Ан Виктор

Ви́ктор Ан (2011 йылдың декабренә тиклем — Ан Хён Су (рус. Ан Виктор; кор. 안현수); 1985 йылдың 23 ноябре, Сеул) — Корея Республикаһы һәм Рәсәй шорт-трексыһы һәм тренер.

Алты тапҡыр олимпия чемпионы, алты тапҡыр абсолют донъя чемпионы (2003—2007, 2014), 20 тапҡыр донъя чемпионы. Һигеҙ тапҡыр Донъя кубогын яулаусы. 1000, 1500 һәм 3000 метр дистанцияларҙа элекке донъя рекордсыһы. Күп тапҡыр Европа, Рәсәй һәм Корея Республикаһы чемпионы. Шорт-трек буйынса алтын миҙалдар һаны буйынса 6 олимпия рекорды ҡуйыусы, шулай уҡ Рәсәй йыйылма командаһы составында ҡышҡы Олимпия уйындарында өс алтын миҙал яулаған беренсе ир-ат спортсы.

Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2013). Корея спорт университетының физик тәрбиә факультетын тамамлай.

Карьераһы

Ан Хён-су 4 баланан торған ғаиләлә өлкән улы була. Спорт менән 1993 йылда Мёндзи башланғыс мәктәбенең беренсе класында уҡығанда ҡыҙыҡһына, ә 2-се класта конькиҙа шыуыу менән шөғөлләнә башлай. Беренсе тапҡыр ул шорт-трек буйынса ярыштарҙы телевизорҙан 1994 йылда Лиллехаммерҙа үткән ҡышҡы Олимпия уйындарын ҡарағанда күрә.

11 йәшендә милли ярыштарҙа еңә, ә Мёндзи урта мәктәбендә уҡыған сағында Милли ҡышҡы уйындарҙа рәттән өс алтын миҙал яулай.

2002 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында 1000 метрға йүгереүҙә ҡатнаша һәм финалға сыға, унда һуңғы әйләнештә ҡолай, финиш һыҙығын 4-се урында үтә һәм миҙалһыҙ ҡала. Тәүге миҙалдарын Ан 16 йәшендә 2002 йылдың апрелендә Монреалдәге донъя чемпионатында яулай, 1000 метрға һәм күпбәйгелә көмөш, шулай уҡ эстафетала алтын миҙал яулай.

2006 йылғы Дөнья чемпионатыннан һуң Андың атаһы һәм Кореяның шорт-трек федерацияһы вице-президенты араһында аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуа. Көньяк Корея йыйыллма командаһы бер-береһенә ҡаршы торған ике өлөшкә бүленә. Анға Корея спорт федерацияһы ҙур баҫым яһай башлай, хаттә Ан спорттан китергә йыйына. Конькиҙа йүгереүселәр союзы ниҙағты туҡтатыу маҡсатында киләһе миҙгелдән башлап команданы бер баш тренер әҙерләйәсәк, тип белдерә[3].

Корея конькиҙа йүгереү спорты федерацияһы менән низағ туҡтамай, атаһы уға Рәсәйгә барырға тәҡдим итә.

Рәсәйгә күсеүе

2011 йылдың 15 авгусында Рәсәй конькиҙа йүгереү спорты союзы Рәсәй Федерацияһы Спорт министрлығы менән берлектә Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ буйынса комиссияға Ан Хён Суға Рәсәй гражданлығын биреү тураһында мөрәжәғәт итеүҙәрен белдерә. Хәбәр ителеүенсә, Ан Рәсәй йыйылма командаһы менән 2011 йылдың июненән шөғөлләнә, рус телен өйрәнә башлай һәм Рәсәйгә даими йәшәргә күсергә йыйына[4][5][6]. Ул АҠШ-ҡа күсеп китеү мөмкинлеген ҡарай, әммә Рәсәйҙе һайлай, сөнки Рәсәй гражданлығын алыу күпкә еңелерәк, шулай уҡ Рәсәй яҡшыраҡ шарттар тәҡдим итә[7]. 2011 йылдың 26 декабрендә Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Ан Хён Суға Рәсәй гражданлығы биреү тураһында указға ҡул ҡуя][8].

Ан Хён Су СССР-ҙа йәшәгән иң мәшһүр кореялыларҙың береһе булған Виктор Цойҙың исемен — Викторҙы ала һәм Виктор Ан тип атала башлай[9].

