Олимпия уйындарында волейбол
Йәйге Олимпия уйындарында волейбол буйынса ярыштар тәүге тапҡыр 1964 йылда Токиола йәйге Олимпия уйындарында үткәрелә һәм шунан алып артабанғы уйындар программаһына һәр саҡ индерелә.
Ярыштар тарихы һәм системаһы
Волейбол 1957 йылда Софияла үткән Халыҡ-ара олимпия комитетының 53-сө сессияһы ҡарары буйынса олимпия спорт төрө тип таныла. Волейбол буйынса беренсе Олимпия турнирында 6 ҡатын-ҡыҙ һәм 10 ир-ат командаһы ҡатнаша, һуңыраҡ уларҙың һанының артыуы олимпия турнирҙары форматының үҙгәреүенә килтерә: 1964 һәм 1968 йылдарҙағы уйындарҙа ярыштар түңәрәк системаһы буйынса уҙғарыла, 1972 йылдан алып плей-офф йәки олимпия системаһы индерелә.
1996 йылға Олимпия турнирҙарында ҡатнашыусылар һаны 12-гә етә һәм Уйындарға яңы квалификация системаһы индерелә. Һайлап алыу бынан алдағы Донъя кубогы уйындары, континенталь һәм донъя һайлап алыу турнирҙары йомғаҡтары буйынса уҙғарыла.
Олимпия турнирҙары ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар командалары өсөн бер үк схема буйынса үткәрелә, ул уйындарҙы көн аша үткәреүҙе күҙ уңында тота һәм ике этапты үҙ эсенә ала: тәүҙә ҡатнашыусылар түңәрәк системаһы буйынса ике төркөмдә осраша, һуңынан төркөмдәрҙә 1-4-се урын алған командалар, сирек финалдан башлап, төшөп ҡалыу системаһы буйынса уйнай.
Пляж волейболы 1992 йылда Барселонала үткән Олимпия уйындарында күрһәтмә спорт төрө сифатында үтә. 1993 йылдың 24 сентябрендә Монте-Карлола Халыҡ-ара олимпия комитетының 101-се сессияһында олимпия спорт төрө тип таныла һәм 1996 йылда Атланталағы Олимпия уйындары программаһына тәүге тапҡыр индерелә. Был дисциплина буйынса ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар турнирҙары бер үк ваҡытта үткәрелә башлай.
Ярыш призёрҙары
Волейбол
Ирҙәр
| Йыл | Үткәрелеү урыны |
Финал | 3-сө урын өсөн матч | ||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 1-се урын | Иҫәп | 2-се урын | 3-сө урын | Иҫәп | 4-се урын | ||
| 1964 | СССР |
[1] | Чехословакия |
Япония |
[1] | Румыния | |
| 1968 | СССР |
[1] | Япония |
Чехословакия |
[1] | ГДР | |
| 1972 | Япония |
3 : 1 11:15, 15:2, 15:10, 15:10 |
ГДР |
СССР |
3 : 0 15:11, 15:8, 15:13 |
Болгария | |
| 1976 | Польша |
3 : 2 11:15, 15:13, 12:15, 19:17, 15:7 |
СССР |
Куба |
3 : 0 15:8, 15:9, 15:8 |
Япония | |
| 1980 | СССР |
3 : 1 15:7, 15:13, 14:16, 15:11 |
Болгария |
Румыния |
3 : 1 15:10, 9:15, 15:13, 15:9 |
Польша | |
| 1984 | АҠШ |
3 : 0 15:6, 15:6, 15:7 |
Бразилия |
Италия |
3 : 0 15:11, 15:12, 15:8 |
Канада | |
| 1988 | АҠШ |
3 : 1 13:15, 15:10, 15:4, 15:8 |
СССР |
Аргентина |
3 : 2 15:10, 15:17, 15:8, 12:15, 15:9 |
Бразилия | |
| 1992 | Бразилия |
3 : 0 15:12, 15:8, 15:5 |
Нидерланд |
АҠШ |
3 : 1 12:15, 15:13, 15:7, 15:11 |
Куба | |
| 1996 | Нидерланд |
3 : 2 15:12, 9:15, 16:14, 9:15, 17:15 |
Италия |
Югославия |
3 : 1 15:8, 7:15, 15:8, 15:9 |
Рәсәй | |
| 2000 | Югославия |
