Рәсәй биатлонсылар союзы
Эшмәкәрлегенең маҡсаттары
— граждандарҙың сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу факторҙарының береһе булараҡ, рухи һәм физик тәрбиәнең берҙәмлегенә йүнәлтелгән физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеү;
— Рәсәй Федерацияһында биатлонды үҫтереү, камиллаштырыу, пропагандалау һәм популярлаштырыу, шәхестең комплекслы һәм гармониялы үҫешендә физик культура һәм биатлон нигеҙендә спорт төрҙәренең ролен арттырыу, биатлондың халыҡ-ара кимәлдә абруйын күтәреү һәм позицияларын нығытыу;
— спорт хәрәкәтендә дуҫлыҡты нығытыу һәм биатлон өлкәһендә халыҡ-ара спорт бәйләнештәрен тормошҡа ашырыу;
— спортсыларҙың юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеү өсөн оҫталығының квалификацияһын күтәреү, шулай уҡ спорт резервтарын әҙерләү буйынса саралар комплексын тормошҡа ашырыу;
— Рәсәй Федерацияһында биатлонды үҫтереү буйынса шарттар булдырыуға булышлыҡ итеү.
Тарихы
Рәсәй биатлонсылар союзы (РБУ) 1992 йылда ойошторола һәм Рәсәй Федерацияһының 49 субъектының спорт ойошмаларын берләштерә.
2017 йылдың декабрендә IBU Рәсәй биатлонсылар союзының хоҡуҡтарын сикләй. Сәбәбе — Рәсәй спортындағы «допинг ғауғалары» серияһы. Рәсәй биатлонсылары халыҡ-ара ярыштарҙа сығыш яһау хоҡуғын һаҡлап ҡала, ләкин ил Халыҡ-ара олимпия комитеты һәм уның халыҡ-ара федерациялағы вәкилдәре эгидаһы аҫтында турнирҙар уҙғарыу хоҡуғын юғалта[2].
Рәсәй биатлонсылар союзы президенттары
- Новиков Евгений Петрович (26 февраль 1992 йыл — 25 сентябрь 1995 йыл)[3]
- Тихонов Александр Иванович (25 сентябрь 1995 — 27 октябрь 2008)
- Прохоров Михаил Дмитриевич (27 октябрь 2008 — 20 май 2014)
- Кравцов Александр Михайлович (20 мая 2014[4] — 18 мая 2018)
- Драчёв Владимир Петрович (18 май 2018 — 11 июль 2020)[5]
- Майгуров Виктор Викторович (июлдән 2020)[6]
Етәкселек
Иҫкәрмәләр
- ↑ Страны - участники IBU. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 март 2011. Архивировано из оригинала 16 ғинуар 2011 года.
- ↑ Расходы Союза биатлонистов России на восстановление прав превысили €1 млн. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 февраль 2021. Архивировано 15 февраль 2021 года.
- ↑ 20 лет СБР. Глава 1. Февральская революция. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2012. Архивировано из оригинала 29 февраль 2012 года.
- ↑ Сменщик Прохорова взял новый курс. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 май 2014. Архивировано 20 май 2014 года.
- ↑ Чепиков: новое руководство СБР намерено создать благоприятный климат в сборной России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июль 2020. Архивировано 13 июнь 2021 года.
- ↑ Майгуров избран новым президентом СБР (рус.), rt.com. 11 июль 2020 тикшерелгән.
- ↑ Состав Правления СБР сокращен до восьми человек. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 май 2014. Архивировано 20 май 2014 года.
- ↑ Вне конкуренции: Кравцов стал новым главой СБР, получив 5 заветов от Прохорова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 май 2014. Архивировано из оригинала 20 май 2014 года.