Тихонов Александр Иванович

Алекса́ндр Ива́нович Ти́хонов (2 ғинуар 1947 йыл, Уй (Силәбе өлкәһе) ауылы, Колхоз районы, Силәбе өлкәһе) — совет биатлонсыһы. Дүрт тапҡыр олимпия чемпионы, 1968 йылда Греноблдә үткән ҡышҡы Олимпия уйындарының көмөш призеры, ун бер тапҡыр донъя чемпионы, ун биш тапҡыр СССР чемпионы, СССР Спартакиадаһы чемпионы, 1978 йылда СССР Кубогын яулаусы. Рәсәй биатлон союзы президенты (1996—2008), вице-президенты (2008—2010). Халыҡ-ара биатлон союзының беренсе вице-президенты (2002—2009). СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1968). 1975 йылдан Советтар Союзы Коммунистар партияһы ағзаһы.

Тихоновтың биатлондағы алтын олимпия миҙалдары һаны буйынса рекордын 2002 йылға тиклем, ә донъя чемпионаттарының алтын миҙалдары буйынса 2009 йылға тиклем бер спортсы ла үтә алмай.

Новосибирск физик культура техникумын тамамлай (1968). Подполковник (Рәсәй Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәре).

1999 йылдың октябрендә Мәскәү өлкәһе губернаторы вазифаһына дәғүә итә, әммә икенсе турға үтә алмай[1].

2008 йылдың 3 апрелендә Төмән өлкәһенең Уват ауылындағы биатлон үҙәгенә Тихонов исеме бирелә. 2008 йылдың 26 сентябрендә Уват ауылында «А. И. Тихонов — донъя биатлон легендаһы» музейы асыла.

Биографияһы

А. И. Тихонов Силәбе өлкәһенең Уй районы Уй ауылында тыуған. Атаһы, Иван Григорьевич, мәктәптә физкультуранан уҡыта, саңғы ярышы буйынса ауыл уҡытыусылары араһында төбәк ярыштарында еңеүсе була, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, яралана. Әсәһе лә саңғы менән шөғөлләнә, бухгалтер булып эшләй.

Сабый сағында табиптар Сашаға тыумыштан йөрәк сире диагнозы ҡуя. Өс йәшкә тиклем ул тиҫтерҙәренән үҫеш буйынса артта ҡала, ә биш ярым йәшендә бәләкәй Саша ҡайнаған һыуға яна һәм бер йыл дауаханала ята[2].

Спорт карьераһы

Саңғы менән бала сағынан уҡ мауыға, мәктәптә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә: 1958 йылда бишенсе класс уҡығанда саңғы ярышында «Пионерская правда» гәзите призына ярышта еңеү яулай.

Мәктәптән һуң Силәбегә китә һәм завод әҙерлеге мәктәбендә уҡый. Силәбе металлургия заводында ике йыл эшләй. Кистәрен саңғы менән шөғөлләнеүен дауам итә.

Һуңыраҡ уны Новосибирскиға физик культура техникумына уҡырға саҡыралар. Бында ул конькиҙа йүгереү, велосипедта йөрөү, саңғыла шыуыу менән шөғөлләнә. Физик культура техникумын тамамлағандан һуң, армияһы сафында хеҙмәт итә.

1966 йылда юниорҙар араһында ярышта 10 һәм 15 километрҙа еңеү яулай. Эстафетаны өлкәндәр командаһы составында йүгерә һәм унда еңеүсе була. Шулай итеп, саңғы спорты буйынса СССР йыйылма командаһына һайлап алына.

1966 йылдың йәйендә аяғы йәрәхәтләнә һәм саңғысылар менән күнекмәләргә бара алмай. Дауаланыу өсөн Отепяға (Эстония) юллана. Унда биатлонсылар күнекмәләр үткәрә. Биатлон буйынса СССР йыйылма командаһының өлкән тренеры Александр Привалов атып ҡарарға тәҡдим итә[3]:

« «Приваловтың винтовкаһы (ул үҙе 2 метрҙан да кәм түгел) миңә ҙур ине, әммә биш тапҡыр атыуҙа менән биш сәпкә тейҙерҙем». »

Уны шунда уҡ эстафетаның 1-се этабына әҙерләй башлайҙар, унда ул тиҙлек иҫәбенә атыуҙа булған хаталарҙы ҡаплай ала.

