Рәсәй 2016 йылғы йәйге Олимпия уйындарында

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Рәсәй Олимпия уйындарында
Флаг, использовавшийся на Играх
Код МОК RUS
НОК Рәсәй Олимпия комитеты
Рәсми сайт
2016 йылғы йәйге Олимпия уйындары, Рио-де-Жанейро
Спортсылар 286 спортсы 23 спорт төрөндә
Байраҡсы Сергей Тетюхин (асыу)
Наталья Ищенко һәм Светлана Ромашина (ябыу)
Миҙалдар
Урын 4
Алтын Көмөш Бронза Бөтәһе
19 17 19 55
Йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыу

Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыу
Шулай уҡ ҡарағыҙ

Рәсәй спортсылары 2016 йылғы йәйге Олимпия уйындарында 28 спорт төрөнөң 23-өндә ҡатнаша. Башта Рәсәй Олимпия комитеты уйындарға дөйөм алғанда 387 спортсы ебәрергә ниәтләй. Әммә команда составы допинг ғауғаһы арҡаһында ҡыҫҡартыла.

Спорт төрҙәре буйынса миҙалдар

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Спорт төрҙәре буйынса миҙалдар
Спорт төрө 1 2 1 Бөтәһе
Бокс 1 0 3 4
Көрәш 4 3 2 9
Велоспорт 0 2 1 3
Һыу полоһы 0 0 1 1
Гандбол 1 0 0 1
Байдарка һәм каноэла ишеү 0 0 1 1
Дзюдо 2 0 1 3
Елкән спорты 0 0 1 1
Йөҙөү 0 2 2 4
Синхрон йөҙөү 2 0 0 2
Хәҙерге бишбәйге 1 0 0 1
Спорт гимнастикаһы 1 4 3 8
Атыу 0 2 2 4
Уҡтан атыу 0 1 0 1
Теннис 1 0 0 1
Тхэквондо 0 1 0 1
Фехтование 4 1 2 7
Художестволы гимнастика 2 1 0 3
Бөтәһе 19 17 19 55

Көндәр буйынса миҙалдар

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Көндәр буйынса миҙалдар
Дата 1 2 1 Бөтәһе
6 август 1 0 0 1
7 август 0 2 2 4
8 август 1 3 1 5
9 август 1 1 0 2
10 август 1 1 1 3
11 август 0 1 3 4
12 август 1 1 1 3
13 август 1 0 0 1
14 август 3 2 2 7
15 август 2 1 2 5
16 август 1 0 2 3
17 август 0 2 1 3
18 август 0 1 2 3
19 август 1 1 2 4
20 август 4 1 0 5
21 август 2 0 0 3
Бөтәһе 19 17 19 55

Енес буйынса миҙалдар

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Енес буйынса миҙалдар
Енес 1 2 1 Бөтәһе
Blue male symbol.svg Ирҙәр 9 5 12 27
Pink female symbol.svg Ҡатын-ҡыҙҙар 10 12 7 29
Бөтәһе 19 17 19 55

2016 йылдың 25 авгусында Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй спортсыларына «2016 йылда Рио-де-Жанейролағы (Бразилия) XXXI Олимпиада уйындарында юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн дәүләт наградалары тапшыра. Почёт ордены менән: А. Близнюк, С. Великая, Р. Власов, Я. Егорян, Н. Ищенко, А. Мустафиной, А. Пацкевич, С. Ромашиной, А. Шишкиной. Дуҫлыҡ ордены менән: А. Аблязин, О. Акопян, А. Әхмәтхужин, В. Бирюкова, И. Близнова, В. Бобровникова, Е. Веснина, А. Вяхирева, Ю. Гаврилова, И. Дериглазова, Д. Дмитриева, Е. Дьяченко, Т. Ерохина, Ю. Ефимова, В. Жилинскайте, Е. Ильина, В. Калинина, С. Колесниченко, П. Кузнецова, А. Лесун, Е. Макарова, А. Максимова, М. Мамун, Е. Маренникова, Б. Мудранов, М. Пасека, М. Петрова, Е. Прокофьева, С. Рамонов, А. Садулаев, Т. Сафин, А. Седойкина, А. Сень, М. Судакова, А. Татарева, Е. Тищенко, М. Толкачёва, Г. Топилина, Х. Халмурзаев, Д. Чакветадзе, А. Черемисинов, В. Чигирёва, М. Шурочкина бүләкләнәләр[1].

I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалын М. Алоян, В. Бацарашкина, Д. Белявский, А. Войнова, Н. Воробьёва, А. Гедуев, Д. Дашидоржиева, А. Денисенко, О. Забелинская, С. Каменский, В. Коблова, Я. Кудрявцева, Н. Куксенков, А. Мельникова, Н. Нагорный, К. Перова, Д. Спиридонова, И. Степанова, И. Стретович, С. Тутхалян, Д. Шмелёва ала. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән Р. Аношкин, А. Белякова, М. Борисова, Е. Букина, Н. Глызина, О. Горбунова, К. Григорьян, А. Гринёва, Д. Дмитриев, В. Дунайцев, С. Елфутина, Е. Иванова, Э. Кәримова, А. Карнаух, В. Колобова, О. Кочнева, Н. Кузютина, Е. Лисунова, Т. Логунова, В. Масленников, В. Никитин, Е. Прокофьева, Е. Рылов, С. Семёнов, А. Симанович, Е. Соболева, А. Тимофеева, А. Устюхина, А. Чупков, Л. Шутова бүләкләнә[1].

2016 йылдың 25 авгусында Мәскәү Кремлендә олимпиада чемпиондары һәм призерҙарына иҫтәлекле аэрографиялы 107 аҡ BMW внедорожнигы тапшырыла. Алтын өсөн — BMW X6, көмөш өсөн — BMW X4 һәм бронза өсөн BMW X3[2][3].