Эстафета (биатлон)
Эстафета — биатлонда команда ярышы. Ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм юниорҙар командаһы бер илдең дүрт спортсыһынан, ә юниор ҡыҙҙар һәм егеттәр командаһы өс спортсынан тора[1]. Һәр биатлонсы, ике тапҡыр атып, бер этап йүгерә, ул ир-егеттәр, юниорҙар һәм үҫмерҙәр өсөн 7,5 км һәм ҡатын-ҡыҙҙар[2], юниорҙар һәм ҡыҙҙар өсөн 6 км тәшкил итә[2]. Һәр илдең бер вәкиле бер үк ваҡытта старт ала һәм, этапты үткәс, эстафетаны үҙ командаһының киләһе биатлонсыһына тапшыра. Беренсе әйләнештә ятып, икенсеһендә баҫып аталар. Биатлонсылар атыу майҙанында үҙ старт номерына ярашлы урын ала. Һәр атыуҙа өсәр запас патрон була. Әгәр биатлонсы запас патрондар менән дә сәпкә тейҙерә алмай икән, һәр ябылмаған сәп өсөн 150 метр оҙонлоҡтағы штраф түңәрәген үтә.
Ҡышҡы Олимпия уйындарында биатлон эстафеталары беренсе тапҡыр ир-егеттәр өсөн 1968 йылда, ә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 1992 йылда үткәрелә. Эстафетала алтын миҙал яулаусылар — СССР биатлонсылары Александр Тихонов, Николай Пузанов, Виктор Маматов һәм Владимир Гундарцев, ә ҡатын-ҡыҙҙар араһында Франция йыйылма командаһы өсөн сығыш яһаусы Коренн Ниогре, Вероника Клаудель һәм Анна Брайанд олимпия чемпиондары була. Донъя чемпионатында эстафеталар ир-егеттәр өсөн 1966 йылда[3] һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында 1984 йылда үткәрелә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ До 1993 года эстафетная гонка у женщин состояла только из трёх этапов
- ↑ До 1989 года эстафетный этап у женщин равнялся 5 км, с 1989 до 2003 года — 7,5 км
- ↑ До появления мужской эстафеты на Чемпионатах мира с 1958 по 1965 годы вёлся так называемый неофициальный командный зачёт. Он складывался из результатов лучших трёх (в 1958 году — четырёх) спортсменов одной национальной биатлонной федерации в индивидуальной гонке на 20 км