Биатлон буйынса донъя чемпионаты
Биатлон буйынса донъя чемпионаты — 1958 йылдан алып үткәрелгән биатлон буйынса халыҡ-ара ярыштар. Хәҙерге заман донъя чемпионаттары спринтта, эҙәрлекләү ярышында, шәхси ярышта, ҡатнаш эстафетала, эстафетала, масс-стартта, яңғыҙ ҡатнаш эстафетала сығыш яһауҙы үҙ эсенә ала. Донъя чемпионатында сығыш яһаусылар йыйған мәрәйҙәр Донъя кубогы һәм Милләттәр кубогы иҫәбенә индерелә.
1958 йылда Австрия Республикаһының Зальцбург федераль ерендәге Зальфельден[1] ҡаласығында беренсе донъя чемпионаты үтә. 20 километрлыҡ шәхси уҙыш рәсми рәүештә үткәрелә, ә ир-егеттәр араһындағы 4х7,5 км эстафета рәсми булмай. Эстафета ярыштары донъя чемпионаты программаһына 1966 йылда ғына рәсми рәүештә индерелә[2]. Артабан донъя чемпионаттарында түбәндәге ярыштар барлыҡҡа килә: 1974 йылда — ирҙәр араһында спринт ярыштары, 1984 йылда — ҡатын-ҡыҙҙар араһында шәхси ярыштар, спринт һәм эстафета, 1989 йылда — команда ярыштары[3], 1997 йылда — эҙәрлекләү ярыштары, 1999 йылда — масс-старттар, 2005 йылда — ҡатнаш эстафета, 2019 йылда — яңғыҙ ҡатнаш эстафета. 1989 йылға тиклем ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында донъя чемпионаттары айырым үтә. Ҡышҡы Олимпия уйындары үткән йылдарҙа донъя чемпионаты ойошторолмай.
Үткәрелеү урындары
Миҙалдар иҫәбе
| Миҙалдарҙың дөйөм һаны (илдәр буйынса) | |||||
|---|---|---|---|---|---|
| Үткәреү урыны | Ил | Алтын | Көмөш | Бронза | Бөтәһе |
| 1 | 71 | 66 | 60 | 197 | |
| 2 | 63 | 46 | 35 | 144 | |
| 3 | 44 | 29 | 21 | 94 | |
| 4 | 32 | 33 | 33 | 96 | |
| 5 | 27 | 41 | 27 | 95 | |
| 6 | 19 | 12 | 10 | 41 | |
| 7 | 13 | 12 | 22 | 47 | |
| 8 | 10 | 10 | 16 | 36 | |
| 9 | 8 | 6 | 13 | 27 | |
| 10 | 7 | 10 | 20 | 37 | |
| 11 | 6 | 9 | 13 | 28 | |
| 12 | 5 | 6 | 7 | 18 | |
| 13 | 2 | 5 | 10 | 17 | |
| 14 | 2 | 4 | 7 | 13 | |
| 15 | 2 | 2 | 1 | 5 | |
| 16 | 1 | 6 | 7 | 14 | |
| 17 | 1 | 3 | 1 | 5 | |
| 18 | 1 | 2 | 1 | 4 | |
| 19 | 1 | 2 | 1 | 4 | |
| 20 | 1 | 1 | 0 | 2 | |
| 21 | 0 | 4 | 4 | 8 | |
| 22 | 0 | 3 | 0 | 3 | |
| 23 | 0 | 1 | 3 | 4 | |
| 24 | 0 | 1 | 0 | 1 | |
| 25 | 0 | 0 | 2 | 2 | |
| 26 | 0 | 0 | 1 | 1 | |
| 27 | 0 | 0 | 1 | 1 | |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Полное название Зальфельден-ам-Штайнернен-Мер.
- ↑ До появления мужской эстафеты на Чемпионатах мира с 1958 по 1965 годы вёлся так называемый неофициальный командный зачёт. Он складывался из результатов лучших трёх (в 1958 году — четырёх) спортсменов одной национальной биатлонной федерации в индивидуальной гонке на 20 км.
- ↑ Командные гонки не проводятся с 1999 года.