Шайбалы хоккей буйынса Финляндия йыйылма командаһы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Шайбалы хоккей буйынса Финляндия йыйылма командаһы
Ҡушаматы «Львы» (фин. Leijonat)[1]
Федерация Финляндия хоккей союзы
ИИХФ коды FIN
Ил Финляндия
Өй
аренаһы
Хартвалл Арена
Команданың төҫтәре               
Форма
Finland national ice hockey team jerseys 2022 (WOG).png
Баш тренер Финляндия Юкка Ялонен
Капитан Валттери Филппула (ЧМ-2022)
Иң күп
уйын иҫәбе
Раймо Хелминен (331)
Иң яҡшы
бомбардир
(гол+пас)
Раймо Хелминен (207)
ИИХФ рейтингы Халыҡ-ара хоккей федерацияһы рейтингы (ағымдағы)
1 (макс.)
7 (мин.)
Беренсе уйын
Швеция флагы Швеция 8:1 Flag of Finland.svg Финляндия
(Хельсинки, Финляндия; 29 ғинуар 1928)
Иң ҙур еңеү
Flag of Finland.svg Финляндия 20:1 Флаг Норвегии Норвегия
(Хямеэнлинна, Финляндия; 12 март 1947)
Иң ҙур еңелеү
Канада Канада 24:0 Flag of Finland.svg Финляндия
(Осло, Норвегия; 3 март 1958)
Олимпия уйындары
Ҡатнашыу 18 (Тәү тапҡыр 1952)
Уңыштары 1 (2022)

2 (1988, 2006)
1 (1994, 1998, 2010, 2014)

Донъя чемпионаты
Ҡатнашыу 64 (Беренсе 1939)
Уңыштары 1 (1995, 2011, 2019, 2022)
2 (1992, 1994, 1998, 1999, 2001, 2007, 2014, 2016, 2021)
1 (2000, 2006, 2008)

Шайбалы хоккей буйынса Финляндия йыйылма командаһы (фин. Suomen jääkiekkomaajoukkue) — хоккей буйынса халыҡ-ара турнирҙарҙа Финляндия исеменән сығыш яһаусы хоккей буйынса йыйылма команда. Финляндия хоккей ассоциацияһы идара итә. Йыйылма команда тәүге тапҡыр 1928 йылда ойошторола. Халыҡ-ара хоккей федерацияһына тәүҙә Финляндияның конькиҙа йүгереү спорты ассоциацияһы, бер йылдан һуң илдең хоккей ойошмаһы инә.

Финляндия йыйылма командаһы — шайбалы хоккей буйынса донъя чемпионатының дүрт тапҡыр чемпионы (1995, 2011, 2019, 2022) һәм туғыҙ тапҡыр вице-чемпионы, 2022 йылғы Олимпия уйындары чемпионы. Планетаның иң көслө йыйылма командаларының береһе. Шулай уҡ төп ҡаҙаныштарҙың береһе — 2004 йылғы донъя кубогы финалына сығыу. Хәҙер финдар Халыҡ-ара хоккей федерацияһы рейтингында беренсе урынды биләй. Рәсәй, Швеция, Словакия, Чехия һәм АҠШ, Канада йыйылма командалары менән бер рәттән иң көслө командаларҙың береһе булып тора.

Ул бер үк йылда Олимпиадала һәм донъя чемпионатында еңгән икенсе команда. Быға тиклем Швеция 2006 йылда шулай еңә.

  1. Suomen jääkiekkohistoriaa (фин.). Suomen Jääkiekkomuseo. Дата обращения: 31 март 2016. Архивировано из оригинала 8 ноябрь 2015 года.

Ҡалып:Тренеры сборной Финляндии по хоккею с шайбой