СССР 1964 йылғы йәйге Олимпия уйындарында
1964 йылғы йәйге Олимпия уйындарында сығыш яһаған СССР командаһы 319 спортсынан (256 ир-егет һәм 63 ҡатын-ҡыҙ) тора. Алтын миҙалдар һаны буйынса СССР АҠШ йыйылма командаһынан ҡалышһа ла, дөйөм миҙалдар һаны буйынса совет йыйылма командаһы уны уҙып китә.
Был уйындарҙа совет спортсылары тәүге тапҡыр дзюдола (4 бронза) ала һәм волейбол буйынса СССР-ҙың ирҙәр йыйылма командаһы тарихта беренсе олимпия чемпионы була, ә ҡатын-ҡыҙҙар көмөш миҙал яулай. Баскетболсылар дүртенсе тапҡыр рәттән көмөш миҙал, ватерполсылар өсөнсөгә миҙал ала, был юлы, 8 йыл элек Мельбурндағы кеүек, бронза. Еңел атлеттар, көрәшселәр, бокссылар, фехтовальщиктар, байдарка һәм каноэла ишеүселәр яҡшы сығыш яһай. Тарихта беренсе тапҡыр йөҙөүҙә алтын яулана. Гимнастар 4 алтын килтерә, өҫтәүенә Виктор Лисицкий 4 көмөш миҙал яуланы. Лариса Латынина 9 тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы була. Ике алтынды күренекле еңел атлетсы Тамара Пресс яулай.
Спорттың 18 төрөндә миҙалдар яулана, шуларҙың 11-ендә — алтын (еңел һәм ауыр атлетика, волейбол, спорт гимнастикаһы, байдарка һәм каноэла ишеү, академик ишеү, бишбәйге, фехтование, бокс, йөҙөү һәм көрәш).
Спорт төрҙәре буйынса миҙалдар
| Спорт төрө | Алтын | Көмөш | Бронза | Барлығы | |
|---|---|---|---|---|---|
| Еңел атлетика | 5 | 2 | 11 | 18 | |
| Спорт гимнастикаһы | 4 | 10 | 5 | 19 | |
| Ауыр атлетика | 4 | 3 | 0 | 7 | |
| Көрәш | 3 | 4 | 3 | 10 | |
| Бокс | 3 | 4 | 2 | 9 | |
| Фехтование | 3 | 1 | 2 | 6 | |
| Байдарка һәм каноэла ишеү | 3 | 0 | 1 | 4 | |
| Академик ишеү | 2 | 0 | 0 | 2 | |
| Йөҙөү | 1 | 1 | 2 | 4 | |
| Хәҙерге бишбәйге | 1 | 1 | 1 | 3 | |
| Волейбол | 1 | 1 | 0 | 2 | |
| Атыу | 0 | 2 | 0 | 2 | |
| Баскетбол | 0 | 1 | 0 | 1 | |
| Велоспорт | 0 | 1 | 0 | 1 | |
| Дзюдо | 0 | 0 | 4 | 4 | |
| Ат спорты | 0 | 0 | 2 | 2 | |
| Һыуға һикереү | 0 | 0 | 1 | 1 | |
| Һыу полоһы | 0 | 0 | 1 | 1 |
Ярыштар һөҙөмтәләре
Волейбол
Ирҙәр
- Команда составы
| Волейбол буйынса СССР-ҙың ирҙәр йыйылма командаһы | |||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|
| № | Спортсы | Тыуған көнө | Буйы | Ауырлығы | Клуб | Уйындар | Мәрәйҙәр |
| 1 | Юрий Чесноков | 22.01.1933 | 189 | 88 | 8 | 33 | |
| 2 | Юрий Венгеровский | 26.10.1938 | 181 | 79 | 9 | 3 | |
| 3 | Эдуард Сибиряков | 27.11.1941 | 197 | 100 | 2 | 6 | |
| 4 | Дмитрий Воскобойников | 06.03.1941 | 186 | 90 | 7 | 32 | |
| 5 | Важа Качарава | 02.01.1937 | 186 | 85 | 7 | 27 | |
| 6 | Станислав Люгайло | 01.01.1938 | ? | ? | 0 | 0 | |
| 7 | Виталий Коваленко | 17.03.1934 | 185 | 83 | 5 | 12 | |
| 8 | Юрий Поярков | 10.02.1937 | 186 | 82 | 8 | 13 | |
| 9 | Иван Бугаенков | 18.02.1938 | 182 | 82 | 9 | 46 | |
| 10 | Николай Буробин | 25.05.1937 | 181 | 82 | 8 | 19 | |
| 11 | Валерий Калачихин | 20.05.1939 | 176 | 80 | 9 | 0 | |
| 12 | Георгий Мондзолевский | 26.01.1934 | 172 | 74 | 9 | 0 | |
- Һөҙөмтәләр
- Йомғаҡлау таблицаһы
| Урын | Матчтар | Сеттар | Мәрәйҙәр | |||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| И | В | П | В | П | В:П | |||
| 9 | 8 | 1 | 25 | 5 | 5,000 | 16 | ||
| 9 | 8 | 1 | 26 | 10 | 2,600 | 16 | ||
| 9 | 7 | 2 | 22 | 12 | 1,833 | 14 | ||
| 4 | 9 | 6 | 3 | 19 | 15 | 1,266 | 12 | |
| 5 | 9 | 5 | 4 | 20 | 14 | 1,429 | 10 | |
| 6 | 9 | 4 | 5 | 18 | 18 | 1,000 | 8 | |
| 7 | 9 | 3 | 6 | 13 | 23 | 0,565 | 6 | |
| 8 | 9 | 2 | 7 | 9 | 24 | 0,375 | 4 | |
| 9 | 9 | 2 | 7 | 10 | 23 | 0,435 | 4 | |
| 10 | 9 | 0 | 9 | 9 | 27 | 0,333 | 0 | |
| Дата | Иҫәп | Сеттар | Отчёт | ||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | |||||
| 13.10 | СССР |
3:0 | 15:8 | 15:10 | 15:9 | ||||
| 14.10 | СССР |
3:0 | 15:8 | 15:13 | 15:11 | ||||
| 15.10 | СССР |
3:0 | 15:7 | 15:5 | 15:6 | ||||
| 17.10 | СССР |
3:0 | 15:9 | 15:13 | 15:11 | ||||
| 18.10 | СССР |
3:2 | 15:9 | 15:8 | 5:15 | 10:15 | 15:7 | ||
| 19.10 | СССР |
1:3 | 16:14 | 5:15 | 8:15 | 10:15 | |||
| 21.10 | СССР |
3:0 | 15:6 | 15:5 | 15:4 | ||||
| 22.10 | СССР |
3:0 | 15:2 | 16:14 | 15:13 | ||||
| 23.10 | СССР |
3:0 | 15:7 | 15:6 | 15:9 | ||||
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Токио -1964. Games08.ru.
- Soviet Union at the 1964 Tokyo Summer Games (ингл.). Sports-Reference.com. Архивировано 16 апрель 2012 года.