Спринт (биатлон)
Спри́нт (ингл. sprint — ҡыҫҡа дистанцияға йүгереү) — биатлон буйынса ярыш төрө: ир-егеттәр һәм юниорҙар өсөн — 10 км[1], ҡатын-ҡыҙҙар өсөн — 7,5 км[2], юниорҙар һәм малайҙар өсөн — 6 км, ҡыҙҙар өсөн — 6 км, ике тапҡыр аталар.
Спортсылар 3,3 километрлыҡ өс түңәрәк үтә: ир-егеттәр һәм юниорҙар, ҡатын-ҡыҙҙар, юниорҙар һәм егеттәр — 2,5 километр, ҡыҙҙар — 2 километр. Биатлонсылар 30 секунд арауығында старт ала. Беренсе түңәрәктән һуң ятып, икенсеһенән һуң баҫып аталар.
Биатлонсылар атыу урынын үҙҙәре һайлай. Һәр яҙа атыу өсөн 150 метрға тиң штраф түңәрәген үтеү ҡаралған. Ҡағиҙә булараҡ, хәҙерге заман биатлонында тап спринт йомғаҡтары буйынса эҙәрлекләү уҙышы үткәрелә, унда спринт ярышының иң яҡшы 60 биатлонсыһы ҡатнаша.
Ҡышҡы Олимпия уйындарында биатлон буйынса спринт уҙыштары тәүге тапҡыр ир-егеттәр араһында 1980 йылда һәм 1992 йылда ҡатын-ҡыҙҙар араһында үткәрелә. Ир-егеттәр араһында беренсе олимпия чемпионы — ГДР-ҙың биатлонсыһы Франк Ульрих, ә ҡатын-ҡыҙҙар араһында — Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе йыйылма командаһы өсөн сығыш яһаған Анфиса Резцова.
Биатлон буйынса донъя чемпионаты программаһына спринт 1974 йылда ир-егеттәр һәм 1984 йылда ҡатын-ҡыҙҙар араһында индерелә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 2001 йылға тиклем ир-егеттәр араһында спринтер уҙыштары 10 километрға шәхси уҙыштар тип атала.
- ↑ 1989 йылға тиклем спринт дистанцияһы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 5 км тәшкил итә һәм 5 км-ға шәхси уҙыш исемен йөрөтә, 1989 йылдан 2000 йылға тиклем — 7,5 км-ға шәхси уҙыш.