Шайбалы хоккей буйынса Бельгия йыйылма командаһы


Шайбалы хоккей буйынса Бельгия йыйылма командаһы (рус. Сборная Бельгии по хоккею с шайбой) шайбалы хоккей буйынса халыҡ-ара турнирҙарҙа Бельгия исеменән сығыш яһаусы команда. 1910—1932 йылдарҙа хоккей буйынса Европа чемпионаттарында ҡатнаша. Команда 1 алтын (1913), 1 көмөш (1927) һәм 2 бронза (1910, 1911) миҙал яулай.

Әлеге ваҡытта Хоккей буйынса донъя чемпионатының икенсе дивизионында уйнай, ИИХФ рейтингында (2019) 37-се урынды биләй.

Тарихы

Бельгияла шайбалы хоккейҙа XIX быуатта уҡ уйнайҙар. Команда халыҡ-ара хоккей федерацияһы булдырылыуҙан күпкә алда үҙенең тәүге халыҡ-ара матчын үткәрә.

Юғары дивизионда

Команда беренсе шайбалы хоккей буйынса Европа чемпионатында ла ҡатнаша. Беренсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң, 1920 йылда Бельгияның иң ҙур порты Антверпенда VII Олимпия уйындары үтә, был сара сиктәрендә беренсе тапҡыр хоккей турниры ла үткәрелә. Һуңынан ИИХФ был турнирҙы беренсе донъя чемпионаты тип таный. Был ил элиталы дивизиондың донъя чемпионаттарын башҡаса ҡабул итмәй.

Швейцарияла үткән II ҡышҡы Олимпия уйындарында (шулай уҡ өсөнсө донъя чемпионаты булып та тора), бельгиялылар бишенсе урынды биләй, был — уларҙың бөтә ваҡыттағы иң яҡшы ҡаҙанышы.

1930 йылдан шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионаттары йыл һайын үткәрелә башлай, әммә бельгиялылар унда даими ҡатнаша алмай. Юғары дивизионда Бельгия һуңғы тапҡыр 1950 йылда Лондонда сығыш яһай.

Функционерҙар

Бельгия вәкилдәре йыш ҡына ИИХФ-та юғары вазифалар биләгән һәм биләй. Ике тапҡыр федерация етәксеһе булып бельгиялы Генри ван ден Булке (ике тапҡыр) һәм 1913 йылғы Европа чемпионы Поль Луак (посты 25 йыл биләй) тора.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә