Шайбалы хоккей буйынса Германия йыйылма командаһы

Шайбалы хоккей буйынса Германия йыйылма командаһы — шайбалы хоккей буйынса халыҡ-ара турнирҙарҙа Германия исеменән сығыш яһаусы хоккей командаһы. Европала иң тәүге командаларҙың береһе. Олимпия уйындарының көмөш (2018) һәм ике тапҡыр бронза призёры (1932, 1976).

undefined

Тарихы

Германияла хоккей уйыны беренсе тапҡыр 1887 йылдың февралендә Берлинда Халензе күле боҙонда үтә. Урындағы спорт клубы командаһы студенттар йыйылмаһын 11:4 иҫәбе менән еңә.

Германия йыйылма командаһының йыйылма кимәлендәге тәүге рәсми уйыны Швейцарияның Монтрё ҡалаһында 1910 йылдың 10 ғинуарында Швейцария йыйылма командаһына ҡаршы үткәрә һәм 9:1 иҫәбе менән еңә. Хоккейҙың популярлығы Икенсе донъя һуғышына тиклем, айырыуса Берлинда арта бара. 1910 йылда Германия командаһы Швейцарияла беренсе тапҡыр Европа чемпионатында ҡатнаша һәм унда 2-се урынды яулай. Үҙенең уңышын 1911, 1912 һәм 1914 йылдарҙа ҡабатлай, ә 1913 йылда 3-сө урынды биләй.

Беренсе донъя һуғышынан һуң Германия командаһының уңыштары бер аҙ кәмей төшә, әммә егерменсе йылдар аҙағында тағы ла миҙалдар яулай башлай: 1927 йылдағы Европа чемпионатында 3-сө урын ала. 1930 йылда Германия командаһы Европа чемпионы була. Дүрт йылдан һуң ул был уңышты ҡабатлай.

1932 йылда Американың Лейк-Плэсид ҡалаһында үткән ҡышҡы Олимпиадала немецтар бронза наградалар алып, өсөнсө урынға лайыҡ була.

Команданы бүленеүе һәм берләшеүе

Германия бүленгәндән һуң, хоккей командаһы ла Германия Федератив Республикаһы һәм Германия Демократик Республикаһының йыйылма командаларына бүленә. ФРГ йыйылма командаһы уңышлыраҡ һәм һөҙөмтәле сығыш яһай.

1991 йылда ике команда Германия хоккей федерацияһы етәкселеге аҫтында берләшә.

Ҡушылыуҙан һуң

Германия берләшкәс тә, йыйылма команда һиҙелерлек һөҙөмтәләр күрһәтмәй. Иң юғары ҡаҙаныштарҙың береһе — 2003 йылғы донъя чемпионатында 6-сы урын яулай.

2018 йылда Кореялағы Олимпия уйындарында финалға сыға, унда Рәсәй йыйылма командаһына ҡаршы уйнай һәм үҙ тарихында тәүге тапҡыр олимпия көмөш миҙалдарын яулай. Әлеге ваҡытта (2023) Германия йыйылма командаһы Халыҡ-ара хоккей федерацияһы рейтингында 5-се урында тора[1][1].

Төп уңыштары

undefined
Ярыш Үткәрелеү урыны Һөҙөмтә
Олимпия уйындары
Олимпия уйындары 1932 АҠШ флагы США (Лейк-Плэсид) Med 3.png Бронза миҙал
Олимпия уйындары 1976 Австрия Австрия (Инсбрук) Med 3.png Бронза миҙал
Олимпия уйындары 2018 Корея Республикаһы флагы Корея Республикаһы (Пхёнчхан) Med 2.png Көмөш миҙал
Донъя чемпионаттары
Донъя чемпионаты 1930 Франция флагы Франция (Шамони) Med 2.png Көмөш миҙал
Донъя чемпионаты 1932 АҠШ флагы США (Лейк-Плэсид) Med 3.png Бронза миҙал
Донъя чемпионаты 1934 Италия флагы Италия (Милан) Med 3.png Бронза миҙал
Донъя чемпионаты 1953 Флаг Швейцарии Швейцария (Цюрих, Базель) Med 2.png Көмөш миҙал
Донъя чемпионаты 2023 Flag of Finland.svg Финляндия (Тампере), Латвия флагы Латвия (Рига) Med 2.png Көмөш миҙал
Европа чемпионаты
Европа чемпионаты 1910 Флаг Швейцарии Швейцария (Лез-Аван) Med 2.png Көмөш миҙал
Европа чемпионаты 1911 Германия Германия (Берлин) Med 2.png Көмөш миҙал
Европа чемпионаты 1913 Германия Германия (Мюнхен) Med 3.png Бронза миҙал
Европа чемпионаты 1914 Германия Германия (Берлин) Med 2.png Көмөш миҙал
Европа чемпионаты 1927 Австрия Австрия (Вена) Med 3.png Бронза миҙал
Европа чемпионаты 1930 Франция флагы Франция (Шамони) Med 1.png Алтын миҙал
Европа чемпионаты 1934 Италия флагы Италия (Милан) Med 1.png Алтын миҙал
Европа чемпионаты 1953 Флаг Швейцарии Швейцария (Цюрих, Базель) Med 2.png Көмөш миҙал

Уйын формаһы

Нығытылған номерҙар

Иҫкәрмәләр

  1. IIHF - World Ranking. iihf.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 май 2023. Архивировано 29 июль 2020 года.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә