Әхмәтхужин Артур Камил улы

Артур Камил улы Әхмәтхужин (рус. Ахматхузин Артур Камилевич 1988 йылдың 21 майы, Яңы Аҡтанышбаш, Башҡорт АССР-ы) — рапирала фехтовальщик, донъя һәм Европа чемпионаттары приздарын яулаусы. Команда ярыштарында Олимпия чемпионы (2016). Фехтование буйынса Рәсәй спорт мастеры (2005), халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2013), атҡаҙанған спорт мастеры (2016)[3].

Биографияһы

Артур Камил улы Әхмәтхужин 1988 йылдың 21 майында Башҡорт АССР-ының Краснокама районы Яңы Аҡтанышбаш ауылында тыуған[3].

Фехтование буйынса 23-сө балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы махсус мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. ГАУ ЦПВСМ РБ, Мәскәү өлкәһе һәм ЦСКА өсөн сығыш яһай. Тренерҙары — Әйүпов Рәмил Исмәғил улы, И. Й. Мамедов[3].

2005—2010 йылдарҙа — үҫмерҙәр һәм юниорҙар, ә 2010 йылдан милли Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы[3].

2011 йылда Рәсәй дәүләт физик культура, спорт, йәштәр һәм туризм университетын тамамлай, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы студенты[3].

2012 йылда Лондонда һәм 2016 йылда Рио-де-Жанейрола уҙған йәйге Олимпия уйындарында ҡатнаша.

2019 йылдан кемерово президент кадет училищеһында спорт әҙерлеге буйынса кураторлыҡ итә[4].

Спорт ҡаҙаныштары

Шәхси иҫәптә
  • Рәсәй чемпионаты 2010 — 2-се урын;
  • Ир-егеттәр араһында Рәсәй кубогы 2012, 2015 — 1-се урын;
  • Рәсәй кубогы 2008 — 2-се урын;
  • Бөтә Рәсәй йәйге Универсиадаһы 2010 — 2-се урын;
  • Донъя кубогы этабы 2012 — 2-се урын;
  • Рәсәй Йәштәр спартакиадаһы 2010 — 1-се урын;
  • Йәштәр араһында Европа чемпионаты 2010 — 3-сө урын;
  • Донъя чемпионаты 2015 — 3-сө урын;
  • Донъя чемпионаты 2013 — 2-се урын.
Командалы иҫәптә
  • Европа кубогы 2013 — 1-се урын;
  • Европа чемпионаты 2007, 2015 — 2-се урын;
  • Юниорҙар араһында донъя чемпионаты 2007 — 3-сө урын;
  • Донъя чемпионаты 2015 — 2-се урын;
  • Рәсәй чемпионаты 2010, 2011, 2012 — 1-се урын;
  • Рәсәй чемпионаты 2006 — 3-сө урын;
  • Рәсәй кубогы 2011, 2012 — 1-се урын;
  • Рәсәй кубогы 2008, 2010 — 2-се урын;
  • Бөтә донъя йәйге Универсиадаһы 2009, 2013 — 1-се урын;
  • Рәсәй Йәштәр спартакиадаһы 2010 — 1-се урын.

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре

  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2012).
  • Фехтование буйынса Рәсәй спорт мастеры (2005), халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2013), атҡаҙанған спорт мастеры (2016).

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 https://www.sports-reference.com/olympics/athletes/ak/artur-akhmatkhuzin-1.html
  2. 1 2 3 https://infosport.ru/person/fehtovanie/ahmathuzin-artur-kamilevich
  3. 1 2 3 4 5 Ахматхузин Артур Камилевич. Федерация Фехтования Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2016.
  4. [http://web.archive.org/web/20190914084528/https://function.mil.ru/news_page/country/more.htm?id=12250380@egNews Архивная копия от 14 сентябрь 2019 на Wayback Machine В Кемеровском президентском кадетском училище будет уделяться особое внимание спортивной подготовке кадетов / mil.ru]

Һылтанмалар