Куклева Галина Алексеевна
Куклева Галина Алексеевна (1972 йылдың 21 ноябре, Ишембай, Башҡорт АССР-ы — 2026 йылдың 14 июле, Төмән) — Рәсәй биатлонсыһы, олимпия чемпионы һәм өс тапҡыр донъя чемпионы. СССР-ҙың спорт мастеры (1990), Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1994), биатлон буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (1998)[1].
Биографияһы
1972 йылдың 21 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Ишембай ҡалаһында тыуа. Ҡаланың 2-се урта мәктәбен тамамлай[2].
Биатлон буйынса махсус Олимпия резервы балалар-үҫмерҙәр мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе (Өфө, тренеры — В. В. Новожилов)[3].
1993—2003 йылдарҙа биатлон буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы.
1998 йылда Төмән дәүләт университетын тамамлай. Шул уҡ уҡыу йортоноң Физик культура институтында уҡыта[4].
Төмән өлкәһенең Олимпия комитеты составына инә[4].
2002/2003 йылдар миҙгеле аҙағында профессиональ спорттан китеүе тураһында иғлан итә.
2026 йылдың 14 июлендә Төмән ҡалаһында 53 йәшендә вафат була[5][6].
Спорт карьераһы
Ҡышҡы Олимпия уйындары
- 1998 йылғы Наганолағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында Галина Куклева спринт ярышында (7,5 км) олимпия чемпионы була, шулай уҡ эстафета составында көмөш миҙал яулай. 2002 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарында эстафетала бронза призёр була. Башҡа дисциплиналарҙа Наганола (1998) 15 километрға шәхси беренселектә 31-се була, спринтта — 6-сы, Солт-Лейк-Ситиҙа (2002) эҙәрлеклә ярышында — 5-се[7].
Донъя чемпионаттары
- Өс тапҡыр донъя чемпионы (2000, 2001 һәм 2003 йылдарҙа, барыһыла эстафетала).
- Донъя чемпионатының ике тапҡыр көмөш миҙалсыһы (2000, масс-старт; 1999 (Осло), эстафета).
- Донъя чемпионатының бронза миҙалсыһы (1997, эстафета).
Донъя кубогы
Европа чемпионаты
- Европа чемпионы (1996, эстафета).
- Европа чемпионатының көмөш миҙалсыһы (1996, спринт)[8].
Донъя һәм Европа чемпионаттары (юниорҙар)
- Донъя чемпионы (1990).
- Донъя чемпионатының бронза миҙалсыһы (1992).
- Европа чемпионатының көмөш миҙалсыһы (1991).
Рәсәй чемпионаттары
- Рәсәй чемпионатының көмөш миҙалсыһы (1996).
- Йәйге биатлон буйынса Рәсәй чемпионы (1997).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Почёт ордены (1998);
- II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы (5 май 2003);
- Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры;
- Ишембай ҡалаһының почётлы гражданы;
- II дәрәжә «Хәрби батырлығы өсөн» миҙалы;
- III дәрәжә «Хәрби хеҙмәттәге отличие өсөн» миҙалы (рус.)баш.
- «Милләт ғорурлығы» ордены йондоҙо(2009).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Умерла олимпийская чемпионка по биатлону Галина Куклева. 14 июль 2026 тикшерелгән.
- ↑ Ишимбайская средняя школа № 2// Ишимбайская энциклопедия. Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015, С.252.
- ↑ Куклева Галина Алексеевна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 1 2 Выдающиеся спортсмены. Тюменский государственный университет. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.
- ↑ Умерла олимпийская чемпионка по биатлону Галина Куклева. Ей было 53 года. 72.ru (14 июль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.
- ↑ Галина Куклева ушла из жизни в возрасте 53 лет. Московский комсомолец (14 июль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.
- ↑ Galina Kukleva. Olympedia. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.
- ↑ 1 2 3 Галина Куклева. Союз биатлонистов России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.
Һылтанмалар
- Куклева Галина Алексеевна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Профиль IBU (инг.)
- Профиль на официальном сайте празднования 450-летия добровольного вхождения Башкирии в состав России 2007 йылдың 23 декабрь көнөндә архивланған.