственного университета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ғинуар 2019. 2019 йылдың 9 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Ю. И. Реутов, В. А. Мищенко, А. Р. Грошев. Состояние и основные направления развития Югорского государственного университета., 2005, с. 90
- ↑ Ю. И. Реутов, В. А. Мищенко, А. Р. Грошев. Состояние и основные направления развития Югорского государственного университета., 2005, с. 91
Сығанаҡтар
- Владимир Страшнов — Самый молодой вуз Югры отметил день рождения // Газета «Тюменские известия», № 145 (4648) от 20 августа 2008
- Ирина Самсонова — Югорской университет 15 ол постӑс // Газета «Ханты ясанг», № 20 (3464) от 20 октября 2016
- А. В. Ефремов. Югорский государственный университет // Югория: энциклопедия Ханты-Мансийского автономного округа : в 4 т. / гл. ред. Г. Ф. Шафранов-Куцев. — Ханты-Мансийск : НИИ регион. энцикл. Тюм. гос. ун-та : Сократ, 2000–2005.
- С. А. Гильманов, В. И. Загвязинский. Высшее образование в автономном округе // Югория: энциклопедия Ханты-Мансийского автономного округа : в 4 т. / гл. ред. Г. Ф. Шафранов-Куцев. — Ханты-Мансийск : НИИ регион. энцикл. Тюм. гос. ун-та : Сократ, 2000–2005.
- Ю. И. Реутов, В. А. Мищенко, А. Р. Грошев. Состояние и основные направления развития Югорского государственного университета // Университетское управление: практика и анализ : журнал. — 2005. — № 3. — С. 85-95.
- Югра: образование — высшее. С заместителем председателя правительства ХМАО-Югры А.Н.Майоровым беседовал Сергей Леонов/ // Наше наследие : Иллюстрированный культурно-исторический журнал. — 2007. — № 83-84.