Шамони-Мон-Блан

Шамони́-Мон-Блан[2][3][4], йәки ҡыҫҡаса Шамони́[4] (франц. Chamonix-Mont-Blanc [ ʃa.mɔ.ni mɔ̃ blɑ̃ ], франкопров. Chamônix) — Францияның көнсығышындағы ҡала һәм коммуна, Үрге Савойя департаментында урынлашҡан.

Халҡы — 9830 кеше (1999 йыл).

Альп тауҙарында, Арв йылғаһының тар үҙәнендә (Рона ҡушылдығы), Монблан тауы итәгендә урынлашҡан. Шамони янында Францияны Италия менән тоташтырыусы тоннель ҡаҙылған.

Шамони — популяр тау саңғыһы үҙәге.

undefined

Тарихы

Шамони үҙәне тәүге тапҡыр 1091 йылда телгә алына.

Төбәккә тәүге туристарҙың килеүе ХХ быуат башына ҡарай. 1921 йылда коммунаның исеме Шамониҙан Шамони-Мон-Бланға алмаштырыла.

1924 йылда бында ҡышҡы Олимпия уйындарын үткәрелә һәм ҡала киң танылыу ала.

XX быуат уртаһына урындағы халыҡ өсөн мөһим килем сығанағы булған ауыл хужалығы үҙенең популярлығын юғалта һәм иҡтисади әүҙемлек тулыһынса туризм өлкәһенә күсә. XX быуат аҙағына ҡала бер юлы 60 меңгә тиклем туристы ҡабул итә ала; Шамониға йылына 5 миллионға яҡын ҡунаҡ килә.

Тау спорты

16 километрға һуҙылған Шамони коммунаһы — Француз Альп тауҙарында ҡышҡы спорт төрҙәре өсөн элек-электән мөһим үҙәк булған.

Хәҙер Шамони тау саңғыһын һәм сноуборд яратыусылар өсөн популяр һәм сағыштырмаса арзан курорт булараҡ билдәле. 16 километрға һуҙылған Шамони үҙәнендә бер нисә шыуыу төбәге бар: Гран-Монте, Ле-Тур, Лез-Уш, Бревен, Флежер, Аҡ үҙән. Эгюий-дю-Миди түбәһенә илткән канат юлы 1955 йылда төҙөлә, был саҡта ул донъяла иң бейеге була.

Экология

Шамони ҡалаһы һәм яҡындағы Пасси коммунаһы урынлашҡан Арв йылғаһы үҙәне атмосфера бысраныуының күп параметрҙары буйынса Францияның иң насар төбәктәренең береһе булып тора[5]. Туризмдан тыш, төп сығанаҡтар булып Шамони-Мон-Блан тоннеле буйлап йөк ташыу, Пасси үҙәнендә урынлашҡан индустрия, шулай уҡ йылытыу өсөн утын яғылған мейесле шәхси йорттар һанала[6].

Фотографиялар

Иҫкәрмәләр

  1. база данных о французских коммунахНациональный географический институт Франции.
  2. Франция // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 1999 г. ; отв. ред.: Т. Г. Новикова, Т. М. Воробьёва. — 3-е изд., стер., отпеч. в 2002 г. с диапоз. 1999 г. — М. : Роскартография, 2002. — С. 68—69. — ISBN 5-85120-055-3.
  3. Франция. Монако: Справочная карта / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2000 г..; гл. ред. Н. Н. Полункина; ред. Н. Н. Рюмина, Н. Р. Вальшакова. — 1:1 500 000, 15 км в 1 см. — М.: ПКО «Картография», 2000.
  4. 1 2 Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 432.
  5. Le Lapiniste (фр.). www.lelapiniste.info. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ғинуар 2017. Архивировано из оригинала 31 ғинуар 2017 года.
  6. Sources de pollution  (фр.), Air Rhône-Alpes (20 juillet 2015). 29 ғинуар 2017 тикшерелгән.

Һылтанмалар