Ярыштарҙа Ан Мәскәү өсөн сығыш яһай. 2012 йылдың мартында шорт-трек буйынса Рәсәй чемпионатында 1000 һәм 3000 м дистанцияларҙа еңеү яулай, шулай уҡ 1500 м дистанцияла икенсе була[10].

2012 йылдың 21 октябрендә Донъя кубогының беренсе этабында 1000 метрлыҡ дистанцияла еңә, был йәрәхәт алғандан һәм гражданлығын алмаштырғандан һуң беренсе еңеү була[11]. Һуңынан Нагояла (1000 м)[12] һәм Шанхайҙа (1500 м)[13] донъя кубогы этаптарында еңеү яулай.

Олимпиада-2014

2014 йылда Сочиҙағы Олимпия уйындарында Рәсәй йыйылма командаһы составында Виктор 1500 метрҙа бронза миҙал һәм 1000 метрҙа алтын миҙал яулай[14]. Артабан ике алтын миҙал яулай: 500 метр дистанцияла һәм 5000 метрҙа Рәсәй эстафета командаһы составында.

2014 йылғы Олимпиаданан һуң

2017 йылда Виктор Ан шорт-трек буйынса Европа чемпионатында 500 метрға йүгереүҙә өсөнсө урынды ала[15]. 2018 йылда Европа чемпионатында 500 метрға йүгереүҙә икенсе була.

Шорт-трек тарихында иң яҡшы спортсы тип таныла, әммә спорт карьераһы тамамланыу алдынан, Пхёнчханда үтәсәк ҡышҡы Олимпия уйындары алдынан, Рәсәй допинг-ғауғаға эләгә һәм 2018 йылғы Олимпия уйындарында ҡатнашыуҙан мәхрүм ителә. 2018 йылдың 5 сентябрендә спорт карьераһын тамамлай һәм ҡыҙын уҡытыу өсөн Корея Республикаһына китә[16].

2019 йылдың февралендә Виктор Ан Рәсәй йыйылма командаһы составында 2022 йылғы Олимпия уйындарында сығыш яһарға теләй[17] һәм 2019 йылдың авгусында Рәсәйгә ҡайта[18][19]. 2019/2020 йылдар миҙгелендә Донъя кубогы этаптарында ҡатнаш команда составында ике эстафетала еңә. Әммә 2020 йылда коронавирус эпидемияһы арҡаһында спорт ярыштары үткәрелмәй башлағас, Виктор Ан карьераһын тамамларға ҡарар итә[20].

Тренер карьераһы

2020 йылда шорт-трек буйынса Ҡытай йыйылма командаһы тренеры итеп тәғәйенләнә[21]. Командала техник тренер вазифаһын башҡара.[22]. 2022 йылғы Пекин Олимпиадаһында Ань Ҡытай йыйылма командаһын дүрт миҙал яулай, шул иҫәптән ике алтын миҙал яулай[23].

2022 йылдың февралендә, килешелгән ваҡыт тамамланғас, ғаилә шарттары арҡаһында Көньяҡ Кореяға ҡайта[23][24]. 2023 йылдың ғинуарында Ан Соннам ҡалаһы командаһы тренеры булырға ғариза бирә, әммә үткәне менән бәйле йәмәғәтселектең кире фекере арҡаһында кире ҡағыла[25]. Һуңынан ул шәхси тренер һәм консультант булып эшләүен дауам итә[26].

2026 йылдың башына ҡарата ул Көньяҡ Корея йыйылма командаһында бер ниндәй ҙә рәсми вазифа биләмәй[27].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2014 йылдың 24 феврале) — физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне, 2014 йылда Сочиҙа xxII Ҡышҡы Олимпия уйындарында юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн[28]
  • «Хәрби хеҙмәттәшлекте нығытҡан өсөн» миҙалы (Оборона министрлығы, 2014) — физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне, 2014 йылда XXII Ҡышҡы Олимпия уйындарында юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн[29]