3 : 0 25:22, 25:22, 25:20 |
Рәсәй |
Италия |
3 : 0 25:16, 25:15, 25:18 |
Аргентина | |
| 2004 | Бразилия |
3 : 1 25:15, 24:26, 25:20, 25:22 |
Италия |
Рәсәй |
3 : 0 25:22, 27:25, 25:16 |
АҠШ | |
| 2008 | АҠШ |
3 : 1 20:25, 25:22, 25:21, 25:23 |
Бразилия |
Рәсәй |
3 : 0 25:22, 25:19, 25:23 |
Италия | |
| 2012 | Рәсәй |
3 : 2 19:25, 20:25, 29:27, 25:22, 15:9 |
Бразилия |
Италия |
3 : 1 25:19, 23:25, 25:22, 25:21 |
Болгария | |
| 2016 | Бразилия |
3 : 0 25:22, 28:26, 26:24 |
Италия |
АҠШ |
3 : 2 23:25, 21:25, 25:19, 25:19, 15:13 |
Рәсәй | |
| 2020 | Франция |
3 : 2 25:23, 25:17, 21:25, 21:25, 15:12 |
Рәсәй Олимпия комитеты |
Аргентина |
3 : 2 25:23, 20:25, 20:25, 25:17, 15:13 |
Бразилия | |
Ҡатын-ҡыҙҙар
| Йыл | Үткәрелеү урыны |
Финал | 3-сө урын өсөн матч | ||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 1-се урын | Иҫәп | 2-се урын | 3-сө урын | Иҫәп | 4-се урын | ||
| 1964 | Япония |
[1] | СССР |
Польша |
[1] | Румыния | |
| 1968 | СССР |
[1] | Япония |
Польша |
[1] | Перу | |
| 1972 | СССР |
3 : 2 15:11, 4:15, 15:11, 9:15, 15:11 |
Япония |
КНДР |
3 : 0 15:7, 15:9, 15:9 |
Көньяҡ Корея | |
| 1976 | Япония |
3 : 0 15:7, 15:8, 15:2 |
СССР |
Көньяҡ Корея |
3 : 1 12:15, 15:12, 15:10, 15:6 |
Венгрия | |
| 1980 | СССР |
3 : 1 15:12, 11:15, 15:13, 15:7 |
ГДР |
Болгария |
3 : 2 15:5, 13:15, 6:15, 15:4, 15:8 |
Венгрия | |
| 1984 | Ҡытай |
3 : 0 16:14, 15:3, 15:9 |
АҠШ |
Япония |
3 : 1 13:15, 15:4, 15:7, 15:10 |
Перу | |
| 1988 | СССР |
3 : 2 10:15, 12:15, 15:13, 15:7, 17:15 |
Перу |
Ҡытай |
3 : 0 15:13, 15:6, 15:6 |
Япония | |
| 1992 | Куба |
3 : 1 16:14, 12:15, 15:12, 15:13 |
Берләшкән команда |
АҠШ |
3 : 0 15:8, 15:6, 15:13 |
Бразилия | |
| 1996 | Куба |
3 : 1 14:16, 15:12, 17:15, 15:6 |
Ҡытай |
Бразилия |
3 : 2 15:13, 4:15, 16:14, 8:15, 15:13 |
Рәсәй | |
| 2000 | Куба |
3 : 2 25:27, 32:34, 25:19, 25:18, 15:7 |
Рәсәй |
Бразилия |
3 : 0 25:18, 25:22, 25:21 |
АҠШ | |
| 2004 | Ҡытай |
3 : 2 28:30, 25:27, 25:20, 25:23, 15:12 |
Рәсәй |
Куба |
3 : 1 25:22, 25:22, 14:25, 25:17 |
Бразилия | |
| 2008 | Бразилия |
3 : 1 25:15, 18:25, 25:13, 25:21 |
АҠШ |
Ҡытай |
3 : 1 25:16, 21:25, 25:13, 25:20 |
Куба | |
| 2012 | Бразилия |
3 : 1 11:25, 25:17, 25:20, 25:17 |
АҠШ |
Япония |
3 : 0 25:22, 26:24, 25:21 |
Көньяҡ Корея | |
| 2016 | Ҡытай |
3 : 1 19:25, 25:17, 25:22, 25:23 |
Сербия |
АҠШ |
3 : 1 25:23, 25:27, 25:22, 25:19 |
Нидерланд | |
| 2020 | АҠШ |
3 : 0 25:21, 25:20, 25:14 |
Бразилия |
Сербия |
3 : 0 25:18, 25:15, 25:15 |
Көньяҡ Корея | |
Пляж волейболы
Ирҙәр
Ҡатын-ҡыҙҙар
Әҙәбиәт
Булдакова Л. С., Никитин Л. П. Шесть в защите — шесть в нападении. Волейбол на Олимпиадах. — М.: Советская Россия, 1979. — 112 с.
Ulrike Blaich, Karl Lenhartz. Volleyball in der Olympischen Bewegung. — Köln: Deutsche Sporthochschule Köln, 1988. — 204 с.
һылтанмалар
- Волейбол и пляжный волейбол на Олимпийских играх (инг.)