Шайбалы хоккей буйынса Канада ҡатын-ҡыҙҙары йыйылма командаһы
Шайбалы хоккей буйынса Канада ҡатын-ҡыҙҙары йыйылма командаһы (рус. Женская сборная Канады по хоккею с шайбой) — шайбалы хоккей буйынса халыҡ-ара турнирҙарҙа сығыш яһаусы Канада командаһы. Канада хоккей федерацияһы тарафынан идара ителә. 2011 йылға ҡарата Канадала шайбалы хоккейҙа уйнаусы 85 624 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә[1]. Ун тапҡыр донъя чемпионы һәм биш тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы булған иң көслө һәм титуллы йыйылма командаларҙың береһе булып тора.