2018 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында шайбалы хоккей
2018 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында шайбалы хоккей (рус. Хоккей с шайбой на зимних Олимпийских играх 2018) турниры Пхёнчандың Каннын хоккей үҙәгендә һәм Квандон университетының спорт аренаһында 10 — 25 февралдә уҙа. 12 ир-егеттәр һәм 8 ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында ике комплект миҙал уйнатыла. Хоккей майҙансығының ҙурлығы (60×30 м) халыҡ-ара боҙҙа хоккей федерацияһы стандарттарына тап килә.
Миҙалдар иҫәбе
| Дөйөм миҙал иҫәбе | |||||
|---|---|---|---|---|---|
| Урын | Ил | Алтын | Көмөш | Бронза | Бөтәһе |
| 1 | 1 | 0 | 0 | 1 | |
| 1 | 0 | 0 | 1 | ||
| 3 | 0 | 1 | 1 | 2 | |
| 4 | 0 | 1 | 0 | 1 | |
| 5 | 0 | 0 | 1 | 1 | |
| Бөтәһе | 2 | 2 | 2 | 6 | |
Ирҙәр
Квалификация
Ҡатнашыусы командалар
Турнирҙа бөтәһе 12 йыйылма команда ҡатнаша. 8 команда 2015 йылда хоккей буйынса донъя чемпионаты йомғаҡтары буйынса төҙөлгән ИИХФ-2015 рейтингы буйынса квалификациялана (Канада, Рәсәй, Швеция, Финляндия, АҠШ, Чехия, Швейцария һәм Словакия). Шулай уҡ Корея Республикаһы хужа ил хоҡуғында ҡатнаша[1]. Шулай уҡ Норвегия, Германия һәм Словения йыйылма командалары квалификация йомғаҡтары буйынса һайлап алына.
Ҡатын-ҡыҙҙар
Квалификация
Ҡатнашыусы командалар
Турнирҙа бөтәһе 8 йыйылма команда ҡатнаша. 5 команда 2015 йылда хоккей буйынса донъя чемпионаты йомғаҡтары буйынса төҙөлгән ИИХФ-2015 рейтингы буйынса квалификациялана — АҠШ, Канада, Финляндия, Рәсәй һәм Швеция йыйылма командалары. Тағы ла ике команда квалификация турниры һөҙөмтәләре буйынса һайлап алына — Швейцария һәм Япония йыйылма командалары. Корея Республикаһы йыйылма командаһы хүткәреүсе ил хоҡуғында квалификация ала.
Спорт объекттары
| Каннын хоккей үҙәге Һыйҙырышлығы: 10 000 |
Квандон университеты спорт аренаһы Һыйҙырышлығы: 6000 |
|---|---|
Һылтанмалар
- Официальная книга результатов (инг.)
- Хоккей на официальном сайте зимних Олимпийских игр 2018 года (инг.)
- IIHF — Olympic (инг.)
- PyeongChang 2018 — Olympic — International Ice Hockey Federation IIHF (инг.)