Иҫкәрмәләр

  1. Viktor Ahn // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  2. Victor An // Brockhaus Enzyklopädie (нем.) / Hrsg.: Bibliographisches Institut & F. A. Brockhaus, Wissen Media Verlag
  3. Gwang-lip, Moon. Korean Skaters Come Apart, The Korea Times (6 апрель 2006). 12 март 2007 тикшерелгән.
  4. Трехкратный олимпийский чемпион будет выступать за сборную России. «Спорт-Экспресс» (16 август 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 август 2011. Архивировано 21 декабрь 2011 года.
  5. Олимпийский чемпион по шорт-треку из Кореи будет выступать за Россию. РИА Новости (16 август 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 август 2011. Архивировано 25 август 2012 года.
  6. Выдающийся корейский спортсмен Ан Хен Су принял решение выступать за сборную России по шорт-треку Архивная копия от 26 сентябрь 2011 на Wayback Machine, Союз конькобежцев России
  7. Sam Borden. Rejecting the U.S. to Skate for Russia, New York Times (9 февраль 2014). 29 сентябрь 2017 тикшерелгән.
  8. Трехкратный олимпийский чемпион Ан Хен Су получил российский паспорт. РИА Новости (28 декабрь 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 декабрь 2011. Архивировано 14 февраль 2022 года.
  9. Мастер шорт-трека Ан Хен Су хочет догнать по популярности Виктора Цоя. РИА Новости (28 декабрь 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 декабрь 2011. Архивировано 14 февраль 2022 года.
  10. Шорт-трек. Чемпионат России-2012. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 март 2012. Архивировано 5 май 2012 года.
  11. Shorttracklegende An terug aan wereldtop 2014 йылдың 22 февраль көнөндә архивланған.
  12. Short Track season 2012/2013 — Nagoya — Men — 1000m. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 февраль 2022. Архивировано 2 ноябрь 2017 года.
  13. Short Track season 2012/2013 — Shanghai — Men — 1500m. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 февраль 2022. Архивировано 4 март 2016 года.
  14. Виктор Ан выиграл золотую медаль в забеге на 1000 м в шорт-треке. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 май 2020. Архивировано 8 август 2020 года.
  15. Виктор Ан стал третьим на чемпионате Европы по шорт-треку на дистанции 500 метров. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2017. Архивировано 1 декабрь 2017 года.
  16. Виктор Ан объявил о завершении карьеры Архивная копия от 5 сентябрь 2018 на Wayback Machine «Интерфакс. Спорт», 5.09.2018
  17. 입력: 2019 02 11 06:00:04 수정: 2019.02.11 10:23:35. [박주연의 색다른 인터뷰]안현수 평창 좌절 후 첫 인터뷰 “중국행은 ‘뜬소문’…선수로 계속 뛸 것”. news.khan.co.kr (11 февраль 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 февраль 2019. Архивировано 21 сентябрь 2019 года.
  18. Виктор Ан: «В августе я вернусь в Россию, чтобы пробиться в сборную. Я не могу выступать за Корею» Архивная копия от 17 февраль 2019 на Wayback Machine Комсомольская правда (13 февраля 2019)
  19. Виктор Ан: «Вернувшись в Россию, понял, что все в моей жизни складывается отлично» Архивная копия от 12 февраль 2020 на Wayback Machine Sports.ru (12 сентября 2019)
  20. Олимпийский чемпион Виктор Ан завершает карьеру раз и навсегда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2021. Архивировано 25 декабрь 2021 года.
  21. Виктор Ан назначен тренером сборной Китая. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2021. Архивировано 25 декабрь 2021 года.
  22. Winter Olympics short track speedskating coaches Kim Sun-tae, Viktor Ahn under pressure from Korean fans. South China Morning Post. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ғинуар 2026.
  23. 1 2 China short track team wins 2 gold medals at Beijing 2022, thanks to Viktor Ahn's contribution. Global Times. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ғинуар 2026.
  24. Где сейчас Виктор Ан и как у него дела. Gol.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ғинуар 2026.
  25. Viktor Ahn fails in bid to secure coaching job in South Korea. Inside the Games. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ғинуар 2026.
  26. 안현수. Namu Wiki. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ғинуар 2026.
  27. Previously suspended coach appointed to helm Korea's short-track team ahead of Olympics. Korea JoongAng Daily (3 сентябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ғинуар 2026.
  28. Указ Президента Российской Федерации от 24 февраля 2014 года № 100 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  29. В Культурном центре Вооруженных Сил Министр обороны России встретился с армейскими спортсменами — чемпионами и призёрами завершившихся в Сочи XXII Олимпийских зимних игр. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 май 2020. Архивировано 24 май 2021 года.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә