Васильев Дмитрий Владимирович (биатлонсы)
Был биатлонсы тураһында мәҡәлә. Рәсәй футболсыһы тураһында Васильев Дмитрий Владимирович (футболсы) мәҡәләһен ҡарағыҙ
Дми́трий Влади́мирович Васи́льев (8 декабрь 1962 йыл, Ленинград) — совет биатлонсыһы, 4 х 7,5 км эстафетала ике тапҡыр олимпия чемпионы (1984, 1988), 1986 йылда ошо уҡ төр ярыштарҙа донъя чемпионы.
Биатлон (1984) һәм саңғы ярыштары буйынса СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры.
1984, 1986 йылдарҙа 10 километрға йүгереүҙә, 1987 йылда 25 километрға патруль уҙышында, 1988 йылда 10 км, 20 километрға йүгереүҙә һәм 4 х 7,5 км эстафетала СССР чемпионы, «Ижевск винтовкаһы» Бөтә Союз ярыштарында еңеүсе.
Санкт-Петербург биатлон федерацияһы президенты.
Санкт-Петербургтың Калинин районы 3-сө балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры.
Биографияһы
Күп кенә совет һәм Рәсәй биатлонсылары кеүек, спорт карьераһын саңғы ярыштарынан башлай, биатлонға осраҡлы рәүештә эләгә. Ленинградтың Невский районының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә күнекмәләр ала, һуңынан 62-се спорт интернатында уҡый (етәксеһе — В. В. Мезенцев). 10-сы класта уҡығанда Мурманскиҙа үткән ярыштарҙа уңышһыҙ сығыш яһай. Саңғысылар менән бергә унда биатлонсылар ярыша, уларҙың береһе Дмитрийҙы атып ҡарарға саҡыра. Ул ятып та, баҫып та сәптәрҙең бөтәһенә лә тиерлек тейҙерә. Ленинградҡа ҡайтҡас, тренерҙарҙан Сухумға биатлонсылар менән күнекмәләргә саҡырыу ала.
Яйлап ул милли команда кимәленә күтәрелә, төрлө ярыштарҙа уңышлы сығыш яһай башлай. «Динамо» спорт йәмғиәте өсөн сығыш яһай (тренеры — Кикот Николай Александрович).
1984 йылда Сараеволағы уйындарҙа команда шәхси ярыштарҙа уңышһыҙ сығыш яһай. Тик һуңғы стартта — эстафетала ғына алтын миҙал яулай алалар.
Калгариҙағы уйындарҙа Васильев эстафетала 1-се этапта йүгерә һәм тағы ла еңәләр.
Васильев-биатлонсы донъя биатлоны тарихына аҡ Олимпиадаларҙа классик (1984) һәм коньки ысулы менән шыуып (1988) еңеү яулаған берҙән-бер биатлонсы булараҡ инә. Ут һыҙығындағы тиҙлеге менән айырылып тора[1]. Әгәр башҡа спортсылар атыуға 40-45 секунд сарыф итһә, уға 30 етә.
«Почёт Билдәһе» ордены (1984) һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1988) менән бүләкләнгән.
1999—2002 йылдарҙа Рәсәй биатлонсылар союзының генераль менеджеры.
2009—2014 йылдарҙа Рәсәй биатлонсылар союзы идараһы ағзаһы.
2011 йылдан Санкт-Петербург биатлон федерацияһы президенты
2012 йылдан — Санкт-Петербург ҡалаһының Калинин районы 3-сө олимпия резервы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры.
Рәсәй спортсыларын ситләтеү
Халыҡ-ара биатлонсылар союзы (IBU) махсус хәрби операцияға бәйле 2022 йылдың мартында Рәсәй Федерацияһы спортсыларын сит илдәрҙә ярыштарҙан ситләтә. 2024 йылдың декабрендә Дмитрий Васильев халыҡ-ара ярыштарҙы Рәсәй спортсыларынан башҡа уҙғарыу биатлонға пародия булып тора тип белдерә[2].
Һылтанмалар
- Факты биографии(недоступная ссылка)
Иҫкәрмәләр
- ↑ ВАСИ́ЛЬЕВ ДМИТРИЙ ВЛАДИМИРОВИЧ
- ↑ Олимпийский чемпион назвал пародией на биатлон турниры без россиян (16.12.2024). 16 декабрь 2024 тикшерелгән.