Эҙәрлекләү уҙышы (биатлон)

Эҙәрлекләү уҙышы (йәки пасью́т, ингл. pursuit, рус. Гонка преследования (биатлон))[1] — биатлон ярышы төрө. Ир-егеттәр һәм юниорҙар 12,5 км; ҡатын-ҡыҙҙар, юниор ҡыҙҙар һәм егеттәр 10 км; ҡыҙҙар 7,5 км араға көс һынаша). Ул спринт йомғаҡтары буйынса үткәрелә, эҙәрлекләү ярышына индивидуаль ярыш йәки масс-старт һөҙөмтәләре буйынса һайлап алыу осраҡтары ла була). Спортсылар бөтәһе биш түңәрәк яһай. Бер әйләнештең оҙонлоғо ир-егеттәр һәм юниорҙар өсөн 2,5 км, ҡатын-ҡыҙҙар, юниор ҡыҙҙар һәм егеттәргә — 2 км, ҡыҙҙарға — 1,5 км.

Тарихы

Эҙәрлекләү уҙышы — биатлон буйынса ярыштарҙың сағыштырмаса йәш төрө. Тәүге тапҡыр рәсми халыҡ-ара старттарҙа ул 1996 йылдың 1 декабрендә 1996/1997 йылдар миҙгелендәге Донъя кубогының беренсе этабында үткәрелә. Шул уҡ миҙгелдә эҙәрлекләү уҙышы биатлон буйынса донъя чемпионаты программаһына индерелә. Рәсәй биатлонсыһы Виктор Майгуров һәм швед биатлонсыһы Магдалена Форсберг — был дисциплинала беренсе донъя чемпиондары.

Олимпиадала эҙәрлекләү ярышы 2002 йылда Солт-Лейк-Ситиҙа үткәрелә. Норвегия биатлонсыһы Уле-Эйнар Бьёрндален һәм Рәсәй биатлонсыһы Ольга Пылёва[2] — беренсе олимпия чемпиондары.

Үткәрелеү тәртибе

Эҙәрлекләү уҙышында ҡатнашыу хоҡуғын үткән уҙыштың иң яҡшы 60 спортсыһына бирелә (әгәр уларҙың береһе стартҡа сыҡмаһа, «буш» урындар бүтән спортсыларға бирелмәй). Биатлонсылар ярыштың финиш протоколында ниндәй тәртиптә урынлашһа, шул тәртиптә старт ала. Беренсе һәм икенсе әйләнештән һуң — ятып, өсөнсө һәм дүртенсеһен һуң баҫып аталар. Биатлонсылар атыу рубежына килеү тәртибенә ярашлы урынлашып ата. Һәр яҙа атыу өсөн 150 метрлыҡ штраф түңәрәген үтеү ҡаралған. Лидерҙан бер әйләнешкә ҡалышҡан спортсылар ярышыуын туҡтата.

Иҫкәрмәләр

  1. Энциклопедия: Биатлон:(недоступная ссылка) в первые годы после появления гонку преследования часто называли «гонкой по системе Гундерсена».
  2. Ольга Пылёва с сезона 2008/2009 и до завершения своей карьеры в сезоне 2009/2010 выступала под фамилией своего мужа — Валерия Медведцева.

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар