Биографияһы

Алябьев Анатолий Николаевич Вологда өлкәһе Верховажье районы Данилково ауылында тыуған. Беренсе кластан ул башланғыс мәктәбе булған Макарцево ауылына йәйәү (ҡышын саңғыла) йөрөй.

Күп тә үтмәй, ата-әсәһе Сметанино ауылына (Вологда өлкәһенең Верховажье өлкә үҙәгенән алыҫ түгел) күсеп килә. Был ваҡытта йәш Алябьев район чемпионы булыуға ирешә, төбәк ярыштарында ҡатнаша. Саңғы спорты менән бер рәттән бокс менән дә мауыға.

Мәктәптән һуң Вологда педагогия училищеһының физкультура бүлегендә белем ала, уны тамамлағандан һуң Веловажье ауылында физкультура уҡытыусыһы, шулай уҡ ике спорт секцияһы (саңғы һәм бокс) алып бара. 1971 йылда армияға саҡырыла, Ленинградта хеҙмәт итә, армия спорт клубы өсөн сығыш яһай. Беренсе йылда уҡ саңғы ярыштары буйынса спорт мастеры нормативын үтәй.

Бер йылдан тренер Василий Афанасьевич Хоружийҙың саҡырыуы буйынса биатлон менән шөғөлләнә, тиҙҙән спорт мастеры була. СКА (Ленинград) өсөн сығыш яһай. 1979 йылда Алябьев 20 км дистанцияла СССР чемпионы исемен яулай һәм шул уҡ дистанцияла Лейк-Плэсидта Олимпиада алды аҙнаһында донъяның бөтә көслө биатлонсыларын еңә. 1980 йылда СССР кубогын яулап, Олимпиадала ҡатнашыу хоҡуғы ала.

1980 йылда Лейк-Плэсидта үткән ҡышҡы Олимпия уйындарында башта 20 км-ға шәхси уҙышта алтын миҙал яулай. Еңеүгә штрафһыҙ атыу иҫәбенә генә ирешә. Алябьевтың хәтирәләре буйынса, һуңғы атыу һыҙығында һуңғы атыу уға бик ауыр була — ул 43 секунд сарыф итә, әммә сәпкә тейҙерә[3].

Олимпиаданан һуң уның күрһәткестәре ауырыу сәбәпле түбәнәйә: 1981 һәм 1982 йылдарҙа эстафета буйынса донъя чемпионатында ике тапҡыр бронза яулай. 1984 йылғы Олимпиадаға ныҡлы әҙерләнә, әммә уйындар башланыуға ике аҙна ҡалғас, һалҡын тейҙереп, пневмония менән ауырып китә.

Алябьев 1981 йылда Ленинградта Хәрби физик культура институтын тамамлай.

Тренер булараҡ биатлон буйынса Рәсәй йыйылма командаһын Олимпия уйындарына һәм донъя чемпионатына (1990—1998) әҙерләүҙә ҡатнаша. Ул 43 спорт мастеры, 3 халыҡ-ара класлы спорт мастеры һәм 1 атҡаҙанған спорт мастеры әҙерләй.

Педагогия фәндәре кандидаты (1997), профессор (1998). Хәрби физик культура институтының саңғы әҙерлеге кафедраһын етәкләй[4]. 30-ҙан ашыу фәнни эше бар. Запастағы полковник.

Рәсәй биатлонсылар союзы Советы ағзаһы.

2022 йылдың 11 ғинуарына ҡарай 71 йәшендә COVID-19-ҙан вафат була[5]. Ленинград өлкәһенең Токсово ауылындағы зыяратта ерләнә[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Дуҫлыҡ ордены (2021)[7]; • Олимпия чемпионы (1980);
• СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1980);
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (9 апрель 1980 йыл)[8];
Норвегияның «Донъя спортын үҫтергән өсөн» миҙалы (1981);
• «Физик культура һәм спорт отличнигы» почёт билдәһе (1988)[9];
Педагогия фәндәре кандидаты (1997);
• миҙалдар.

Иҫкәрмәләр

  1. Анатолий Алябьев: «На открытии Олимпиады в Лейк-Плэсиде кричали: «Русские свиньи, ваше место на помойке». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 ноябрь 2013. Архивировано 11 ноябрь 2013 года.
  2. Скончался двукратный олимпийский чемпион по биатлону Алябьев // Sport.ru
  3. Струнин С. Анатолий Алябьев: Кровяной допинг мне был ни к чему // Спорт-экспресс. — 1993. — № 303—304 (15 декабря). — с. 7.
  4. Мужчинкин С. Вот такой он — Алябьев (русский) // Калашников : журнал. — 2001. — № 02. — С. 14—15.
  5. «Причина смерти — это все-таки ковид» — Васильев о кончине Алябьева. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2022. Архивировано 11 ғинуар 2022 года.
  6. Похороны двукратного олимпийского чемпиона по биатлону Алябьева пройдут 13 января. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2022. Архивировано 11 ғинуар 2022 года.
  7. В Военном институте физической культуры состоялись чествования олимпийского чемпиона полковника Алябьева Анатолия Николаевича (ингл.). vifk.mil.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025.
  8. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 9 апреля 1980 года № 1859—Х «О награждении орденами и медалями СССР спортсменов, тренеров, работников физической культуры и спорта по итогам XIII зимних Олимпийских игр» // «Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик». — № 16 (2038) от 16 апреля 1980 года. — Ст.292.
  9. Алябьев Анатолий Николаевич. infosport.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025.

Тема буйынса өҫтәмә