Олимпия уйындарында дебюты 1968 йылда була. 20 километрға шәхси уҙышта Тихонов старттан беренсе булып китә һәм көмөш миҙал яулай. Әммә Тихонов өсөн төп старт булып эстафета тора. 1-се этапта йүгерә[3]. 40 секундҡа алда килә һәм команда алтын миҙал яулай.

Лейк-Плэсидтағы Олимпиаданы асыуҙа Тихонов СССР-ҙың олимпия йыйылма командаһы байрағын алып сыға.

Олимпиада-80-дән һуң тренерлыҡ эшенә күсә. 1982 йылда Тихонов СССР йәштәр биатлон командаһының баш тренеры итеа тәғәйенләнә. 1985 йылдан 1987 йылға тиклем Новосибирск «Динамо» өлкә советы рәйесе урынбаҫары, ә 1987 йылдан 1990 йылға тиклем — илдең биатлон буйынса эксперименталь командаһы тренеры.

Спорт ҡаҙаныштары

  • Дүрт тапҡыр Олимпия чемпионы, 1968 йылда Греноблдә ҡышҡы Олимпия уйындарының көмөш призеры
  • Ун бер тапҡыр донъя чемпионы.
  • Биатлон буйынса ун өс тапҡыр СССР чемпионы: 10 километрға йүгереү (1975, 1976, 1977, 1978), 20 километрға йүгереү (1969, 1970, 1972, 1974), 4х7,5 км эстафета (1970, 1971, 1972, 1976, 1977).
  • Саңғы ярыштары буйынса СССР беренселеге чемпионы һәм көмөш призеры: 4×10 км эстафета (1969).
  • Биатлон буйынса юниорҙар араһында саңғы уҙышында ике тапҡыр СССР беренселеге еңеүсеһе (10 һәм 5 км),1966 йыл. СССР спартакиадаһы чемпионы.
  • 1978 йылда СССР Кубогын яулаусы.
  • Бер-бер артлы 4 ҡышҡы Олимпиадала алтын миҙал яулаған берҙән-бер ир-ат спортсы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Олимпия Даны ордены кавалеры (февраль 1999).

1977 йылда бөтә донъя йәмәғәтселеге уны «Биатлон әфәнде» тип атай.[6].

Признан легендой российского спорта в XX веке[7].

Халыҡ-ара «Алтын мангуст» спорт премияһы лауреаты

Рәсәй Людвиг Нобель премияһы лауреаты

Достоевский ордены

2022 йылда Тихонов Рәсәй Яҙыусылар союзына ҡабул ителә.

Әҙәбиәт

  • Снегирёв В. Лёд и пламень // Твои чемпионы, Россия. — М., 1973.
  • Бурла А.М. Первым буду я...[О четырехкратном олимпийском чемпионе по биатлону А. И. Тихонове]. — М.: Физкультура и спорт, 1990. — 221 с. — (Сердца, отданные спорту). — ISBN 5-278-00239-5.
  • Елена Вайцеховская. Штрафной круг Александра Тихонова. — М.: Лыжный спорт, 2006. — 239 с., цв. ил., портр.

Иҫкәрмәләр

  1. Базунов Борис Анатольевич. Динамовцы новой России // Вестник спортивной науки. — 2013. — Вып. 6. — ISSN 1998-0833. Архивировано 30 апрель 2019 года.
  2. Степан Чаушьян. Мистер биатлон: путь Александра Тихонова от бизнеса до покушения на Тулеева. Аргументы и Факты (29 ғинуар 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 август 2017. Архивировано 8 август 2017 года.
  3. 1 2 Константин Бойцов. Начало большого пути, Советский Спорт (23 ғинуар 2002). 8 август 2017 тикшерелгән.
  4. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 9 апреля 1980 года № 1859—Х «О награждении орденами и медалями СССР спортсменов, тренеров, работников физической культуры и спорта по итогам XIII зимних Олимпийских игр» // «Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик». — № 16 (2038) от 16 апреля 1980 года. — Ст.292.
  5. Живет в Америке девочка Сьюзен-Пузен(недоступная ссылка)
  6. Биатлон: победоносная традиция жива(недоступная ссылка)
  7. Названы легенды отечественного спорта XX века. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 март 2010. Архивировано 4 март 2016 года.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар