Майгуров Виктор Викторович

Ви́ктор Ви́кторович Ма́йгуров (7 февраль 1969 йыл, Черёмухово, Североуральск ҡала советы, Свердловск өлкәһе) — совет, белорус һәм Рәсәй биатлонсыһы, ике тапҡыр Олимпия уйындары призеры, өс тапҡыр донъя чемпионы һәм донъя чемпионаттарының күп тапҡыр призеры. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. 2020 йылдың 11 июленән Рәсәй биатлонсылар союзы президенты.

Спорт карьераһы

Виктор Викторович Майгуров — РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры Павел Бересневтың тәрбиәләнеүсеһе[1]. Олимпия уйындарында тәүге тапҡыр 1994 йылда ҡатнаша, унда Беларусь командаһы өсөн сығыш яһай. Һуңынан эстафетала дүртенсе урын ала.

1998 йылда Наганола үткән сираттағы ҡышҡы Олимпиадала Майгуров Рәсәй йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай һәм эстафетала өсөнсө урын яулай, ә 2002 йылда Солт-Лейк-Ситилағы Олимпия уйындарында шәхси уҙышта үҙенең берҙән-бер шәхси олимпия миҙалын яулай.

Ул — эҙәрлекләү уҙышында беренсе донъя чемпионы. Майгуровтың Донъя кубогындағы иң яҡшы миҙгеле тип 1995/96 йылдар миҙгеле тип атарға мөмкин, ул дөйөм иҫәптә, Рәсәй биатлонсыһы Владимир Драчёвтан ғына ҡалышып, икенсе урынды биләй.

Административ карьераһы

1994 йылда Ханты-Мансийск ҡалаһына килә һәм биатлон буйынса махсуслаштырылған үҙәккә спортсы-инструктор вазифаһына ҡабул ителә.

2001 йылда Урал коммерция-хоҡуҡ институтын (Екатеринбург) тамамлай. Институтты тамамлағас, «Юриспруденция» һөнәре буйынса юрист квалификацияһын ала.

2003 йылға тиклем Рәсәй Эске эштәр министрлығында хеҙмәт итә.

2003 йылдан — Ханты-Манси автономиялы округы губернаторы ярҙамсыһы. 2004 йылда Виктор Викторовичҡа «Автономиялы округтың 2-се класлы дәүләт советнигы» квалификация категорияһы бирелә.

2005—2008 йылдарҙа — Ханты-Манси автономиялы округының ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса юғары спорт оҫталығы мәктәбе директоры.

Ханты-Манси ҡалаһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы була.

2008 йылдың сентябренән Ханты-Манси автономиялы округы — Юграның физик культура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе.

Ханты-Манси автономиялы округы — Югра биатлон федерацияһы президенты.

2009 йылдың 31 декабренән — автономиялы округтың спорт һәм туризм министры[2][3].

2010 йылда Рәсәйҙән IBU Техник комитеты ағзаһы вазифаһына тәҡдим ителә[4].

2011 йылдың авгусында Ханты-Манси автономиялы округы — Югра физик культура һәм спорт департаменты директоры вазифаһынан бушатыла[5]. Эштән бушатыуға Омскиҙа Себер дәүләт физик культура академияһында алынған ялған юғары белем тураһында диплом сәбәпсе була. Икенсе юғары белемде Виктор Майгуров, беренсе юғары белеме булмаһа ла, ҡыҫҡартылған программа буйынса ала. Бынан тыш, беренсе юғары белеме нигеҙендә Виктор Майгуров милиция капитаны дәрәжәһе биреләә, запастағы офицер булып иҫәпләнә, бер нисә социаль ташлама ала[6].

2020 йылдың 1 июлендә бер тауыштан Рәсәй биатлонсылар союзы президенты итеп һайлана[7].

Наградалары

  • I дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы (5 май 2003 йыл) — физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне, 2002 йылда Солт-Лейк-Ситилағы XIX Олимпиада уйындарында юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн[8]
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы (27 февраль 1998 йыл) — 1998 йылда XVIII ҡышҡы Олимпия уйындарындағы юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн[9]
  • «Ҡала алдындағы хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (Ханты-Мансиск, 2007 йыл)
  • Беларусь Юғары Советының дипломы (25 март 1994 йыл) — Лиллехаммерҙа XVII ҡышҡы Олимпия уйындарында юғары спорт һөҙөмтәләре өсөн[10]

Иҫкәрмәләр

  1. Спорт на Урале - Береснев Павел Алексеевич. sportufo.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июнь 2017. Архивировано 15 май 2017 года.
  2. В Югре появился первый министр. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2010. Архивировано 14 ғинуар 2010 года.
  3. Министром спорта и туризма Югры назначен Виктор Майгуров. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июль 2020. Архивировано 13 май 2016 года.
  4. Сергей Кущенко и Виктор Майгуров — кандидаты от СБР на выборные посты IBU. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июль 2010. Архивировано из оригинала 7 июнь 2010 года.
  5. Глава департамента спорта Югры ушел в отставку. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 август 2011. Архивировано 14 март 2016 года.
  6. Причиной увольнения Майгурова из департамента спорта Югры был поддельный диплом о высшем образовании - Биатлон - Sports.ru  (рус.), Sports.ru. 6 июнь 2017 тикшерелгән.
  7. Майгуров избран новым президентом СБР  (рус.), rt.com. 11 июль 2020 тикшерелгән.
  8. Указ Президента Российской Федерации от 5 мая 2003 года № 502 «О награждении государственными наградами Российской Федерации спортсменов, тренеров, работников физической культуры и спорта»
  9. Указ Президента Российской Федерации от 27 февраля 1998 года № 206 «О награждении государственными наградами Российской Федерации спортсменов, тренеров, работников физической культуры и спорта по итогам XVIII зимних Олимпийских игр 1998 года»
  10. Указ Президиума Верховного Совета Республики Беларусь от 25 марта 1994 г. № 2904-XII «О награждении группы спортсменов и тренеров республики Почетной грамотой и Грамотой Верховного Совета Республики Беларусь». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2010. Архивировано 29 ғинуар 2016 года.

Тема буйынса өҫтәмә